Изге теләк - бәхеткә юл

Изге теләк - бәхеткә юл
Ауылда туй гөрләй. Әле төҙөлөп тә бөтмәгән, ҡыйығы ғына ябылған йортта ҡунаҡтар бейеп-йырлап күңел аса, йәштәргә теләктәр теләй.
- Ғаилә усағығыҙ дөрләп торһон, берҙәм көс менән төҙөлөп бөтәсәк йортоғоҙҙоң һәр тәҙрәһенән балалар ҡараһын, уларҙың шат тауышынан яңғырап торһон, - тип теләк теләй бер ҡунаҡ.
Был матур теләктәргә лә хәҙер 11 йыл үтеп киткән. Ҡунаҡтың да теләге ҡабул булған. Ысынлап та, ғаилә башлығының - атайҙарының эштән ҡайтыуын ҙур йорттоң өс тәҙрәһенән өс ғәзизе түҙемһеҙләнеп көтөп тора хәҙер.

Аҙналыла йәшәгән Земфира һәм Зәки Мөхәмәтйәновтар - ауылда үҙ нигеҙен ҡороп, гөрләтеп донъя көткән бәхетле парҙарҙың береһе. Уларҙың йорто ауылға йәм өҫтәп, башҡаларға өлгө булып, әллә ҡайҙан балҡып ултырғандай.
2007 йыл - Мөхәмәтйәновтарҙың матур ғаиләһе барлыҡҡа килеү йылы. Зәки ул ваҡытҡа Әбйәлил һөнәрселек училищеһында водитель һөнәрен үҙләштереп, Алыҫ Көнсығышта хәр- би хеҙмәт юлын үтеп, ир ҡорона еткән егет була. 93-сө йылда тимер юлында монтер булып эш башлай. Шул мәлдән алып эшенә тоғро ҡалған Зәки Мырҙабай улы бөгөнгө көндә Белорет юл дистанцияһында участка начальнигы вазифаһын башҡара. Һамар ҡалаһының Тимер юл институтында юғары белем дә ала.
Зәки - Әфримә һәм Мырҙабай Мөхәмәтйәновтарҙың татыу ғаилә- һендә икенсе бала булып донъяға килә. Булыр бала - бишектән, ти халыҡ мәҡәле. Зәки Мырҙабай улы ла бәләкәйҙән ҡыйыу, эшкә сос, теремек булып үҫә. “Атайыма рәхмәтлемен. Бәләкәйҙән балта тоторға, бесәнен дә сабырға өйрәтте. Улдарына эште бүлеп бирҙе, һуңынан тикшерә ине. Атайым миңә салғыны 7 йәштән тотторҙо. Хәҙер иһә мин улым менән, техника заманы булғас, тракторҙа бесән эшләйбеҙ”, - ти ул. Тормош иптәше, пар ҡанаты - Земфира Сермән ҡыҙы. Нәсимә һәм Борхан Ғәлиәхмәтовтар ғаиләһендә донъяға килә, өс малай араһында бер ҡыҙ була. Ата-әсәһенең наҙын тойоп, һөйөп-һөйөлөп үҫә. Бәлки, шуғалыр ҙа Земфиранан наҙ, йылылыҡ бөркөлә. Ул Сермән мәктәбендә белем ала. Белорет педагогия училищеһында уҡып, әсәһе кеүек тәрбиәсе һөнәрен һайлай. Сермән балалар йортонда хеҙмәт юлын башлай һәм ул ябылғансы шунда эшләй. Мөхәббәтле, бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап торған бәхетле ғаиләлә Айгизә, Азалия һәм Рәмзил үҫә. Айгизә Сермән мәктәбенең - IV, Азалия II класын тамамлаған. Ҡыҙҙар икеһе лә тик “бишле” билдәләренә генә уҡыйҙар. Сәнғәт мәктәбенең бейеү түңәрәгендә шөғөлләнәләр, буш ваҡыттарында китап уҡырға яраталар. Рәмзил балалар баҡсаһына йөрөй. Земфира Борхан ҡыҙы күп ваҡытын балалар тәрбиәләүгә бүлә. “Иртәнге сәйҙе күмәкләшеп ултырып эскәндән һуң, Зәки эшкә китә, мин ҡыҙҙарҙы мәктәпкә, улымды балалар баҡсаһына алып барам. Бына шулай башланып китә беҙҙең көн. Ял көндәрен бигерәк көтөп алабыҙ. Ҡышын саңғыла, йәйен йөҙөнөргә, походтарға йөрөргә яратабыҙ. Баҡсала ла бергәләп эшләргә өйрәнгәнбеҙ. Ҡыҙҙарым менән йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерәбеҙ. Емеш-еләк тә йыл һайын уңа, ҡайнатма ҡайнатып, компот ябабыҙ. Быларҙың барыһы ла берҙәм көс менән эшләнелә. Күршеләребеҙҙән уңдыҡ. Кәңәштәре менән һәр ваҡыт ярҙам итә Дилара апай менән Әхмәт ағай”, - тип һүҙен тамамланы Земфира Мөхәмәтйәнова.
Ысынлап та, матур, татыу, мөхәббәтле ғаилә булып йәшәй Аҙналы ауылында Земфира һәм Зәки Мөхәмәтйәновтар. Балалары ла уларҙың йылыһын тойоп, иркәләнеп кенә үҫәләр. Мөхәмәтйәновтар кеүек ғаиләләр ауылдарҙа күберәк булһын ине.
Люциә ШАҺИМОРАТОВА.
Сермән ауылы.
Оставить комментарий