Хәүефһеҙлек мәктәбенән - хәүефһеҙ тормошҡа

Хәүефһеҙлек мәктәбенән - хәүефһеҙ тормошҡа
Ошо девиз аҫтында Азапкин утарында йыл һайын "Хәүефһеҙлек мәктәбе" республика ярыштары үтә. Ҡатнашыусы командалар һаны ла йылдан-йыл арта, үҫмерҙәрҙең дә белеме, оҫталығы профессионалдәргә тиңләшә һәм киңәйә бара. Бындай ярыштарҙан үҫмерҙәр үҙҙәренә ысын дуҫтар таба, бер йылға етерлек ыңғай тәьҫораттар ала.
Быйылғы ярыштар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Хәүефһеҙлек мәҙәниәте йылына арналды. V республика ярыштарында муниципаль берәмектәрҙән 50 команда ҡатнашты. Сараны тантаналы асыуҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов, "Хәүефһеҙлек мәктәбе" Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр йәмғиәте хәрәкәтенең Башҡортостандағы бүлексә советы рәйесе Гөлшат Әхмәҙиева ҡатнашты һәм йәш ҡотҡарыусыларға теләктәрен еткерҙе.
Өс көн дауамында үҫмерҙәр ҡаршылыҡ һыҙаты аша үтте, ҡатнаш янғын эстафетаһында, "граждандар һағы" этабында, һынауҙарҙы үтеү маршрутында, күнекмәләрҙә, эҙләү- ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашты.
Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған йәш ҡотҡарыусыларға слеттың тәүге көнөнән үк төрлө ҡатмарлы һынауҙар аша үтергә тура килде. "Ялан шарттарында көнкүреште ойоштороу" конкурсында үҫмерҙәр килеп тыуған хәлдәрҙән сығыу юлын эҙләне, белемен тикшерҙе. Махсус ҡорамалдар ярҙамында тәбиғәт ҡаршылыҡтарын тиҙ һәм ойошҡан рәүештә үтә белеү ике төп дисциплина - "Йәшәү өсөн көрәш маршруты" һәм "Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре" һәр йылдағыса көсөргәнешле үтте. "Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре" этабында А төркөмөндә Нефтекама, Дүртөйлө Стәрлетамаҡ район-ҡалалары, Б төркөмөндә Ғафури, Белорет, Федоровка райондары командалары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. "Хәрби үҙгәртеп ҡороу" дистанцияһында Краснокама, Балтас, Межгорье (А төркөмө), Белорет, Ғафури, Шишмә (Б төркөмө) ҡотҡарыусыларына етеүсе булманы. "Команда менән таныштырыу" конкурсында командаларҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштылар, гитараға ҡушылып йырланылар. Был конкурста ла Белорет командаһы алдынғылар рәтендә булды.
"Хәүефһеҙлек мәктәбе" республика ярыштарында район намыҫын ҡаланың Туризм үҙәге тәрбиәләнеүселәре - 1-се һәм 18-се мәктәп уҡыусылары яҡланы. Туризм үҙәге тәрбиәләнеүселәре һәр этапта тиерлек алдынғылыҡты бирмәне. Шәхси беренселектә лә Ирина Фидиева, Григорий Армашула (1-се мәктәп) - I, Александра Котова, Александр Разборщиков (18-се мәктәп) II урын яуланы.
"Йәшәү өсөн көрәш маршруты"нда командалар 14 километр араны үтеп, ике тапҡыр Ҡыраҡа һыртына "ҡиммәтле" йөк мендерҙе, "зыян" күреүсегә ярҙам итте, шырпыһыҙ усаҡ тоҡандырҙы, ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙе билдәләне һәм башҡа ҡаршылыҡтар аша үтте. Был этапта ла белореттар һынатманы. "Эҙләү- ҡотҡарыу эштәре" этабында икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.
"Комплекслы күнекмәләр" этабында Александра Котова 30 секунд эсендә 58 тапҡыр ҡалҡынып, барыһын да аптыратты. Белорет командаһы юморға ла бай булды: визитка буйынса өҫтәмә 2 балл алды. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса, Б төркөмөндә Белорет командаһы I урын яуланы.
Слетты ябыу тантанаһында командаларға, шәхси беренселектә еңеүселәргә Грамоталар, миҙалдар, бүләктәр тапшырылды.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан алынды.

Оставить комментарий