Уйланырға ваҡыт

Уйланырға ваҡыт
14 июль белореттар Ҡала көнөн билдәләй. Ошо дата айҡанлы беҙгә республиканың башҡа ҡала һәм райондарынан да күп ҡунаҡтар киләсәк.
Үкенескә ҡаршы, әлегә ҡала ҡунаҡ ҡаршыларға тулыһынса әҙер тип әйтеп булмай. Урамдағы һәр йорт тиерлек төрлө иғландар, рекламалар менән сыбарланған, ҡайһы бер йорт алдарында контейнерҙар сүп-сар менән тулған. Ысынлап та, әгәр иғтибар менән ҡараһаң, эргә- тирәлә иғлан йәбештерелмәгән бер генә ҡоролма, йорт та ҡалмаған тиерлек. Үҙ хеҙмәтен тәҡдим итеүселәр, йәки нимәлер һатыусылар, ҡайҙалыр саҡырыусылар йорт һәм уларҙың ишектәрен генә түгел, урамдағы ағастарҙы, һыу торбаларын, туҡталыштарҙы, киоскыларҙың береһен дә буш ҡалдырмай. Ә бит быларҙың барыһы ла муниципаль милек һанала. Тимәк, уны төрлө яҙыулы ҡағыҙҙар менән сыбарлаусылар ҡала милкен боҙа булып сыға. Белореттарҙың күбеһе бындай ҡылыҡ менән риза булмаһа ла, тәртип боҙоусылар туҡтамай. Рөхсәтһеҙ иғлан йәбештереү административ хоҡуҡ боҙоуға инә һәм бының өсөн тәртип боҙоусы яуап бирергә тейеш. Ғәҙәттә, ғәйеплеләрҙе табыу артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, һәр иғланда телефон һандары, адрестар күрһәтелгән була.
Аллы-гөллө иғландарҙан тыш, сүп контейнерҙары янында көнкүреш техникаһы, иҫке тәгәрмәстәр, мебель, төҙөлөш материалдары ла туҙып ята. Бындай сүп-сарҙы хужалар үҙҙәре ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына алып барырға тейеш тә бит. Тик улар был эште башҡалар иңенә һалыуҙы хуп күрә. Контейнерҙарҙы йыйыштырған авария-диспетчер хеҙмәтенә халыҡтың дәғүәһе юҡ. Сүп-сар аҙнаһына ике тапҡыр, билдәле бер ваҡытта сығарыла. Сүп контейнерҙары янында таҙалыҡ тотоу - идара итеүсе компанияларҙың бурысы. Ә шәхси секторҙа йәшәүселәр ер участкаларына яҡын территорияны үҙҙәре таҙартырға тейеш. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, сүп-сарҙы ваҡытында йыйыштырһалар ҙа, көслө ел йә иһә аныҡ йәшәү урыны булмаған граждандар арҡаһында уның тағы ла кире урынына килеп ятыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, Киров урамындағы шәхси йортта йәшәүселәр был проблеманы етәкселәр менән дә хәл итергә тырышып ҡарай, әммә мәсьәлә әлегә тиклем урынынан ҡуҙғалмай.
Үҙе йәшәгән ерҙә таҙалыҡ булдырыу һәр кемдең ҡулынан килерлек эш. Бының өсөн теләк кенә кәрәк. Бары тик шул ваҡытта ғына ҡаланың йә ауылдың йөҙөн һаҡлап, уға матур төҫ биреп буласаҡ.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий