Һәр ваҡыт йәш “Йәшлек

Һәр ваҡыт йәш “Йәшлек
Сермән мәктәбе уҡыусылары уҡыуҙа ла, спортта ла, йыр-бейеүҙә лә һынатмай. Төрлө яҡлап үҫешкән балалар мәктәпте лә уңышлы тамамлай. Эйе, ысынлап та шулай! Уҡыусылар мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, республикабыҙҙа ғына түгел, төрлө уҡыу йорттарында белем алып, үҙаллы тормош юлы башлай. Уҡыуҙан тыш, төрлө спорт төрҙәре - волейбол, баскетбол, футбол, саңғы, еңел атлетика буйынса беренселекте бирмәйҙәр, сәнғәт мәктәбендә фортепиано, гитара, баян, ҡурайҙа уйнау серҙәренә төшөнәләр һәм еңеү яулайҙар.
Ә бына был мәҡәләм - Сермән урта мәктәбенең бейеү ансамбле тураһында. Бейеү көнөндә Сермән мәктәбенең «Йәшлек» бейеү ансамбле үҙенең 25 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләне. Ансамблдең исеме лә юҡҡа ғына “Йәшлек” тип аталмағандыр. Ансамблдә тәрбиәләнеүселәрҙең береһе сығып китеп торһа, икенселәре уның урынына “тыпырлап” килеп тора. Бына шулай “Йәшлек” бейеү ансамбле йәш булып ҡала килә.
“Йәшлек” - педагогтың, балаларҙың, ата-әсәләрҙең берҙәм коллективы. Репетициялар, концерттар, конкурстарҙа ҡатнашыуҙар... Был коллективтың тормошо шундай.
Юбилейы айҡанлы үткән мәҙәни сара уңайынан сәхнә матур биҙәлгән, төрлө сағыу кейемдәрҙә балалар йүгерешә, залдан атай- әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар, студенттар, ҡунаҡтар урын алған, ҡулдарында сәскә гөлләмәләре.
Алып барыусылар байрам кисәһен матур итеп шиғри юлдар менән асып ебәрҙе. Шиғри юлдарҙан һуң, Дилә Атауллина етәкләгән вокал түңәрәгендә шөғөлләнеүсе башланғыс класс уҡыусылары башҡарыуында “Аллилуйя” йыры сараны йәнләндереп ебәрҙе. Һуңынан “Йәшлек” бейеү ансамбленең йылъяҙмаһы берәмләп кенә асыла башланы. Тәүге биттә уның тарихы. Ансамбль етәксеһе, Сермән ауылы ҡыҙы Айгөл Мағазова мәктәптә уҡығанда уҡ бейеүгә әүәҫ була. Алты йәштән бейей башлай. Һәр концерт, кисәләр уның яратып бейегән “Бишбармаҡ” бейеүе менән асыла. Айгөл үҙен иҫләгәндән бирле сәхнәнән төшмәй. Әле ауылда, районыбыҙҙа, республикабыҙҙа, уның сиктәрендә лә үҙе генә түгел, уның уҡыусылары бейеүҙәрен дауам итә.
1992 йылда Айгөл Рәүф ҡыҙы Сермән мәктәбендә ритмика дәрестәрендә балаларға бейеү серҙәрен өйрәтә башлай. 90-сы йылдарҙа мәктәп директоры Мостафа Әхмәт улы Харисов һәм тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Гөлнара Нәҡип ҡыҙы Ҡаһирова ансамблде ойоштороуҙа ярҙам ҡулы һуҙа. Уларҙың ярҙамы менән 25 йыл элек “Йәшлек” ансамбле барлыҡҡа килә һәм әлегәсә уңышлы эшләй. Уҡыусыларҙың - берҙәм, уҡытыусыларҙың татыу булыуы ансамблгә тағы ла көс-ҡеүәт өҫтәй. Ә бына ансамблдең үҙенә генә арнап ижад ителгән “Кадриль” бейеүе уның визит карточкаһы. 1996 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәкселәренең береһе Азамат Зөбәйҙуллин бейеүҙе һала. Тәүге йылдарҙа үткән район конкурсында ул жюри ағзаһы була һәм “Йәшлек” ансамбленең сығышын яратып, икенсе килгәнендә “Кадриль”де өйрәтә. Шунан бирле был бейеүҙе уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ихлас башҡара, ауыл халҡының да иң яратҡан бейеүҙәренең береһе. Байрам кисәһендә “Кадриль” бейеүен бөтә сығарылыш уҡыусылары бергәләп бейене. Тәүге сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре алып килгән бейеүҙәрен бейеп, гөлләмә тапшырҙы.
Люциә Шаһиморатованың тулы материалын гәзиттең 47-се һанында (12.06.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий