Тѳҙѳк юлдар - ҡала йәме

Тѳҙѳк юлдар - ҡала йәме
Һуңғы йылдарҙа, юлдарға капиталь ремонт программаһы ғәмәлгә ашырылыу сәбәпле, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ғына ремонтлау эштәре күпкә кәмене.
Күп осраҡта асфальттың емерелгән ѳлѳшѳ ҡырҡып алынып эшкәртелә һәм яңы асфальт менән юл тигеҙләнә. Ремонттан ҡалған материал башҡа ерҙәге соҡорҙарҙы һәм уйымдарҙы тигеҙләү ѳсѳн ҡулланыла.

Әлеге кѳндә ремонт эштәре Ломовка ауылында дауам итһә, сиратта Мата аръяғы районының Пушкин, Серебренников, Чапаев һәм Артамонов урамдарындағы юлдар тора. Яңы һәм 2-се Станция урамдарына таш түшәлде. Октябрҙең 50 йыллығы һәм Ғафури урамдарында юлдарҙағы етешһеҙлектәрҙе бѳтѳрѳү эштәре дауам итә. Был участкаларҙа яңы - махсус машина ярҙамында асфальтты инъекциялы яңыртыу алымы ҡулланыла. Битумлы эмульсия ваҡ таш менән ҡатнаштырылып, баҫым ярҙамында тейешле урынды тултыра. Был технология асфальтты ҡырҡып алмай ғына тейешле ҙурлыҡта һәм тәрәнлектә ремонт эшләү мѳмкинлеге бирә. Ул үҙ аллы һыуыныуы сәбәпле, каток ярҙамында тигеҙләү талап ителмәй.
Ҡалаға Ѳфѳ яғынан ингән ерҙә лә яңы алфальт түшәлеүе (һүрәттә) барыһы ѳсѳн дә ҡыуаныслы ваҡиға булды. Хәҙер автомобиль һѳйѳүселәргә имен-аман йѳрѳргә генә ҡала.
Рәсимә Сәлихова.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий