Гәзитебеҙ дуҫтарына бүләк

Гәзитебеҙ дуҫтарына бүләк
“Урал” гәзитенә киләһе ярты йылға яҙылып, квитанцияларын “Бәхетле авто” уйынында ҡатнашыу өсөн 30 майға тиклем ебәргәндәр араһында бүләктәр уйнатылды.
Шулай итеп, автомобиль өсөн кәрәкле бүләктәргә эйә булғандарҙы хәбәр итергә ашығабыҙ. Бына улар: Әҡсән Шафиҡ улы Йәләлетдинов (Белорет ҡалаһы), Фәнис Ғәйфулла улы Солтанов (Белорет ҡалаһы), Гөлназ Миңлебай ҡыҙы Вәлиева (Ҡоҙғон- Әхмәр ауылы, бүләкте уның улы Әғҙәм килеп алды) һәм Сәйфулла Әхмәтшәриф улы Ғайсин (Белорет ҡалаһы). Бүләк хужалары “Урал ” гәзите редакцияһына саҡырылды. Баш мөхәррир Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова гәзитебеҙ дуҫтарына, конкурста ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе, артабан да бергә һәм берҙәм булырға әйҙәне.
Әҡсән Шафиҡ улы ЙӘЛӘЛЕТДИНОВ:
- “Урал” менән бергә булыуыма 60 йыл. Район гәзитен уҡымайынса йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ул беҙҙе район, ауыл хәбәрҙәре, тормошо менән таныштырып, ике араны бәйләгән күпер булып тора. Был уйында ҡатнашыуыма ике йыл. Былтыр ҙа машинамдың артҡы тәҙрәһенә редакциянан килеп алған наклейканы йәбештереп йөрөгән инем. Быйыл оттом. Бөгөн тыуған көнөм булараҡ, миңә икеләтә ҡыуаныслы һәм шатлыҡлы көн булды. Редакция ҡыҙҙары өҫтәп матур сынаяҡ та бүләк итте. Оло кешегә иғтибар ҙа бүләк. Милләттәштәремә телебеҙҙе оноторға ярамай, башҡорт тарихы менән ҡыҙыҡһынһындар, балаларына еткерһендәр тип әйткем килә. Редакция хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә бәхете теләйем.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.

Оставить комментарий