“СҮП-САР БАТШАЛЫҒЫ” йәки Бер ҡағыҙ остоғо тураһында

“СҮП-САР БАТШАЛЫҒЫ” йәки Бер ҡағыҙ остоғо тураһында
- Әсәй, кәнфит ҡағыҙын ҡайҙа итәйем?
- Бәй, нимә һорап тораһың, ырғыт.
- Тәрбиәсе апай сүп-сарҙы ергә ташларға ҡушманы...
- Ҡағыҙ остоғонан бер нәмә лә булмаҫ, башымды ҡатырма...

Йорт алдындағы майҙансыҡта әсә һәм 4-5 йәштәр тирәһендәге ҡыҙыҡай араһында барған һѳйләшеүгә шаһит булғас, артабан ни эшләр икән тип, бәләкәсте күҙәтә башланым. Үтә эшлекле ҡиәфәт менән телефон экранына текәлгән әсәһенең үҙенә иғтибар итмәүенән файҙаланып, ҡыҙ бала усында йомолған кәнфит ҡағыҙы менән бер аҙ ситтәрәк урынлашҡан сүп-сар бактарына ҡарай йүгерҙе. “Һай, афарин, ѳмѳт бар икән был һылыуҙа”, - бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, аҡыллы фекер йѳрѳткән сабый ѳсѳн ихлас ҡыуанып ҡуйҙым...
Ә шулай ҙа “ҡағыҙ остоғо” уйға һалды. Ысынлап та, Ер планетаһына юл ыңғай ғына һуғылған уҙғынсы кеүек ғүмер һѳрәбеҙ түгелме? Тирә- йүндәге йәшеллеккә, хозурлыҡҡа һоҡланыр урынға, тау-тау ѳйѳлгән сүп-сар ѳйѳмдәрен байҡап, ирекһеҙҙән танау сирыла. Яҙғы ѳмәләрҙән һуң күҙгә күренеп матурайған донъяһы ла, үлән күтәрелеп, ағас-ҡыуаҡтар япраҡҡа тѳрѳнѳү менән йәнә бер ҙур сүплекте хәтерләтә: тегендә-бында шешә, ҡалай һауыттар, полиэтилен ҡапсыҡтар, ҡағыҙ киҫәктәре, иҫәпһеҙ-һанһыҙ тәмәке тѳпсѳктәре һәм башҡа ҡый “хасил” була. Әйткәндәй, ѳлкәндәр, ғәҙәттә, сүп-сар ырғытыуҙа бала-сағаны ғәйепләй. Әммә кѳпә- кѳндѳҙ кескәйҙәр уйнаған майҙансыҡтарҙа, кеше күп йѳрѳгән урындарҙа оло быуын вәкилдәренең урналарға барып етеүҙе кәрәк тапмауына шәхсән үҙем шаһит. Хәйер, кәнфит ҡағыҙын ергә ташларға ҡыймай торған сабыйға “теләһә ҡайҙа ырғыт!” тип “аҡыл” ѳйрәткәндәрҙән артығын ѳмѳт итеп була микән?!
“Йыйыштырған ерҙә таҙа түгел, ҡыйламаған ерҙә таҙа”, тиҙәр беҙҙә. Шулайын - шулай, һүҙ юҡ. Тик бына әленге ҡағиҙәне күптәр бар тип тә белмәй бит әле. Ни ѳсѳн? Сѳнки Рәсәйҙә был йәһәттән ҡанундар үтәлмәй, тәртипһеҙҙәр язаға тарттырылмай һәм, иң мѳһиме, был мәсьәлә буйынса хѳкүмәт тарафынан ентекле уйланылған, яйға һалынған, етерлек кимәлдә финансланған йүнле система ла юҡ, дѳрѳҫѳн әйткәндә.
Сағыштырыу ѳсѳн әлеге лә баяғы сит илдәргә күҙ һалайыҡ. Беренсенән, Кѳнбайыш Европа, Тѳньяҡ Америка “Ҡыйламаған ерҙә таҙа түгел, яҡшы йыйыштырған ерҙә таҙа” принцибы менән йәшәй. Эйе, был илдәрҙәге таҙалыҡ, бѳхтәлек һоҡландыра, ҡыҙыҡтыра. Ғәмәлдә, унда ла шул яп-ябай кешеләр йәшәй, Ер шарының һәр тѳбәгенән иҫәпһеҙ-һанһыҙ туристар ағыла. Экскурсияларҙан һуң беҙҙәге кеүек тегендә-бында сүп-сар ѳйѳмдәре лә пәйҙә була. Әммә шуныһы ғәжәп - бер нисә сәғәт үтеүгә был ҡыйҙың әҫәре лә ҡалмай. Ә эш башы шунда: Кѳнбайыш Европа илдәрендә урамдарҙы таҙа тотоу - хѳкүмәт тарафынан кѳйләнгән етди система. Үҙҙәрен уратып алған мѳхит санитар- гигиена талаптарына яуап бирһен, кеше йәшәгән урындар, тәбиғәт килгән туристарҙы ѳркѳтмәһен ѳсѳн бында ҡала бюджетына етерлек кимәлдә аҡса бүленә, күпләп эш урындары булдырыла. Икенсенән, сүп-сарҙы европалылар халыҡ кѳн күргән ерҙәргә тау-тау ѳйѳп ҡуймай, ә махсус заводтарҙа эшкәртеп, икенсел сеймал ала. Ѳсѳнсѳнән, Европала был йәһәттән ҡанундарҙың ҡатылығы, уларҙың үтәлеү мотлаҡлығы ла бизмәнде ыңғай яҡҡа ауыштыра. Мәҫәлән, Калифорнияла юл ситенә ырғытылған тәмәке тѳпсѳгѳ, бушаған һыу-һут һауыттары ѳсѳн тәртипһеҙ әҙәм кеҫәһенән - 1000 долларын, Канныла (Франция) 180 евроһын сығарып бирәсәк. Ә беҙҙә нисек? Урам буйлап ашап барабыҙ - ташлап барабыҙ. Тәмәке тѳпсѳктәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел - балкондарҙан сѳйѳлгән ул хәшәрәттән, йорт аркалары аша үткәндә, башыңа ут ҡапмаҫ тимә. Дүртенсенән, ундағы урам һепереүселәр кѳн оҙоно эш ерендә хеҙмәт итә, һәр ташланған сүп-сарҙы ваҡытында йыйып бара. Беҙ иһә урам һепереүселәрҙе алаҡ-һолаҡ иртәнге сәғәттәрҙә генә күрәбеҙ. Әйткәндәй, Амстердамда берәҙәктәр, эскеселәр тѳйәк иткән парктар ҙа үҙҙәренең таҙалығы менән хайран итә. Баҡтиһәң, бында синфи йѳҙѳн юғалтҡандарҙы ла эшкә егәләр, имеш. Рәсәй берәҙәктәре ише бушты-бушҡа ауҙарып йѳрѳр урынға, йыйыштырыу ҡорамалдарын ҡулға алып, иртә таңдан эшкә тотона улар. Хеҙмәттәре ѳсѳн ике банка һыра, бер ҡап тәмәке, 10 евро аҡса ҡаралған.
Ауыҙ һыуын ҡоротоп, был илдәрҙе әллә күпме маҡтарға була, шулай ҙа үҙебеҙҙең проблеманан ситләшмәйек әле. Күптәр ризалашыр - урамдарҙа ҡуйылған урналарҙың әҙ булыуы, йорттар янындағы сүп-сар бактарының ҡапҡасһыҙ-ниһеҙ тороуы ла бәкәлгә һуға. Мәҫәлән, Киров урамына ҡараған 68-се йорттоң бактарынан осҡан сүп-сар Ҡыҙыл урамы халҡын тамам йѳҙәткәйне. Шәхси ѳйҙәр алдын “сыбарлаған” ҡый ѳйѳмдәре, әлбиттә, ҡала йѳҙѳн бер ҙә биҙәмәй. Үҙ сиратыбыҙҙа, һорауҙар менән 68-се йортто хеҙмәтләндергән “Коммунальщик” компанияһына ла, сүп-сарҙы полигонға ташыуҙы ойошторған “Авария-диспетчер” хеҙмәтенә лә шылтыратып ҡараныҡ - аныҡ яуап ишетелмәне. Бары ҡала хакимиәтенең контроле аҫтына эләккәс кенә, мәсьәләгә асыҡлыҡ инде, буғай. “Башспецстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте арҡылы йыйыштырылған йорт алдарына, ниһайәт, йәм инеп ҡалғандай булды. Тик оҙаҡҡа микән? Был таҙалыҡтың ваҡытлыса күренеш булмауы, моғайын, етәкселәр тарафынан күҙ уңында тотолғандыр.
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВАның тулы материалын гәзиттең 51-се һанында (26.06.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий