Иң бәхетле осор - балалыҡ

Йәй һалҡын тороуға ҡарамаҫтан, был көндө һәр кемдең күңелендә йылылыҡ, матурлыҡ бөркөлә ине. Ғәли Хәмзин исемендәге Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йорто балаларҙың шат тауыштарына, көләс йөҙҙәренә күмелде, бында Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған матур сара үткәрелде.
Байрамға төрлө ҡала-райондарҙан өләсәй-олатайҙарына ҡунаҡҡа, каникулға ҡайтҡан ба- лалар, ата-әсәләр саҡырылды.
Театрлаштырылған сара төрлө уйын-конкурстар, концерт менән аралаштырылып барылды. Байрамда әкиәт, йәнһүрәт геройҙары - пират, эт, Мәскәй әбей балаларҙың күңелен асты. Арина Мөхәмәтдинова, Вилиә Абдуллина, Айгөл Вәлиеваларҙың йыр-бейеүҙәре тамашаны тағы йәнләндереп ебәрҙе, бәләкәй артистарҙың сығышын барыһы ла йылы ҡабул итте. Был көндө тиҫтерҙәренә яҡшы кәйеф өләшергә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гим- назияһының йәш артистары ла (етәксеһе Илнур Әхмәтшин) килде. Гимназистарҙың һәр сығышы тамашасы күңеленә хуш килде, уларҙы көслө алҡыштар менән, рәхмәттәр әйтеп оҙаттылар.
Мәҙәни, спорт тормошонда ауыл балалары һәр ваҡыт ихлас ҡатнаша. Балаларҙы яҡлау көнөндә мәҙәниәт йортонда, китапханала үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, талантлы, дәртле балаларға Грамоталар тапшырылды. Кисәлә улар өсөн сәй табыны ойошторолдо. Ә балаларға иң оҡшағаны - теләктәр теләп, һауаға шарҙар осороуы булғандыр.
Ошондай матур байрам, кисәләр үткәреүҙә ауыл бағыусылары һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Был юлы ла Мостафа Хәйруллин, Гөлфинә Һарунова, Нажия Вәлиева, Илгиз Һарунов, Зилә Мөхәмәҙиева, Әҡсән Юлышев һәм ата-әсәләр балалар байрамын үткәреүҙә көс һалды, матди ярҙам күрһәтте. Ҡаланың “Аструм” үҙәк баҙары, айырыуса мәрхәмәтлек күрһәтеү етәксеһе Нелли Тютикова, үҙҙәренең ярҙамынан ситтә ҡалдырмай. Был юлы ла улар тулы булмаған 6 ғаиләгә иҫтәлекле бүләктәрен әҙерләгән.
Саранан һәр бала, ата-әсә күтәренке кәйеф һәм яңы тәьҫораттар менән, балаларына матур байрам ойошторғандары өсөн мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп таралышты.
Зилә МӨХӘМӘҘИЕВА.
Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы.
Оставить комментарий