Һыйлы көнөң һыйырҙа тип торғанда...

Һыйлы көнөң һыйырҙа тип торғанда...
Быйылғы ҡыштың ҡарһыҙ, яҙҙың һуңлап килеүе, ауыл хужалығы тармағына ла кире йоғонто яһамай ҡалманы. Көндәрҙең һалҡын тороуы, урман-ҡырҙарҙа үләндең ипләп үҫмәүе ауыл малдарының көтөүгә һуңлап сығыуына килтерҙе. Ноҡат – Инйәр төбәгенең төпкөл ауылдарының береһе. Өфө-Белорет трассаһынан ике тиҫтә саҡрым тирәһе урман эсендә урынлашҡан Ноҡат, Арышпар, Айыс ауылдарында хәҙер тормош туҡтап ҡалғандай. Ҡасандыр гөрләп торған, үҙ белем, мәҙәниәт усаҡтары, магазиндары, башҡа ойошмалары булған ауылдар күптән һүнгән. Хәҙер иһә ауылдарҙа мобиль элемтә, магазиндар ҙа юҡ. Йәштәр ҙә ауылда ҡалырға теләмәй. Ҡалғандары ла төҙөлөш өсөн ер ала алмай интегә һәм шул сәбәпле ситкә китергә мәжбүр. Ауыл халҡына эш юҡ тиерлек, күптәре Инйәргә йөрөп эшләй. Ауыл эшҡыуарҙары ҡайһы бер ир-атты эш менән тәьмин итерлек хәлдә, ә шулай ҙа күптәр эшһеҙ ятыуҙы хуп күрә. Ауыл халҡының күҙ терәп торғаны - мал. Ноҡаттар ҙа башлыса малсылыҡ менән көн күрә, йылҡы, һыйыр малы, һарыҡ, кәзә аҫрай. Һәр хужалыҡта тиерлек бер нисә баш эре мал иҫәпләнә. Хужабикәләр ағын эшкәртеп, ғаиләһен туйындыра, балаларына, туғандарына күстәнәскә бирә, артып ҡалған һөтөн, ҡаймаҡ- майын, ҡоротон Инйәргә алып барып та һата.
Ҡайһы бер ғаиләләр артабан да шулай итеп көн күрер ине лә... Тик ноҡаттарҙың һәүкәштәре, йәшел үләнгә сығып, балаларға ҡаймаҡ, эремсек ашатаһы, һөт эсерәһе ваҡытта, бер- бер артлы тиерлек ҡырыла башлай.
Изге Рамаҙан айы ҡайһы бер ғаиләләр өсөн күңелһеҙ тамамлана. Иртән һауып сығарылған малҡайҙарҙың ҡайһы бер- ҙәре билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында шунда уҡ йән бирә, ҡайһылары урманда, өсөнсөләре иртәнсәк ауырый башлай ҙа кисен ятып үлә. Тағы бер нисә һыйыр көтөүҙән ауырып ҡайта. Шул ваҡытта яу һала ла инде ауыл халҡы. Ауыл старостаһы Вил Солтанов тиҙ арала Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдиновҡа сыға. Ул, үҙ нәүбәтендә, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Васильевич Пинящук менән бәйләнешкә инеп, хәлде аңлатып бирә. Тиҙ арала район-ҡала ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре юлға сыға. Үлгән, ауырыған малдарҙан анализдар алып, үҙҙәре тикшергәндән һуң Өфөгә ебәрәләр. Тикшереү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, малдарҙа йоғошло ауырыу билдәләре табылмаған. Улар ниндәйҙер аҙыҡ менән ағыуланған. Тик әлегә ниндәй матдә менән ағыуланғаны билдәһеҙ. Һыйырҙарҙың нимәнән ағыуланып үлгәне, ауырығаны ныҡлы тикшереү үткәрелгәндән һуң билдәле буласаҡ. Әле анализдар Башҡортостан ветеринар фәнни-производство лабора- торияһына токсик матдәне асыҡлауға ебәрелгән.
Мөхәрририәткә күҙ терәп торған малҡайҙары, артабан ошо хәлдең ҡабатланыу ихтималлығы өсөн борсолған ауыл халҡынан шылтыратыу булғандан һуң, беҙ ҙә юлға сыҡтыҡ. Инйәр-Ноҡат юлы ситендә күпләп ятҡан сүп-сарҙы күреп, ирекһеҙҙән, тирә-яғыбыҙҙы бысратып, ағыулап, бар нәмәне лә ашап ҡарарға яратҡан малҡайҙарҙың башына үҙебеҙ үк етмәйбеҙме икән, тигән уй тыуҙы. Инйәр халҡы элек-электән малын көтөүгә ебәрмәй, ауылдарҙа көтөүлектәр юҡ. Йылҡы малы ла иртә яҙҙан урманға сыға, шунда көҙгә тиклем йөрөй. Беҙ ауылға килгәндә, малдар урам уртаһында тора ине. Ветеринарҙар малды сығарырға ҡушмағас, ҡайһы берҙәренең малҡайҙары кәртә-ҡураһында тора. Ауыл старостаһы Вил Солтанов менән әңгәмәләшеп, 6 һыйырҙың үлгәнен, бер нисәүһенең ауырығанын асыҡланыҡ.
14 июндән алып 6 баш мал үлгән. Сәбәбе билдәһеҙ. Хаҡлы ялда булған Зифа апай Һиҙиәтова артып ҡалған ҡаймаҡ-майын, һөтөн һатҡан, хәҙер килеп бер түгел, ике һыйырынан ҡалған. Хәҙер һөттө үҙе һатып алырға иткәйнек. Береһе үлде, икенсеһе ауырый. Һыйырымды юғалтыуы ауыр булды. Ауырығанына ветеринарҙар көн дә килеп укол эшләп, системаһын ҡуйыуҙан тыш, халыҡ ысулы менән дауалап ҡарайбыҙ. Тик әлегә алға китеш һиҙелмәй. Ашамай, ашаһа ла, һейҙек бүлеп сығара алмай. Нимәнәндер ныҡ ағыуланған", - ти хужабикә күҙ йәштәре аша.
Ауыл халҡы хәлдең сәбәбен төрлөсә юрай. "Һунарсылар йыртҡыстарға, ҡабан сусҡаларына ниндәйҙер ағыу һалған. Һыйырҙар шуны ашап үлә. Мал ҡырыла башлағас та, ағыуҙарын йыйып алып киттеләр", "Юл хужалығы ҡышын юлға ҡом түгә, әллә шуны яланылармы икән?", "Ауылыбыҙҙа ят кешеләр йорт һала башланы. Ярамаған төҙөлөш материалын ашағандарҙыр", тигән фекерҙе тыңлағандан һуң, Вил Солтанов менән һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ.
- Һыйырҙар үлә башлағас, урманға барып, һунарсыларҙың фаразлаған алдатҡыс емдәрен эҙләп сыҡтым. Ауылға яҡын, мал етә алырлыҡ ағыу бер урында ла күренмәне. Ҡом ялап, ашап ағыуланыу ихтималлығы юҡ. Төбәк юлдарына бер төрлө ҡом түгелә, улай булһа, күрше ауылдарҙың малы ла ҡырылыр ине, - тине ауыл старостаһы.
Йорт һалыусыға ла барҙыҡ, хужалары булмаһа ла, эшселәре менән һөйләшергә тура килде. Йорт һалыу өсөн кәрәкле материалдарҙан тыш, ярамағаны юҡлығына үҙебеҙ ҙә инандыҡ.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 52-се һанында (29.06.18) уҡығыҙ.

Оставить комментарий