Гараждар ситкә сығарыла

Белоретта инде бер нисә йыл рәттән законһыҙ рәүештә ҡуйылған һәм ҡала йөҙөн йәмһеҙләп ултырған киоскыларҙы, гараждарҙы демонтажлау эштәре алып барыла.
Комиссия был йүнәлештә алып барылған эште бөгөн дә әүҙем дауам итә. Һуңғы ҡарарға ярашлы, яңыраҡ Киров, Совхоз, Пушкин урамдарындағы тимер гараждар демонтажланып, ситкә сығарылды.
Бөгөн ҡала биләмәһендә, кооператив гараждарҙы иҫәпкә алмағанда, 145 тимер гараж бар. Уларҙың барыһының да арендаға алыу буйынса килешеү ваҡыты уҙған. Ҡала хакимиәте быйыл тәү башлап стационар булмаған был объекттарҙы демонтажлау эшенә тотондо. Гараж хужаларына алдан уҡ, комиссия ултырышының ваҡыты һәм көнө күрһәтелеп, белдереүҙәр ҡалдырылғайны. Белдереүҙә милек хужаларына 10 көн ваҡыт эсендә үҙ белдектәренә ҡуйған тимер гараждарын һүтеп алырға һәм законһыҙ биләгән ер участкаһын бушатырға ҡушылғайны. Ошондай 4 белдереүҙең дә ваҡыты сыҡты. Гараж хужалары иҫкәртеүҙе иғтибарһыҙ ҡалдырҙы һәм ҡушылған талапты үтәмәне. Шул сәбәпле, комиссия ағзалары был гараждарҙы демонтажлау эшен башланы. Һүтеп алынған гараждар ваҡытлыса һаҡлау өсөн бүленгән майҙанға сығарыла.
Әгәр ҙә гараж хужаһы табылып, үҙ милкен кире ҡайтарырға теләй икән, бар сығымдарҙы ла үҙ өҫтөнә алырға тейеш буласаҡ. Алты ай эсендә хужалар табылмаһа, объектҡа хаҡ билдәләнеп, һатыуға ҡуйыласаҡ.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий