Отҡор ҙа, уңған да үҙҙәре!

Отҡор ҙа,  уңған да үҙҙәре!
...Уларҙа ғаләмдең бар изгелеге, аҡылы, йомартлығы тупланғандай. Ана бит, йѳҙҙәрендәге һәр һыр-йыйырсыҡтан - нур, тыйнаҡ ҡына кеткелдәүҙәренән күңелгә йылы тарала...
Әзекәй ауыл китапханаһында Ғаилә йылы уңайынан ойошторолған “Алтын тирмә” уйынына йыйылған аллы-гѳллѳ кейемле ҡупшы ѳләсәйҙәргә - Мәүлидә Усманова, Сәкинә Таһирова, Рабиға Сәғәҙәтова, Сәғиҙә Мѳлѳкова, Таңһылыу Басариева, Ғәлиә Шәрәфетдинова, Сания Сәғәҙәтова, Сара Баймѳхәмәтоваға ҡарап, һоҡланмау мѳмкин түгел ине.
Китапхана мѳдире, ярыштың алып барыусыһы Алһыу Кәбир ҡыҙы Мостафинаның ѳләсәйҙәр тураһында күңелле шиғырҙары йѳрәктәргә майҙай яғылып, “Отҡорҙар” һәм “Уңғандар”ҙы сәмләндереп, дәртләндереп үк ебәрҙе.
Ѳс турҙан торған конкурстың беренсе ѳлѳшѳндә зирәк инәйҙәр йәш быуынды тәрбиәләүгә арналған әйтем-мәҡәлдәрҙә белемен һынаһа, икенсе һәм ѳсѳнсѳ турҙа иһә тѳрлѳ ѳлкәгә - әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, тарихҡа, сәнғәткә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Конкурстар араһында ярышыусыларҙың үҙҙәре уҡыған фәһемле китаптар, уларҙың авторҙары тураһында һѳйләүе, Алһыу Кәбир ҡыҙының әҙәбиәт донъяһындағы яңылыҡтар, яҙыусыларҙың ижад емештәре менән таныштырып барыуы ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙән булды.
Уйындың һуңғы конкурсы - “Серле һандыҡ”ты Башҡорт дәүләт университетының III курс студенты Рузалина Таһирова алып барҙы. Буласаҡ филологтың йолаларға ҡағылышлы ҡатмарлы һорауҙарына ла ағинәйҙәр тѳплѳ яуаптарын таба торҙо.
Ѳләсәйҙәрҙең шәп кѳйәрмәндәре - ейән-ейәнсәрҙәр ҙә буш ултырманы: кемуҙарҙан йырлап-бейеп, шиғырҙар һѳйләп, командаларға мәрәй ѳҫтәне. Моңло тауышлы Әзекәй һылыуҙары Миләүшә Баймѳхәмәтова, Әлиә Таһирова, Дилбәр Ғиззәтуллина башҡарған йырҙар иһә кѳсѳргәнешле ярышта күңелдәргә ял ғына булды.
Уйын ахырында һәр тур һайын командаларҙың касаларына сыңлап тѳшкән тәңкәләрҙе һанап, ике яҡтың да бер тигеҙ мәрәй йыйғанлығы асыҡланды. Хәйер, һорауҙарға сәтләүек ярғандай шытырҙатып яуап биргән зыялы, отҡор инәйҙәр араһында кемдеңдер еңелеп ҡалыуы тәүге турҙан уҡ икеле ине инде. Һәр ҡайһыһы иҫтәлекле бүләктәр, Рәхмәт хаттары алып, гармун моңо аҫтында йырлап, мѳнәжәттәр әйтеп, уйындан оторо ҡәнәғәт таралышты.
Нәркәс СѲЛӘЙМӘНОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий