Күҙгә күренеп матурая

Күҙгә күренеп матурая
Былтыр беҙҙең ҡала бер юлы ике - «Бәләкәй ҡалалар паркы» һәм «Ҡала мөхите» проекттарында ҡатнашҡайны. Һуңғы проектҡа ярашлы, Ленин урамындағы скверҙа һәм йорт алды территорияларында ремонт башҡарылды. Бының буйынса 41 күп фатирлы йорт ингән 22 йортҡа капиталь ремонт яһалды. Федераль проект быйыл да тормошҡа ашырыласаҡ, һөҙөмтәлә 34 йорт алды төҙөкләндереләсәк.
Әлеге ваҡытта ҡыҙыу төҙөкләндереү эштәре бара. Тулы ҡеүәткә асфальттар түшәлә, күп фатирлы йорттар һәм улар янындағы территориялар ремонтлана. Быйылғы эш күләме былтырғынан тағы ла күберәк булыуын айырым билдәләп үтеү кәрәк. Үткән йылда 22 йорт алды ремонтланһа, быйыл иһә был һан 34-кә етте.
Ремонт эштәре бер юлы ике программа буйынса алып барыла. Беренсе - «Заманса ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса 18 йорт алды ремонтланһа, өҫтәлмә, «Урындағы инициативаларға ярҙам итеү» республика программаһына ярашлы, ҡалған 16 йортта ремонт барасаҡ. Тәүге проект тулыһынса федераль һәм республика бюджетынан финансланһа, икенсе программаны ғәмәлгә ашырыуҙа күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән халыҡтың аҡсаһы ла файҙаланыла.
Төҙөкләндереү эштәренә ярашлы, быйыл да автотранспорт ҡуйылған урындар киңәйтеләсәк, ә инде ҡайһы бер йорт алдарында өҫтәлмә урындар булдырыласаҡ, яңы бордюрҙар эшләнәсәк, йәйәүлеләр һуҡмағы һалынасаҡ. Эш барышында халыҡҡа ваҡытлыса бер аҙ уңайһыҙ шарттарҙа йәшәп торорға тура килер. Былтырғы һөҙөмтәгә ҡарап һәм һуңғы ике йылда әлеңге кеүек масштаблы ремонт эштәре башҡарылмауын иҫәпкә алғанда, ваҡытлыса килеп сыҡҡан уңайһыҙлыҡтарҙың ҙур проблема булмауы ла яҡшы аңлашыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, программаны тормошҡа ашырыу 2022 йылға тиклем дауам итәсәк. Тимәк, быйыл планға инмәгән йорт алдарында киләһе йылдарҙа эш башлау мөмкинлеге бар.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
ҺҮРӘТТӘ: ҡаланың К.Маркс урамындағы 56-сы йортто танырлыҡ түгел.
Айгѳл КИРАМОВА фотоһы.
Оставить комментарий