Матур ғаилә - ауыл киләсәге

Матур ғаилә - ауыл киләсәге
Тырыш, эшсән ғаиләләр күбәйгән һайын, ауылыбыҙ ҙа матурланғандан-матурлана, тѳҙѳкләнә бара.
Ауылыбыҙҙағы тырыш ғаиләләрҙең береһе - Катя менән Данис Рәхмәтуллиндар тураһында мәҡәләм. Хѳкүмәт ҡарары менән ер бүлеп бирелгәс, Рәхмәтуллиндар ең һыҙғанып эшкә тотондо һәм ауылда тәүгеләрҙән булып, иркен, заманса йорт һалып инеүгә ѳлгәште. Күптәргә ѳлгѳ булып торған матур ғаилә гѳрләтеп донъя кѳтә бѳгѳн. Аҙбар тулы мал - йылҡы, һыйырҙар, һарыҡ-кәзәләр аҫрай, йыл һайын ҡаҙ йә күркә алып үҫтереү ҙә улар ѳсѳн ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.

Ғаилә башлығы Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының алдынғы хеҙмәткәре, Катя иһә мәктәптә эшләй. Тура һүҙле, спорт менән шѳғѳлләнгән, айыҡ тормошто үҙ иткән дәртле егеткә ауылдаштары ышаныс белдереп, депутат итеп һайланы һәм һис тә яңылышманы. Данис ауылда уҙғарылған бѳтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Ниндәйҙер эште тормошҡа ашырыу ѳсѳн һәр ваҡыт бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә.
Катя ғаиләләге ике ҡыҙ бала янына тупылдап торған теремек малай ҙа алып ҡайтты. Тормош иптәше Данис ѳсѳн был, моғайын ғына ла, иң ҙур бүләктәрҙең береһе булғандыр. Ҡала ҡыҙы булһа ла, Катя ауыл тормошоноң бѳтә нескәлектәренә тиҙ арала тѳшѳнѳп алды. Ҡул эштәренә - бәйләгән, сиккән әйберҙәренә, тѳшѳргән һүрәттәренә лә күптәр һоҡланып ҡарай. Уның баҡсаһында үҫкән йәшелсә-емеш, аллы-гѳллѳ сәскәләр ҙә хужабикәнең ысын йѳҙѳн күрһәтә. Аш-һыуға оҫта, уңған килен үҙе үҫтергәндәрҙән ҡышҡыға әллә нисә тѳрлѳ салаттар ҙа әҙерләй.
Тырыш, бар яҡтан да килгән ике дәртле кешенең бер бѳтѳн булып донъя кѳтѳүен ғаилә тормошон яңы башлап тороусыларға үрнәк итеп ҡуйырға булыр ине. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ. Данис менән Катяның да олатай- ѳләсәйҙәре, атай-әсәйҙәре күптәрҙең ихтирамын яулаған абруйлы, уңған кешеләр. Данистың ата-әсәһе Радик һәм Люциә - ауылдағы иң матур ғаиләләрҙең береһе. Сәләмәт, айныҡ тормош менән йәшәгәс, һәр аҙымдары ышаныслы һәм ныҡлы. Улар районда үткән тѳрлѳ конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Бѳгѳн улдары Данис менән килендәре Катяның ғаиләһенә лә ныҡлы терәк, таяныс булып торалар.
Бына ошондай матур ғаиләләр, тырыш йәштәребеҙ булғанда киләсәк тә ышаныслы, матурыраҡ тойола, ауылыбыҙ ҙа үҫә, йәшәрә.
Рәйлә ВӘЛИЕВА,
ветерандар советы рәйесе.
Нура ауылы.
Эльвира Хәмзина фотоһы.

Оставить комментарий