Мәсетле булдыҡ

Мәсетле булдыҡ
Изге Ураҙа байрамы көнөндә ауылыбыҙ өсөн икеләтә байрам булды. Ил төкөрһә - күл була, тигәндәй, эшебеҙ башланыуға бер йыл да тулманы. Былтыр 28 июнь көнө изге Ураҙа айы башланыр алдынан нигеҙ һалынған мәсет бинаһы яңы йылға әҙер ине. Рәсми булмаһа ла, ошоға тиклем имам-хатибыбыҙ үҙ бурысын атҡара килде, йома намаҙҙары, башҡалары үтеп торҙо.
Мәсет документацияһын имам- хатип бурысын атҡарған Рауил Ғарифуллин башлап ебәрҙе, был эште яңы мәсеткә хәҙрәт итеп һайлап ҡуйған Рәхимйән Ғәләүетдинов тамамлап ҡуйҙы. Мәсет тѳҙѳү эштәрендә Фәрит Вәлиев, Салауат Зәйнәғәбдинов, Ринат Иҡсанов, Тәлғәт Йосопов, Абдулла Миһранов, Фируз Хөснөт- динов, Рәдиф Солтанов актив ҡатнашһа, биләмәне кәртәләү материалдары менән “Диниә” назараты (мѳфтѳй Тәлғәт Тажетдин) тәьмин итте.
Ауылдан ситтә йәшәгән Булат Юламанов, Ришат Баһауетдинов, Альберт Сәфәрғәлин, Фәтхелислам Ғәйнетдинов, Радик Нурмөхәмәтов, Марс Мансуров, Рәил Йәғәфәров, Гүзәл Ситдиҡова, Нур Шаһисолтанов, Фликс Ғилфанов, Рита Иҡсанова һәм уның апайы Рәүиә, Рәис Исмәғилев, Булат Миһранов, Юлиә Зәйнәғәбдинова, Фират Ҡунаҡбаев, Рим Солтанов, Хәтифә Мәһәҙиева, ауылдаштарҙан Исламетдин Хәлилов, Рәис Мозафаров, Гөлсирә Салауатова аҡсалата һәм матди ярҙам күрһәтте.
Ниндәй ярҙам һораһаң да, баш тартмаған, ярҙам итергә әҙер торған Мансур Сәйғәфәров, Айрат Ҡәйүмов, Шайморат Саматовҡа ҙур рәхмәт!
Аҡсалата, матди, техника ярҙамы, дөйөм эшкә идара итеү менән ярҙам күрһәткән ауыл хакимиәте башлығы Шәүҡәт Салауатовты һәм улы Юлайҙы айырым билдәләп китер инем. Шулай уҡ етәкселәр Ғәзиз Сәлимйәнов менән Венер Сибәғәтуллин бар яҡлап та ярҙам итте. Фәнил Мөхәрләмов, Тимерхан Солтанбәков, Вәли Закиров, Радим Салауатов, Әсҡәт Ғәләүетдинов техника ярҙамы күрһәтте. Ғәзимә Мырҙагилдина аҡсалата ярҙам итеүҙән тыш, эшселәрҙе сәй менән һыйланы.
Тѳрлѳ эштәрҙә актив ҡатнашҡан һәм ярҙам иткән мәктәп коллективына, ағинәйҙәр ҡоро ағзаларына, Әхмәдйән Исҡаков, Вәкил Усманов, Урал Мөхәрләмов, Фәтхулла Хөснөтдинов, Ришат Сагиров, Айнур Зәйнәғәбдинов, Сәлимйән Әбдрәхимов, Иршат Саматов, Вәхит Баһауетдинов, Фларит Мѳхәмәтшин, Руфил Собханғолов, Рәфис Мөхәрләмов, Ринат Һәҙиәтов, Илшат Ғәзизов, Зикаф Ғәйнуллин, Айгиз, Анил Мѳхәмәтшиндар, Данияр Исҡаковҡа ҙур рәхмәт!
Туҡһан йыл мәсетһеҙ йәшәп, иншалла, ғибәҙәтханабыҙ булды. Ул буш тормаһын, эшләһен, ауылға иман ҡайтһын, тип теләйек!
Ринат ШӘЙБӘКОВ.
Йѳйәк ауылы.

Оставить комментарий