Министр менән «Типә-тиң һөйләшеү»

Министр менән «Типә-тиң һөйләшеү»
Белорет металлургия колледжы студенттары «Типә-тиң һөйләшеү» федераль проектында ҡатнашты.
Был проект илебеҙҙең 400 юғары һәм махсус уҡыу йорттарында 200 меңләгән студент ҡатнашлығында үтә. 1 июндә 220-ләгән колледж студенты Башҡортостан Респуб- ликаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта менән осрашты. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, металлургия колледжы директоры Ғәлим Хөбөтдинов ҡатнашты.
Был яңы эш форматы - юғары һөҙөмтәләргә ирешкән билдәле кешеләр менән осрашыу, типә-тиң аралашыу, йәштәргә Рәсәйҙең төрлө өлкәлә һәм төбәктә уңыштарға ирешеп булған мөмкинлектәр иле икәнлеген уңышлы һәм билдәле шәхестәр миҫалында күрһәтеү.
Спорт темаһы колледж студенттарына яҡын. Белорет металлургия колледжында үткән осрашыуҙың «һорау-яуап» форматы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры менән студенттар араһындағы әңгәмәне тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Йәштәр министрға республикала спорттың үҫеше, лидерлыҡ сифаттары, гранттар, Олимпиада, заман афәте - наркоманияға ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.
- Бөгөн республиканың йәш быуын вәкилдәре спортты һайлай. Был заман кешеһенең актив йәшәү рәүеше. Спорт шәхестә характерҙы һәм ихтыяр көсөн нығыта, - тине министр.
Андрей Иванюта менән осрашыу студенттарҙа йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Был осрашыуҙар файҙалы. Бындай сарала юғары, махсус уҡыу йорттары студенттары бергә йыйыла, республикабыҙҙы күтәрерлек көслө шәхестәрҙән яңы идеялар, дәрт ала һәм илебеҙҙең лайыҡлы шәхесе булыу өсөн көсөн йәлләмәй, тине һөйләшеүҙә ҡатнашҡан йәштәр.
Йәнле һөйләшеүҙән һуң студенттар республика министры Андрей Иванюта менән селфи эшләне.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий