Бурысһыҙ йөрөүең хәйерле

Бурысһыҙ йөрөүең хәйерле
Белорет юлдарында ѳс йыл рәттән “Юл приставы” аппарат-программа комплексы эш алып бара. Күптән түгел, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан, сираттағы рейд ойошторолдо. Уның ярҙамында төрлө түләүҙәре булған автомобиль хужаларынан аҡсалата бурыстар ҡайтарылды.
Был юлы аппарат-программа комплексы транспорт әүҙем хәрәкәт иткән Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлаштырылды. Өс сәғәт эсендә суд приставтары хеҙмәте һәм ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан 50-гә яҡын автомобиль туҡтатылды. Рейд барышында 1 миллион 152 мең һум суммаға 10 арест һалынды.
Шуларҙың алтауһы - автомобилдәргә. Ике автомобиль хужаһы бурыстарын шунда уҡ ҡапланы. Шулай уҡ терминал аша банк карталары буйынса 70 мең һум күләмендә бурыс аҡсаһы ҡайтарылды. “Юл приставы” аппарат-программа комплексы республикала әлегә берәү генә. Киләсәктә бѳтә бүлектәрҙе лә ошондай махсус ҡорамал менән тәьмин итеү планлаштырыла. Тик был эштең ҡайһы ваҡытта тормошҡа ашырылыуы әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел. Шуға күрә республика райондары буйлап рейд яһау дауам итәсәк.
Э. ЗЕКРЕНА.
Оставить комментарий