Бейеү - минең күңел талабы

 Бейеү -  минең күңел талабы
Ҡатыны Олеся менән башҡарған һоҡландырғыс бейеүҙәре аша ул күптәргә таныш. Ҡалала бер сара ла уларһыҙ үтмәй. Спорт-бал бейеүе тренерҙары, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, Рәсәй Чемпионатының көмөш призерҙары Олеся һәм Ирик Сиражетдиновтар менән иң матур һәм грациоз спорт төрҙәре тураһында әңгәмәләштек.
► Ирик Римович, үҙегеҙ хаҡында һөйләп китһәгеҙсе...
- Белореттан мин. Миңә йәш ярым булғанда, Ташкент ҡалаһына күсеп, унан һуң Пятигорскиҙа ла йәшәп алдыҡ. 91-се йылда был яҡҡа әйләнеп ҡайттыҡ. 18-се мәктәптә уҡыным. Ҡаланың 26-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Ағас эше оҫтаһы һөнәрен үҙләштерҙем. Икебеҙ ҙә ҡала музыка мәктәбен (мин - баян, ҡатыным хор-дирижер бүлеген) тамамланыҡ.
► Баянда уйнау тормошоғоҙҙа кәрәк булдымы?
- Атайым шулай теләне. Баянда уйнай белһәң, тамағың туҡ булыр, туйҙарҙа уйнап, аҡса эшләрһең, тип әйтә торғайны. Былай баян менән аҡса эшләргә тура килмәне (көлә).
► Ә балта оҫтаһы?
- Әлбиттә. Үҙем өй һалдым, эстәге йыһаздың да күбеһен үҙем эшләнем.
► Бейеү менән ҡасан шөғөлләнә башланығыҙ һуң?
- 27 йәшемдә генә бейей башланым.
► Ошо урындан ентекләберәк...
- Бәләкәй сағымдан спорт-бал бейеүҙәренә ғашиҡмын. Хатта бейеп йөрөүем төшөмә лә инә ине. Әммә мәктәптә уҡыған саҡта уңайһыҙландым. Атайым мине боксер, каратист итеп күрергә теләй ине... (көлә).
► Шунан нисек ҡыйыулыҡ йыйҙығыҙ?
- Дуҫтарым менән бер саҡ, бына күреп тороғоҙ, мин бейей башлайым, тип бәхәсләштем. Икенсе көнө үк Мәҙәниәт һарайына килдем. Ул ваҡытта Аришина Нурия Тархан ҡыҙы тренер ине. Ул әле лә «Жар птица» клубы етәксеһе.
- Спорт-бал бейеүҙәрендә малайҙар, егеттәр етешмәй, тиҙәр...
- Уныһы шулай, эйе. Ҡайһы бер ҡалаларҙа хатта партнер бейергә йөрөһөн өсөн уға түләйҙәр. Беҙҙә, киреһенсә, малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк. Ҡыҙҙар етеңкерәмәй, шуға килһендәр беҙгә бейергә.
► Һеҙҙең дә бер генә партнер булмағандыр...
- Партнерҙарҙы күп алыштырҙым. Шунан Олеся килде. Ул быға тиклем башҡа тренерға йөрөй ине. Оҙаҡ ҡына бергә бейей торғас, өйләнештек тә.
► Белеүемсә, күп кенә тренерҙар ирле-ҡатынлы була...  Бейеү -  минең күңел талабы
- Шулай шул. Сөнки көнөн- төнөн бергәһең. Күнекмә, ярыш, төрлө сборҙар. Гел бергә булырға тура килә. Икенсе ҡыҙҙарға ваҡыт та юҡ, башҡаларҙы күрмәйһең дә. Әле бергә балаларҙы бейергә өйрәтәбеҙ. Мин эштә саҡта, ул мине алыштыра. Мин Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтында театрлаштырылған тамаша режиссерына, ә Олеся социаль-мәҙәни эшмәкәрлек буйынса уҡыныҡ.
► Тағы берәй ерҙә эшләйһегеҙме?
- Әлбиттә. 2004 йылдан алып янғын һүндереүсе булып эшләйем. Тиҙҙән хаҡлы ялға сығам. Былтыр мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән эшләй башланым. Питер ҡалаһында үткән Донъя чемпионатына барып, мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙың бейеүҙәрен күреп, ихтыяр көстәренә иҫем китте. Әйтмәҫһең дә... Һау кешеләр шикелле. Үҙебеҙҙә лә бындай төркөм булдырырға тип илһамланып ҡайттым. Әле, Аллаға шөкөр, төркөм йыйылды. Бейеү көнөнә арналған концертта беренсе сығыштары ла булды. Уларҙың да, минең дә ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы.
► Спорт-бал бейеүҙәре менән шөғөлләнеү ҡиммәткә төшә, тиҙәр...
- Ниндәй генә спорт төрөн алма, етди шөғөлләнәм, тиһәң, береһе лә осһоҙ түгел. Концерт һәм күнекмә костюмдары тектерер кәрәк, бер нисә аяҡ кейеме, колготкиҙар, сәс өсөн ак- сессуарҙар, йәйге сборҙар, турнирҙар- ҙа ҡатнашыу - былар, әлбиттә, кеҫәгә һуға. Әммә был шуға торошло. Сөнки бал бейеүҙәре - иң матур һәм тамашалы бейеү төрө. Талант, матурлыҡ һәм нәфислек донъяһы ул. Ул ысын байрам, бейеү беҙҙе алыҫ илдәргә алып китә, унда йәшәүселәрҙең ғөрөф-ғәҙәте, холоҡ-фиғелен сағылдыра. Мәҫәлән, романтик һәм хистәргә бай «Румба», ә, бәлки, карнавал «Самба» башты әйләндерер, йәки аргентин «Танго»һы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр өйөрөнә тартып алыр. «Ча-ча-ча» менән беҙ мотлаҡ Кубала булырбыҙ, «Паса- добль» менән испанса ҡыҙыу, дәртле корриданы күрербеҙ, ҡупшы һәм көслө тореадор үҙенең плащы - партнерын буйһондора. Шаян, дәрт һәм ялҡын менән тулы «Джайв» бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Ә яй, нескә, тыныс «Вальс» беҙҙе тыйнаҡ Англияға алып китер, «Фокстрот» менән пуритан урамдары буйлап үтербеҙ. Хәйер, һәр кем үҙ ассоциацияһын үҙенсә төҙөй. Һәр бейеүҙең үҙ моңо, фиғеле, стиле, үҙ фәлсәфәһе. Үҙебеҙҙең дәрестәрҙә тап шул көйҙө тойоп һәм бейеү хәрәкәттәре аша күрһәтергә өйрәтәбеҙ ҙә инде.
Тәрбиәләнеүселәребеҙ ҙә уңыштары менән ҡыуандырып тора. Турнирҙарҙан, Аллаға шөкөр, гел призлы урындар яулап ҡайтабыҙ.
Нәркәс Вәлиуллинаның әңгәмәһен гәзиттең 52-се һанында (29.06.18) уҡығыҙ.



Оставить комментарий