Дәртләнеп йәшәр саҡ ҡына

Дәртләнеп йәшәр саҡ ҡына
Ҡаланың Металлургтар майҙанында Йәштәр кѳнѳнә арналған байрам үтте.
Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап:
- Йәшлек - һәр кешенең ғүмерендәге иң матур мәл. Был осорҙа хыял ланырға һәм уларҙы тормошҡа ашырырға мѳмкин. Яҡшы уҡыған, эшләгән һәм ял итә белгән беҙҙең Белорет йәштәренең дә ошондай сағы икәнлегенә, районыбыҙҙың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыуына ышанам. Хыялланығыҙ һәм хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ! Барығыҙға ла бәхет, һаулыҡ, именлек һәм мѳхәббәт теләйем, - тине.
Байрамға йыйылыусылар Силәбе ҡалаһының “Аура” һәм “Ди-Версия” вокаль коллективтарының дәртле йырҙары аҫтында күңел асып, рухи кѳс һәм дәрт алып ҡайтты.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Автор фотоһы.

Оставить комментарий