Бында беҙгә йәшәргә!

Бында беҙгә йәшәргә!
Белоретта Ҡала һәм Металлургтар кѳнѳнә әҙерлек эштәре бара. Урамда буяу эштәре менән булған, газондағы үләндәрҙе сапҡан һәм ситтәрен аҡлаған, тротуарҙарҙы йүнәткән эшселәр йыш осрай.
Еңеүҙең 40 йыллығы скверының тимер ҡоймаларын буяған апайҙар ҙа, көндөң үтә лә эҫе тороуына ҡарамаҫтан, баш күтәрмәй эшләй ине. Бындай эштәр байрам кѳнѳ ѳсѳн генә кәрәкмәй, әлбиттә, тѳҙѳк һәм матур ҡалала һәр кемебеҙгә йәшәргә һәм эшләргә бит.
Әйткәндәй, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Мироновтың ҡарары буйынса, киләһе йома, йәғни 13 июлдә лә экологик ѳмә ойоштороласаҡ. Предприятие, учреждение, сауҙа үҙәктәре, уҡыу йорттары, шәхси йорт хужалары, бѳтә тѳр милектәге ойошмаларға һәм ҡаланың таҙалығына, матурлығына битараф булмаған һәр кемде унда актив ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Экологик өмәләрҙә ҡатнашыусыларҙың үҙ ҡулдары менән булдырған матурлыҡты артабан да һаҡлау юлында булырҙарына шик юҡ. Таҙалыҡтың иң элек үҙебеҙҙән тороуын оноторға ярамай.
Рәсимә Сәлихова.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий