Һәр ваҡыт алда

Һәр ваҡыт алда
Ҡалала 5 июндән «Йәш патриоттар» лагеры эшен башланы. Лагерҙа ҡаланың спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар менән бер рәттән ауыр тормош хәлендә ҡалған 36 бала ял итәсәк.
Ике аҙналыҡ заезда балаларҙың һәр көнө мауыҡтырғыс, йөкмәткеле үтәсәк. “Йәш патриоттар”ға бошоноп ултырырға лагерь начальнигы Нина Арсеньевна Миронова етәкселек иткән тәжрибәле тәрбиәселәр, вожатыйҙар ирек бирмәйәсәк. Үҫмерҙәр өсөн көн һайын 2-шәр сара ҡаралған. Ирекмәндәр йылын күҙ уңында тотоп, лайыҡлыларҙы ирекмәндәр рәтенә алыу ҡаралған. Тәмәкегә, насар ғәҙәттәргә ҡаршы күләмле саралар ойоштороласаҡ. 14-17 йәшлек үҫмерҙәрҙән торған “Йәш армия” һәм “Ҡаһарманлыҡ” командалары ағзалары лагерҙы асыу тантанаһында ҡатнашты. Йәш патриоттар алдында Йәштәрҙең ял үҙәге етәксеһе В. Шайхатарова, лагерь начальнигы Н. Миронова сығыш яһаны, күңелле, фәһемле ял итеүҙәрен теләне. Ял итеүсе үҫмерҙәр ҙә командаларының йырын йырланы, девизын әйтте. Рәсәй флагы төҫтәренән торған таҫмаларҙы өлкән апайҙары ҡыҙ-егеттәрҙең ҡулына таҡты.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий