Хаҡтар арта, тарифтар үҙгәрә

1 июлдән илдә коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн тарифтарға хаҡтар артты. Ә инде 1 октябрҙән иһә белореттарҙы йылылыҡ энергиһын файҙаланыу тарифтарында ла үҙгәрештәр көтә.
Белореттар тарифтарҙың күтәрелеүен түләү квитанцияларында күрәсәк. Беҙҙә һыу, газ, йылылыҡ ѳсѳн уртаса үҙгәреш 4 проценттан артмаясаҡ. Электр уты менән тәьмин итеүгә генә хаҡ күберәк, 4,8 процент тәшкил итәсәк. Быға тиклем йылылыҡ энергияһына тариф 1 807 һум булһа, 1 июлдән ул 1 879 һумға тиклем артты. Был һандар дѳйѳм республика күрһәткесенән юғары түгел. Бынан тыш, хәҙер ҡала халҡы йылылыҡ менән файҙаланған осор ѳсѳн генә, йәғни 8 айға ғына түләү квитанциялары аласаҡ. Быға тиклем был сумма йыл буйы түләнелә ине. Әле халыҡ былтыр файҙаланған йылылыҡ ѳсѳн түләй, сентябрҙә был осор ѳсѳн һуңғы квитанция киләсәк. 1 октябрҙән йылытыу миҙгеленә инмәгән 4 ай иҫәпкә индерелмәйәсәк. Яңы түләү системаһына күсеү йылылыҡ менән файҙаланған осор ѳсѳн иҫәпләшеүҙе асыҡ итәсәк тип белдерә белгестәр.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий