Сағыулана бара "йондоҙҙар"

Сағыулана бара "йондоҙҙар"
Бәрәкәтле вә ырыҫлы атайсалыбыҙҙа өс көн дауамында барған “Иҙел башы йондоҙҙары” VIII Төбәк-ара хор һәм вокаль ансамблдәр фестивале тѳйәгебеҙ кешеләренең иҫ киткес ҡунаҡсыллығына, берҙәмлегенә һоҡландырып, алыҫ саҡрымдарҙан кем уҙарҙан килеп еткән моңдаштарыбыҙҙың дәррәүлегенә, дәрт-дарманына таң ҡалдырып, бәндә күңеленең барса асылын, тәрәнлеген сағылдырған Йырҙың илаһи көсөнә, мәңгелегенә йәнә бер ҡат инандыра алды.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Белорет муниципаль район хакимиәте тарафынан ойошторолған был сарала быйыл Башҡор- тостан, Татарстан республикаларынан, Силәбе ѳлкәһенән йәмғеһе 47 коллектив ҡатнашты.

Беренсе кѳн, һәр ваҡыттағыса, хәҙер инде дуҫ-туғанға әйләнгән хор-ансамблдәрҙең йылы күрешеү-аралашыуҙары, фестивалде асыу тантанаһы, иҫ киткес шәп концерт номерҙары менән гѳрләп үтте.
Тормоштарын йыр-моңһоҙ күҙ алдына ла килтермәгән 530 ҡатнашыусыны тәбрикләп, байрамдың мәртәбәле ҡунаҡтары - Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, фестивалдең жюри рәйесе Анатолий Цеп, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, “Мираҫ” ансамбленең баш хормейстеры Эльвира Ғәйфуллина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғаяз Исмәғилев, Магнитогорск ҡалаһының “Халыҡтар дуҫлығы йорто” муниципаль мәҙәниәт учреждениеһының художество етәксеһе Эльмира Калугина, фестивалдең координаторы Наталья Кондакова иң изге теләктәрен еткерҙе.
“Был фестиваль көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙға онотолоп, шатлыҡ һәм илһам тулҡындарында тирбәлеү мөмкинлеге ул. Иманым камил, “Иҙел башы йондоҙҙары” Төбәк-ара фестивале вокаль-хор сәнғәтен үҙ итеүселәргә, һис шикһеҙ, рухи ләззәт килтерер һәм уның ҡыҙыҡлы вә мауыҡтырғыс була алыуына инандырыр”, - тигәйне сығышы мәлендә Владислав Миронов. Ысынлап та, йәшен дә, ҡартын да берҙәй ылыҡтырған вокаль-хор жанрының бөгөнгө көндә һаман камиллаша барыуы, үҫеш юлынан тайпылмауы, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Һәм быға үҙ күҙҙәребеҙ менән һигеҙенсе мәртәбә шаһитбыҙ ҙа, әйтәгүр.
Фестивалдең икенсе көнө, ғәҙәттәгесә, көсөргәнешле үтте. Ун тиҫтәнән ашыу йыр йөк- мәткеһе, жанры, башҡарылыу йәһәтенән тѳрлѳ номинацияларҙа мәртәбәле баһалама комиссияһы хөкөмөнә тапшырылды. Ҡала Мәҙәниәт һарайы сәхнәһен бер-бер артлы алыштырған академик, милли хор һәм ансамблдәр, эстрада һәм студент коллективтары, ир- егеттәр вокаль коллективтары һ.б. йырҙарҙы вокаль-хор ҡағиҙәләрен, техникаһын теүәл үтәп башҡара алыу оҫталығы- нан тыш, хатта кейгән сағыу вә зауыҡлы костюмдары менән дә хайран итте. Әйткәндәй, быйылғы фестивалдә студент һәм ир-егеттәрҙән торған коллективтарҙың күп булыуы конкурстың популярлығына, алға китешенә ишара. Башҡорт, татар, урыҫ, удмурт, инглиз телдәрендә яңғыраған йырҙар уның масштабын, мәртәбәһен тағы бер ҡат аңғартты. Сағыулана бара "йондоҙҙар"
Түҙемһеҙлек менән көтөп алған Гала-концерттың ойоштороу кимәле лә, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡ. Тәүҙә ҡала Мәҙәниәт һарайы алдында йыйылған барса халыҡ, шау- гөр килеп, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы, һуңынан иһә һәр коллектив, исемдәрен беркетеп, күккә йәйғор төҫтәрен хәтерләткән сағыу шарҙар осорҙо. Бер нисә көн дауамында ер өҫтөнә аҫылынған ҡар-ямғыр болоттарын йыртып, ниһайәт, ҡояш та йылмайғайны был мәлдә...
Йомғаҡлау кисәһен артабан тәгәрләткән хорҙар парады тамамланыуға, сәхнә түренә мө тәрәм ҡунаҡтар күтәрелде. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев фестиваль тураһында бихисап ыңғай фекерҙәр ишеттерҙе. Зөһрә Рәхмәтуллинаның: “Фестивалдә ҡатнашҡан һәр ижади коллектив үҙенең ҡабатланмаҫ йыр сәнғәте менән ысын мәғәнәһендә баҙыҡ йондоҙ ул. Тап шундай йондоҙҙарҙан тора ла инде Ватаныбыҙҙың күп милләтле хор һәм вокаль сәнғәте. Ниндәй генә телдә йырлаһағыҙ ҙа, һеҙҙең мөхәббәт, тыуған ил, берҙәмлек тураһындағы йыр- моңдарығыҙ донъялыҡҡа изгелек, матурлыҡ, дуҫлыҡ вә тыныслыҡ орлоҡтарын сәсә!” - тигән алтынға бәрәбәр һүҙҙәрен залда ултырыусылар яратып ҡабул ҡылды.
Баһалама комиссияһының ҡарары буйынса, еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:
“Милли ансамбль” номинацияһы лауреаттары:
I урын - Иглин районының “Сөйөмбикә” халыҡ ансамбле (етәксеһе Л. Хәлиуллина); Өфө ҡалаһынан “Сулпан” башҡорт халыҡ вокаль-эстрада ансамбле (етәксеһе Р. Хисмәтуллина);
II урын - Силәбе өлкәһенән “Шишмәлек” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Г. Васильева);
III урын - Мәләүез ҡалаһынан “Рәйхан” татар халыҡ ансамбле (етәксеһе Ф. Яҡупова); Миәкә районынан “Нур” татар халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле (етәксеһе Ғ. Исмәғилев).
“Эстрада коллективтары” номинацияһы лауреаттары:
I урын - Белорет районы Инйәр ауылынан “Тайран” халыҡ вокаль ансамбле (етәксеһе И. Ҡәләмова);
II урын - Белорет ҡалаһынан “Алтынай” вокаль ансамбле (етәксеһе Л. Мөхитдинова); Өфө ҡалаһынан “Вариация” халыҡ вокаль ансамбле (етәксеһе М. Юхина);
III урын - Силәбе өлкәһенән “ИВИЦА” вокаль ансамбле (етәксеһе А. Зырянова); Татарстан Республикаһынан “Шишмә” халыҡ вокаль ансамбле (етәксеһе Т. Ива- нова).
“Ир-егеттәр коллективы” номинацияһы лауреаттары:
I урын - Тәтешле районынан “Орзи” халыҡ ир-егеттәр вокаль ансамбле (етәксеһе А. Кайранов);
II урын - Әбйәлил районы Мәҙәниәт үҙәгенең Халыҡ ир-егеттәр вокаль ансамбле (етәксеһе С. Хызыров); Дыуан районынан “Ярославские ребята” халыҡ ир-егеттәр вокаль ансамбле (етәксеһе Ю. Корионов);
III урын - Силәбе өлкәһенән “Наровчат” ир-егеттәр вокаль ансамбле (етәксеһе В. Голин).
“Академик ансамбль” номинацияһы лауреаты:
I урын - Белорет ҡалаһынан “Элегия” халыҡ вокаль квартеты (етәксеһе А. Гайдаренко).
“Рус йыры хоры” номинацияһы лауреаттары:
I урын - Магнитогорск ҡалаһынан “Уралочка” халыҡ коллективы (етәксеһе А. Недосекина);
II урын - Өфө ҡалаһынан “Зори Агидели” халыҡ хоры (етәксеһе Е. Гурдюмова).
“Рус йыры ансамбле” номинацияһы лауреаттары:
I урын - Белорет ҡалаһынан “Рябиновые бусы” вокаль ансамбле (етәксеһе А. Хафизова); Межгорье ҡалаһынан “Раздолье” эстрада-фольклор ансамбле (етәксеһе Л. Мельникова);
II урын - Белорет районы Инйәр ауылынан “Россияночка” халыҡ вокаль ансамбле (етәксеһе И. Ҡәләмова); Благовар районынан “Кудёрушки” рус һәм украин йырҙары вокаль ансамбле (етәксеһе Н. Ло- манец);
III урын - Благовещен районынан “Уралочка” халыҡ ансамбле (етәксеһе Н. Володина); Силәбе өлкәһенән “Уральская вольница” казак йыры ансамбле (етәксеһе Г. Логинова); Үрге Әүжән ауылынан “Печки-лавочки” рус йыры ансамбле (етәксеһе Г. Серегина); Белорет ҡалаһынан “Раздолье” казак йыры ансамбле (етәксеһе Е. Папшева).
“Милли хор” номинацияһының берҙән-бер лауреаты - III урын яулаусы Хәйбулла районы ветерандарының “Балҡыш” халыҡ хоры (етәксеһе Р. Вәхитова).
“Студент коллективтары” номинацияһы лауреаттары итеп Учалы районынан “Заман” этно-тѳркѳмѳ (етәксеһе Э. Ғәлимова), Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Звучащая радость” вокаль-эстрада ансамбле (етәксеһе С. Уршеева), “Вдохновение” вокаль ансамбле (етәксеһе Р. Ғәбйәлилов), Сибайҙан “Откровение” халыҡ ансамбле (етәксеһе Р. Мәүлитова) билдәләнде.
“Иҙел башы йондоҙҙары” Тѳбәк- ара фестиваленең иң юғары баһаһына Белорет ҡалаһынан ике коллектив лайыҡлы тип табылды. Алиса Гайдаренко етәкселегендәге академик һәм Анна Хафизова етәкселек иткән халыҡ хорҙары йыр сәнғәтенең ынйыларына торошло булыуын йәнә бер ҡат иҫбатланы.
Халыҡтар дуҫлығын нығытҡан, мәҙәниәтебеҙ күгендә сағыу йондоҙҙар баҙлатҡан, тѳрлѳ ҡатлам, быуын вәкилдәрендә вокаль-хор сәнғәтенә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу, һѳйѳү уятҡан был мәртәбәле сара һәр кемебеҙҙең күңел асманында үҙ йондоҙон ҡабыҙғандыр, моғайын.
Нәркәс СѲЛӘЙМӘНОВА.
Айгөл КИРАМОВА фотолары.
Оставить комментарий