Юлдар ярып, алға бара “Ҡуңыр буға”

Юлдар ярып, алға бара “Ҡуңыр буға”
Илдә иҡтисади кѳрсѳк барған осорҙа тѳрлѳ ойошма, клуб, мәктәптәрҙе ябыу, оптималләштереү шауҡымы әҙәбиәткә лә үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалманы. Ошондай ҡатмарлы осорҙа Урал һәм Урал аръяғы ижадсыларын берләштергән ирекле ойошма тѳҙѳү талабы килеп баҫа һәм 2013 йылдың 30 майында Урал аръяғы ижади көстәренең "Ҡуңыр буға" берләшмәһе" төбәк йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалына.
Ошо кѳндәрҙә Сосновка ауыл мәҙәниәт йортонда ижади кѳстәрҙе туплау, йәш кѳстәрҙе, бигерәк тә балаларҙы әҙәбиәткә ылыҡтырыу маҡсатынан ойошторолған ойошма үҙенең 5 йыллыҡ юбилейын туйланы.
Сараны ойошма етәксеһе Мәүлит Кәримов асты. Арабыҙҙан иртә киткән ҡәләмдәштәрҙе иҫләп, бер минут тынлыҡ иғлан иткәндән һуң, ойошманың биш йыллыҡ эшенә байҡау яһаны, иң әүҙем ағзаларын - Мөнир Иҡсанов, Алина Ғәлина, Азамат Ямалетдинов, Мәҙинә Яҡупова, Марс Сәитғәлин, Филүрә Моратшина, Илсиә Ҡасимова, Мәрйәм Сәлмәнова, Бибиямал Йосопова, Нәркәс Йомағужинаны Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. “Ҡуңыр буға”ның тәүге етәксеһе, танылған шағир һәм яҙыусы Мәүлит Ямалетдиновҡа Учалы районы хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Артабан һүҙ Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Ринат Ғәффәр улы Моратшинға бирелде. Ул, үҙ сиратында, ойошманың телебеҙҙе байытырға ярҙам итеүен, уның ижадсыларға, бигерәк тә балаларға кәрәк булыуын телгә алды, “Ҡуңыр буға”ның даны артыуын, ижади уңыштар теләне.
Ѳфѳ ҡунағы, “Ағиҙел” журналының яуаплы сәркәтибе, шағир һәм яҙыусы Дамир Шәрәфетдинов сығыш яһап, бындай ойошмаларҙың нисек эшләүе, әүҙемлеге етәкселәрҙән тороуын, был юҫыҡта уларҙың эше менән ҡәнәғәт булыуын, һәр тѳбәктә йәштәргә, балаларға үҫергә мѳмкинлек биргән ошондай әҙәби ойошмаларҙың булырға тейешлеген әйтеп үтте һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың Ҡотлау открыткаһын тапшырҙы, “Ағиҙел” журналын таратыуҙа әүҙемлек күрһәткән Мәүлит Зиннәт улын “Ағиҙел”дең яҡын дуҫы” тип иғлан итеп, Диплом менән бүләкләне. Шулай уҡ Мәүлит Кәримов, Айһылыу Хәсәнова, Әнисә Аҫылғужина, Рәмзилә Ҡәләмова, Зѳһрә Кашапова, Хәдис Ниғмәттуллин, Айһылыу Йәғәфәроваға башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур ѳлѳш индергән ѳсѳн Яҙыусылар союзының Почет грамоталарын тапшырҙы.
Роза Хәйруллина Мәүлит Кәримовтың “Бер тигәс тә, ни яман?” ҡобайырын башҡарып, кәйефтәрҙе күтәреп алғандан һуң, Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе, ойошманың яҡын дуҫтарының береһе - Радик Рәхмәтуллин сәхнә түренә саҡырылды. Ул Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов исеменән Ҡотлау открыткаһын уҡып ишеттерҙе, Әбйәлил районында әҙәбиәтте үҫтереү ѳлкәһендәге хеҙмәте ѳсѳн “Ҡуңыр буға” етәксеһен Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Шулай уҡ Әлфиә Абдрафиҡова, Зөһрә Бәшәрова, Фәнүзә Биктимерова, Азат Көмөшбаев, Фатима Һибәтова, Мәҙинә Йәғәфәроваға - хакимиәттең, Роза Хәйруллина, Фәрзәнә Хамматоваға - мәҙәниәт бүлегенең, Зиниә Ғәлләмова, Гүзәл Әхмәҙиеваларға - мәғариф бүлегенең Почет грамоталарын тапшырҙы.
Уның артынса “Ҡуңыр буға”ның тәүге рәйесе, хәҙер “Ѳлкәр” һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фондына етәкселек иткән Мәүлит Ямалетдиновҡа һүҙ бирелде. Ул Учалы районы мәғариф һәм мәҙәниәт бүлегенең Ҡотлау открыткаларын уҡып ишеттерҙе һәм Мәүлит Кәримовҡа “Ѳлкәр” фондының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Лилиә Солтанова һәм Динара Ғәлләмоваға шағирә Флүзә Әхмәҙиева исемендәге премияны тапшырғандан һуң, фонд артабан да талантлы балаларға аҡсалата ярҙам күрһәтәсәген әйтеп китте.
Әҙәби-мәҙәни кисәне дауам итеп, сәхнәгә “Урал” гәзите мѳхәррире Сатура Минһажитдинова күтәрелде. Ул Мәүлит Зиннәт улына ижад ѳлкәһендәге күп йыллыҡ хеҙмәте һәм “Әрем тәме” китабы ѳсѳн район-ҡаланың “Ағиҙел ѳҫтѳндәге йәйғор” премияһын (һүрәттә), “Урал” гәзите менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иткәне ѳсѳн Диплом тапшырҙы. Шулай уҡ ойошма ағзалары - Наилә Кималова, Әнисә Аҫылғужинаны - “Урал” гәзитенең, Зилә Абзалова, Айгѳл Мулләғәләмова, Наилә Кималова, Илнур Әхмәтшин, Нәркәс Йомағужинаны район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары менән бүләкләне, ойошманы тәүге юбилейҙары менән ҡотланы.
Сараның мәртәбәле ҡунаҡтарының береһе - Күмертау яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Сулпан Миңлебаева “Ҡуңыр буға”ның артабан да үҫеүен, уҡымлы китаптар сығарыуҙарын туҡтатмауҙарын, уңыштар теләне.
Бѳрйән районының “Баҙал” әҙәби-ижади берекмәһе етәксеһе, тәржемәсе Булат Усманов һуңғы йылдарҙа ойошма менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙарын, артабан да хеҙмәттәшлек итергә тигән маҡсат менән йәшәүҙәрен билдәләп китте һәм Бѳрйән районы мәғариф бүлеге, “Баҙал” әҙәби-ижади берекмәһе исеменән Ҡотлау открыткаларын уҡып ишеттерҙе. Бер тѳркѳм ҡәләм оҫталарына урыҫ теленә тәржемә ителгән шиғырҙарын “бүләк” итте.
Юбилей кисәһен Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы етәксеһе Флүрә Шакирова дауам итте. Яҙыусыларыбыҙҙың яңынан-яңы китаптар ижад итеп, башҡорт китапханаһын байытыуҙарын теләне, башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос ѳлѳш индергән “Ҡуңыр буға” тѳбәк йәмәғәт ойошмаһына Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһынан Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Шулай уҡ ойошманың Учалынан килгән ҡәләмдәштәре, Сосновка, Үткәл ауылы ағинәйҙәре, Әбйәлил районының “Йәйғор”, “Белорет шишмәләре” ижади берекмәләре ағзалары сығыш яһаны. Кисә Мѳхәмәт Түлебаевтың ҡурай моңдары, Нәфисә Заһретдинова уҡыуындағы шиғыр, Сосновка ауылы ағинәйҙәренең, Илнур Әхмәтшин, Илгиз Йомағужин, Роза Хәйруллинаның моңло йырҙары, “Арташ” бейеү ансамбленең, Илнара Ғилманованың береһенән-береһе матур сығыштары менән үрелеп барҙы. Юбилей кисәһенә килгән ҡунаҡтар һығылып торған ѳҫтәл артында бишбармаҡ ашап, сәксәк менән сәй эсеп, ойошманың тағын да ҙур-ҙур юбилейҙарын үткәрергә яҙыуын теләп таралышты.
Әйткәндәй, 5 йыл элек барлыҡҡа килгән Урал аръяғы ижади кѳстәренең “Ҡуңыр буға”берләшмәһе” тѳбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының һәм ойошманың ошо ваҡыт эсендә тѳрлѳ нәшриәттәрҙә 45 китабы донъя күргән. Ойошма ағзаларының яртыһын уҡыусы балалар тәшкил итеүе айырым иғтибарға лайыҡ. Тимәк, “Ҡуңыр буға” юлының оҙон булырына ѳмѳт бар.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Оставить комментарий