Бушлай юридик ярҙам алдылар

Муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһында бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғына эйә булған граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойошторолдо.
Ҡабул итеүҙә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт юридик бюроһы” хоҡуҡи ярҙам бүлегенең төп белгес-эксперты Сергей Сенаторов, Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты загс бүлегенең төп белгес-эксперты Татьяна Сәйфетдинова, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының суд вәкәләтлеге бүлеге төп белгес-эксперты Вадим Имаев, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡараған урындағы ведомство учреждениелары, Ер һәм милекселек мөнәсәбәттәре министрлығының территориаль комитеты, Пенсия фонды идаралығы вәкилдәре ҡатнашты.
Инйәрҙә балалар баҡсаһы төҙөү, капиталь ремонт, пенсияны законһыҙ тотоп ҡалыу, пенсия түләүҙәренең түбән кимәлдә иҫәпләнеүе, килемгә һалымды кире ҡайтарыу, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға иҫәпкә ҡуйыу кеүек һорауҙар менән ҡала һәм райондан граждандар мөрәжәғәт итте. Белгестәр мөрәжәғәт итеүселәрҙе иғтибар менән тыңланы, һорауҙарына яуап бирҙе.
Эльвира КӘБИРОВА.
Оставить комментарий