«Һалдат» ағайҙары ҡунаҡҡа килде

 «Һалдат» ағайҙары ҡунаҡҡа килде
Уларҙы хәҙер балалар ҙа танып тора: һәр байрамда тиерлек ҡунаҡҡа килгән, етди, хәрби кейемдәге ағайҙары кескәйҙәрҙең көтөп алған ҡунағы. Өс йыл дауамында ҡаланың Махсуслаштырылған бала йорто тәрбиәләнеүселәре лә, үҙҙәренең килеүҙәре менән ҡыуандырған «Хәрби разведчиктар туғанлығы» патриотик ойошма вәкилдәре лә хәҙер бер-береһенә өйрәнеп, эҫенеп киткән.
1 июнь - Балаларҙы яҡлау көнөндә лә элекке разведчиктар оҙаҡ көттөрмәне. Тәмлекәстәр, һуттар, уйынсыҡтар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, шарҙар алып, күптәнге таныштарына, түҙемһеҙләнеп көтөп торған бәләкәстәргә ашыҡты. Балалар ҙа уларға һөнәрҙәрен күрһәтте, тәрбиәсе апайҙары ярҙамында һүрәт төшөрҙөләр, етеҙлектә ярыштылар.
«Хәрби разведчиктар туғанлығы» ир-егеттәре шефлыҡҡа алған бала йорто тәрбиәләнеүселәренә бүләктәрен тапшырҙы. Ойошма етәксеһе Денис Вәлитов балаларҙы, тәрбиәселәрҙе байрам менән ҡотланы. -
Бала йорто коллективына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Барығыҙ ҙа тәжрибәле, юғары квалификациялы белгестәр. Һеҙҙең ярҙам менән кескәйҙәр тәүге мөмкинлектәрен һәм ҡаҙаныштарын билдәләргә, тормошондағы беренсе баҫҡысты ҡурҡыуһыҙ үтер- гә өйрәнәләр. Киләсәктә уларға булған йылы ҡарашығыҙҙы онотмаҫтар, үҙ балаларын да матур мөхиттә тәрбиәләрҙәр. Һәр бала яратҡан, илебеҙҙең ысын гражданы итеп тәрбиәләгән ғаиләһен табыуын теләйбеҙ, - тине Денис Вәлитов.
Һуңынан кескәйҙәр «һалдат» ағайҙары бүләк иткән велосипедтарҙа йөрөп күрһәтте, улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Айгөл КИРАМОВА фотоһы.

Оставить комментарий