Йәй хәтирәләргә бай, файҙалы үтһен

Йәй хәтирәләргә бай, файҙалы үтһен
Йәйге каникулдар башланды. Һәр бала каникулын ҡайҙа, нисек үткәреү тураһында күптән уйлап ҡуйған. Кемдәрҙер ауылға олатай-өләсәһе янына ял итергә ашыҡһа, икенселәре өйҙә ҡалып, ата-әсәһенә булышыуҙы хуп күрһә, йыл буйы лагерь тормошон һағынып көтөүсе балалар ҙа юҡ түгел. Ысынлап та, бында дуҫтар табыла, өлкәндәр ойошторған ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр, күңелле уйындар балаларҙа мәңге онотолмаҫ яҡты хәтирәләр ҡалдыра. Йәй - балалар ял һәм һауыҡтарыу лагерҙарында эшләүселәр һәм яуаплы кешеләр өсөн дә иң ҡыҙыу мәл.
Район-ҡалала башланған миҙгелгә бәйле мөһим эштәрҙең береһе - балаларҙың йәй- ге ялын ойоштороу. Оҙайлы каникулдар осорондағы һауыҡтырыу кампанияһында мөмкин тиклем күберәк баланы ял иттереп, сәләмәтлеген нығытыуға өлгәшеү маҡсаты тора. Быйыл район-ҡала балаларының 92 процентын йәйге ял һәм һауыҡтырыу сараларына йәлеп итеү ҡарала. 11 меңгә яҡын бала сәләмәтлеген нығытасаҡ, ваҡытлыса эшкә урынлашып аҡса эшләү мөмкинлеге аласаҡ. Йәйҙең тәүге көндәренән үк төрлө профилдәге, мәктәп янында көндөҙгө лагерҙар үҙ эшен башланы.
Мәғариф идаралығының район-ҡала йәйге ял координаторы Евгения Викторовна Малахова һөйләүенсә, йыл һайын ял итергә теләүселәр һаны ишәйә. Бирелгән 2179 заявканың барыһы ла ҡаралған. Балалар ял һәм эшкә йәлеп итеүҙең төрлө формалары менән тәьмин ителәсәк. “Бригантина”, “Абҙаҡ”, “Белоречье” шифахана-профилакторийы, Матросов исемендәге ҡала яны һауыҡтырыу һәм Белорет компьютер мәктәбе базаһында эшләп килгән лагерҙарҙа балалар теләп ял итә. 2 профилле лагерға 72 бала йөрөйәсәк. Йорт алды майҙансыҡтары эшләй. 23 мәктәптә эшләгән көндөҙгө ял үҙәктәрендә 1540 уҡыусы каникулының өс аҙнаһын үткәреп, ял итәсәк. Уларға мәҙәни-күңел асыу, спорт сараларынан тыш, ике тапҡыр ашатыу ҙа ҡаралған.
Балаларҙың йәйге ялы мәктәп менән генә сикләнмәй. Мәғариф системаһы алдында өлкән класс уҡыусыларын хеҙмәткә ылыҡтырыу бурысы ла тора. Мәктәп янындағы хеҙмәт берекмәләре килешеү нигеҙендә үҫмерҙәрҙе эш менән тәьмин итә. Район мәктәптәрендә 21 хеҙмәт берекмәһе эшләйәсәк. Бынан тыш, 503 үҫмерҙе уҡыуҙан буш ваҡытта ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу ҡаралған. Туристик лагерҙарҙа 250 үҫмер ял итә, буш ваҡытын мауыҡтырғыс итеп үткәрә. Күп көнлөк һәм төрлө категорияларға ҡараған 45 Йәй хәтирәләргә бай, файҙалы үтһен лагерь ойошторолған. Опека бүлеге - 155, мәшғүллек үҙәге - 17, социаль яҡлау линияһы буйынса 200 бала ял итәсәк. Шулай уҡ имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки профилактик иҫәптә торған 62 бала каникулын мауыҡтырғыс үткәрә ала. Предприятиеларҙан бирелгән заявкалар ҙа тулыһынса үтәлгән. Белорет металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн 500 заявка биргән. Ғөмүмән, кешеләр, бюджет ойошмалары, предприятиелар ҙа күҙ уңынан ситтә ҡалмаған.
Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев, ял итеү объекттарының балаларҙы ҡабул итеүгә әҙерлеген ҡарап сыҡҡандан һуң:
- Балаларҙың йәйге ялы яҡшы үтһен өсөн хәүефһеҙлеккә лә иғтибар бүленә. Ҡаланан ситтәге лагерҙар ҡапҡаларына һаҡ ҡуйылған. Балаларҙың ялын ойоштороу һәм һауыҡтарыу объекттары автоматик янғын һүндереү системаһы менән йыһазландырылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы планына ярашлы, ҡаланан ситтә урынлашҡан лагерҙарҙа халыҡты янғындан эвакуациялау, хәүефһеҙлек буйынса эштәр алып барылды. Ял итеү объекттарында тәжрибәле белгестәр, медперсонал эшләйәсәк, кадрҙар составы тулыландырылған, - тине.
Быйыл Рәсәйҙә - Ирекмәндәр, Башҡортостанда Ғаилә йылы булыуын иҫәпкә алып, төрлө мәҙәни, спорт саралары үтәсәк. Балалар менән тәжрибәле вожатый- тәрбиәселәр эшләй. Кинотеатр, бассейнға барыу, лазертаг уйнау кеүек саралар - барыһы ла балалар өсөн.
Балалар һаулығын хәстәрләү, уларҙың ялын ойоштороу мәсьәләһен ваҡытында хәл итеү киләсәк быуынға яҡшы тәрбиә биреү яғынан мөһим. Быйыл ойошторолған лагерҙар ҙа файҙалы ла, хәүефһеҙ ҙә булһын өсөн һалынған тырышлыҡ бушҡа китмәҫ, моғайын.
Балаларҙың быйылғы ялы ла үтеп китер. Шулай булғас, ата-әсәләргә, предприятиеларға икенсе йылын да уйлай башларға кәрәк. 1 ноябргә тиклем предприятиеларға электрон теркәлеп, 4-16 йәшлек балаларҙы исемлеккә индереү бурысы ҡуйылған. Бындай мәғлүмәт икенсе йылға субсидиялар бүлеү өсөн мөһим. Район- ҡаланан тыш, балалар Учалы, Өфө, Салауат, Мәләүез райондарында урынлашҡан лагерҙарҙа сәләмәтлектәрен нығыта аласаҡ. Протокол буйынса, бер балаға көнөнә 808 һум бүлеү ҡаралған. Ял итеүҙең 90 проценты - бюджет, 50 проценты коммерция ойошмаларына кире ҡайтарыла. Тулы мәғлүмәтте 3-28-09 телефоны буйынса алыу мөмкинлеге бар.
Әлегә балалар рәхәтләнеп ял итһен, сәләмәтлектәрен нығытһын, яңы уҡыу йылына көс-дәрт туплаһын.
Эльвира ХӘМЗИНА әҙерләне.
Оставить комментарий