Балалар заманса бинала белем аласаҡ

Балалар заманса бинала белем аласаҡ
Элекке 25-се лицейға күскән 17-се гимназия коллективы быйылғы уҡыу йылын яңы бинала ҡаршыларға әҙерләнә.
Әлеге ваҡытта гимназияға бирелгән был бинала капиталь ремонт эштәре аҙағына яҡынлаша. Реконструкция яһау һәм яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн гимназияға республика бюджетынан 80 млн. һум самаһы аҡса бүленгәйне.
Төп корпуста барған ремонт эштәре тамамланған тиергә лә була. Ҡайһы бер йыһаздар урынлаштырылған да инде. Әлеге ваҡытта бинаны йыйыштырып, таҙартырға, ҡалған мебелде урынлаштырырға ғына ҡалған, ә подряд ойошмаһының төп көсө өҫтәлмә ҡоролмаларҙағы эштәрҙе тамамлауға йүнәлтелгән.
Бѳгѳн ремонт эштәре башлыса тышта алып барыла. Эшселәр бинаның фасадын яңыртыу һәм йылытыу менән булыша. Ѳсѳнсѳ ҡаттағы тамаша, спорт залы, беренсе ҡаттағы ашхана файҙаланыуға әҙер. Икенсе һәм ѳсѳнсѳ ҡаттағы кабинеттарҙағы иҙәнгә линолеум түшәп, мебелдәр ултыртырға ғына ҡалған.
Төп эштәрҙән тыш, гимназия территорияһының тирә-яғында ла төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре алып барыла, асфальт түшәлә, территория кәртәләнә һәм сүп-сар сығарыла.
Подряд ойошмаһына эште 14 июлгә тиклем тамамларға тигән бурыс ҡуйылған. Реконструкция эштәре тулыһынса тамамланғас, 17-се гимназия бер сменала уҡытыуға күсәсәк. Файҙаланыуға тапшырылған яңы бинала VIII кластан XI класҡа тиклем уҡыусылар, йәғни 600-ҙән ашыу бала заманса яңы бинала белем аласаҡ.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Рәсимә Сәлихова фотоһы.
Оставить комментарий