Егәҙе яңырыу кисерә

Егәҙе яңырыу кисерә
130 йыл. Был әҙ ҙә, күп тә һымаҡ. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй генә хәл-ваҡиғалар булмаған да, кемдәр генә килеп китмәгән бында. Ни генә булмаһын, Егәҙе һәр саҡ райондың иң алдынғы, иң әүҙем ауылдарының береһе булып ҡала. Иң мөһиме - башҡорттарҙың, урыҫтарҙың һәм башҡа милләт кешеләренең берҙәм һәм татыу йәшәүе.
Тарихҡа килгәндә, Егәҙе йылғаһы янында 1888 йылда кирбес етештереү заводы төҙөүҙән башланып китә. Барлыҡҡа килгән ауылды Егәҙе заводы тип йөрөтә башлайҙар. Завод эшселәре өсөн йорттар, контора төҙөлә. 1893 йылда тирә-яҡтан халыҡ яңы төҙөлгән заводҡа ағыла башлай. 250 ихатала 1 100 кеше йәшәй. 1895 йылда сөгөн ҡойоу заводы ебәрелгәс, халыҡ тағы ла ишәйә. Эшкә Ботай, Ҡарағай, Сырышҡы, Көйөк, Хоҙайбирҙе, Ҡуртаҙа, Өскәзә, Еҙем, Комарово, Кукашка ауылдарынан башҡорттар йәлеп ителә. 1920 йылда беренсе мәктәп асыла. Егәҙе дауаханаһы завод менән бер үк ваҡытта төҙөлә. 1949 йылда китапхана асыла.
1999 йылда танылған яҙыусы Н.Ф. Шәйхуловтың йортона, ә ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы В.Д. Наумкин йәшәгән йортҡа 2000 йылда мемориал таҡталар ҡуйыла һәм уларҙың исемдәре менән урамдар атала.
Байрам үтәсәк ялан матур, зауыҡлы итеп биҙәлгән. Ғөмүмән, Егәҙегә килеп ингәндә үк байрам тантанаһына сумаһың - урамдарға төрлө төҫтәге флажоктар эленгән, биналар биҙәлгән, йорттар матурланған. Егәҙеләр, В.Г. Елизарьев етәкселегендәге Туҡан дауаханаһы һәм Егәҙе амбулаторияһы, Р.И. Ғәлиуллин етәкселегендәге Егәҙе мәктәбе, Т.М. Потапова етәкселегендә Егәҙе балалар баҡсаһы коллективтары, ботайҙар, өмөтбайҙар ҡуйған тирмәләр байрам яланына йәм ѳҫтәне. Туҡандар ҙа еңелсә эшләнгән тирмә алып килгәйне. Бигерәк тә балалар өсөн күп нәмә эшләнгән - Белореттан килгән “балалар ҡаласығы” гөрләп торҙо. Сауҙа, күргәҙмәләр, спорт һәм милли уйындар, концерт номерҙары оҫта ойошторолған. Халыҡтың кесеһе лә, йәше лә, олоһо ла күҙ уңынан ысҡынмаған. Шуға ла байрамдан ниндәйҙер күңел күтәренкелеге, ҙур кинәнес алып ҡайттыҡ. Етәкселек менән халыҡтың берҙәмлеген, бергәлеген, бер һүҙҙән булыуын тойҙоҡ. Тимәк, Егәҙе өр-яңы боролош, яңы һулыш алған. Егәҙеләрҙе байрам менән ҡотларға муниципаль район Советы рәйесе урынбаҫары Е.Я. Карепанов, Туҡан ауыл хакимиәте башлығы Ә.Ф. Сәмиғуллина, “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премия лауреаты М.Я. Һиҙиәтов, яҙыусы, журналист Г.Н. Мостафина-Шәйхулова, Егәҙе мәктәбенең элекке директоры Н.М. Шаһиморатова, Сермән крәҫтиән- фермер хужалығы етәксеһе Р.М. Мәғәфүров килде, сығыш яһанылар һәм байрам менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙылар.
Иң тәүҙә ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған обелискҡа сәскә гөлләмәләре һалды һәм батырҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Егәҙе яңырыу кисерә Ауыл хакимиәте башлығы Ринат Радик улы Яныбаев һәммәһен дә байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткергәндән һуң, ауылдың оло йәштәге ветерандарына Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырҙы. Бына улар - С.К. Янибаев, Е.Г. Сальникова, А.А. Серегина, Н.П. Бобылева. Евгений Яковлевич “Иң татыу урам” номинацияһында еңгән Мәктәп урамы депутаты Р.Х. Сәғәҙәтовҡа, “Иң ойошҡан урам” номинацияһында Наумкин урамы депутаты З.С. Самараковскаяға Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы. “Иң йәш ғаилә” - Элеонора менән Ильяс Сәғәҙәтовтар, “Иң ҙур ғаилә” - Эльвира менән Рауил Ғилмановтар бүләк алып ҡыуанды. Шулай уҡ хеҙмәт алдынғыларына муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бына улар - Белорет МУЭС-ы электромонтеры Ф.Ғ. Ғәйнетдинов, Егәҙе мәктәбе уҡытыусыһы Л.М. Ғиниәтуллина (өҫкө һүрәттә), ауыл китапханаһының төп китапханасыһы Г.М. Аверьянова, Туҡан участка дауаханаһының Егәҙе амбула- торияһы хеҙмәткәре Ә.Ә. Ноғай- ғолова, “Рәсәй почтаһы”ның Егәҙе филиалы начальнигы Д.Т. Шәрипова, “Белорет” йәмғиәте һатыусыһы З.С. Самараковская, “Айгөл” магазины һатыусыһы Ф.Ғ. Ғәббәсова, “Туя” йәмғиәте мастеры С.Р. Канафин.
Егәҙе ауыл Советы депутаттары Р.С. Ғилманов менән Р.Х. Мөхәмәтвәлиев ауылды тѳҙѳкләндереүгә, байрамды әҙерләп үткәреүгә күп кѳс һалған активистарға: Данил Ғилманов, Ситдыҡ Бирғәлин, Рәис Ғәләметдинов, Ғәзиз Дәүләтов, Флюр Ғәйнетдинов, Николай Сальников, Алексей Серегин, Динар Шәрипов, Раян Сәғәҙәтов, Салауат Канафин, Булат Сафуановҡа бүләктәр тапшырҙылар. Шулай уҡ спорт һәм милли уйындарҙың еңеүселәренә лә матур бүләктәр әҙерләгәндәр.
Егәҙеләр ҙә, төрлө яҡтан килгән ҡунаҡтар ҙа ярыштарҙа һәм уйындарҙа бик теләп ҡатнашты. Һырғауылға менеүҙә, һәр ваҡыттағыса, Егәҙенән Ильяс Сәғәҙәтовҡа етеүсе булманы. Ул ике тапҡыр күтәрелеп, бүләк алып төштө. Унан һуң Илмир Фәйзуллинға бүләк алыу бәхете тейҙе.
Милли көрәштә I урынды Ғаяз Хәсәнов, II урынды Ринат Камалетдинов, III урынды Ильяс Сәғәҙәтов алһа, гер күтәреүҙә Фаяз Хәсәнов - I, Урал Төхвәтуллин - II, Марат Сафуанов III урынды яуланылар.
Волейболда Егәҙенән Зариповтар командаһы еңеү яулап, бүләккә ҡул сәғәттәре алды. Ә бына футбол ярышында бәхет Туҡан командаһына йылмайҙы һәм улар ҙа ҡул сәғәттәре алып ҡыуанды.
Армрестлингта Юрий Селиверстов - I, Андрей Серегин - II, Николай Максимов III урын яуланы. Призлы урындарҙы алыусыларҙың һәммәһенә лә һәйбәт бүләктәр эләкте. Төрлө уйындарҙа ҡатнашҡан балаларҙың ҡыуаныстарының иге-сиге булманы, сөнки уларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.
Егәҙе мәҙәниәт йорто директоры Илгиз Сәғәҙәтов, художество етәксеһе Фәүзиә Ғәлиуллина, китапханасы Галина Аверьянова, “Зөләйлә”, “Сударушки” фольклор ансамблдәре, мәктәп уҡыусыларының “Йондоҙ” бейеү төркөмө байрам биҙәге булып торҙолар. Ирина Зарипова, Таңһылыу Баҡыева, Фәүзиә Ғәлиуллина, Нәйлә Мөхәмәҙиева, Илгиз Сәғәҙәтов, Айгиз Фәйзуллин, уҡыусылар Лиана Мөхәмәтйәрова, Айсел Мөхәмәҙиева, Нәркәс Ғилманова моңло йырҙары, Кристина Ғәббәсова, Вероника Серегина, Айһылыу Абдуллина, Ләйсән Янибаева дәртле бейеүҙәре менән һуңға тиклем тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе.
Ялан буйлап урынлашҡан самауырҙар, ҡаҙандар менән идара иткән аш-һыу оҫталарына рәхмәт әйтмәйенсә булмай. Алтын ҡуллы ашнаҡсылар эшләй икән Егәҙелә. Бына улар - Резеда Ғәлиәхмәтова, Мәрйәм Рауилова, Мөнирә Сафуанова, Рәйлә Фаварисова, Люциә Әхмәтйәнова.
Байрам тәьҫораттары:
Рәйес Суфиян улы Ғәләметдинов:
- Ошондай ҙур масштабтағы байрамды уңышлы үткәреп ебәреүебеҙ менән Ринат Радик улы Яныбаевҡа рәхмәтлебеҙ. Ул - беҙҙең өсөн иң ҙур табыш, тип әйтергә була. Талантлы етәксе булыуы әллә ҡайҙан күренеп тора. Бер ваҡытта ла кешегә тауыш күтәрмәй, ипле һөйләшә. Тап шуның өсөн дә бөтә ауыл халҡы дәррәү сығып ярҙам итте. Кешене үҙ артынан эйәртә белгән етәксе халыҡ өсөн үҙе бер хазина. Уның артынан халыҡ эйәрә.
Ринат Радик улы Яныбаев:
- Оло байрамды ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткән Егәҙе, Ботай, Өмөтбай, Туҡан халҡына, алыҫ араны яҡын итеп ҡайтҡан ҡунаҡтарға сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәм. Бөтәһе лә тырышып эшләне, ихлас ярҙам ҡулы һуҙҙы. Артабан да берҙәм һәм бергә булайыҡ. Шул саҡта ғына тормошобоҙ ҙа алға китер, йәшәйешебеҙ мәғәнәле һәм файҙалы булыр. Эйе, егәҙеләр ҙур һынауҙы "яҡшы" билдәһенә үтте. Уларға артабан да шулай дауам итеүҙәрен генә теләргә ҡала.
Зѳлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий