Лифттар алыштырыла

Ҡаланы төҙөкләндереү эштәре әүҙем дауам итә. Быйыл күп фатирлы йорттарҙа 27 лифт алыштырыласаҡ.
Был эш капиталь ремонт яһау төбәк программаһына ярашлы, йорттарҙың ҡыйығын һәм фасадын алыштырыу менән бергә алып барыла. Ҡалалағы күп кенә йорттарҙағы лифттарҙың файҙаланыу ваҡыты сыҡҡайны. Әлеге ваҡытта 39 күп фатирлы йортта 108 лифт эшләй. Уларҙың 50 проценты 25 йыл файҙаланыла. Ә был ваҡыт пассажир лифттары өсөн һуңғы сик һанала.
Быға тиклем йылына 2-3 кенә лифт ремонтланһа, быйыл иһә был эш 10 тапҡырға күберәк башҡарыласаҡ. Йыл аҙағына тиклем бер нисә күп фатирлы йортта заманса 27 лифт барлыҡҡа киләсәк.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий