Бағаналар алыштырылды

Сәфәрғол ауылы тау итәгендә урынлашҡанғамы, ерҙе ҡаҙып, электр бағаналары ултыртыуы БашРЭС эшселәренә еңелдән булманы.
Шулай ҙа, тау-таш аҡтарып тигәндәй, 2 саҡрым иҫкергән бағаналар яңыларына алыштырылды, яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Ҡатмарлы эште БашРЭС-тың Инйәр участкаһы эшселәре, участка мастеры Вадим Ғәтиәтуллин, Кәрим Дауытов, Илсур Мөхәмәтдинов, Игорь Ишҡолов, Ғаяз Сәлимйәнов, Алексей Катяновтар еренә еткереп атҡарып сыҡты. Эшселәргә депутат Зөбәйер Һәҙиәтов та ярҙам итте. Күмәк көс менән ауылда электр бағаналары ҡуйылып, уңайлы шарттар булдырылды.
Сәфәрғолдар исеменән Инйәр ауыл хакимиәте етәкселеге эштәренә яуаплы, намыҫлы ҡараған эшселәргә, предприятие етәксеһе Николай Владимирович Бардинға, участка начальнигы Сергей Александрович Чернецовҡа рәхмәтен еткерә.
Эльвира КӘБИРОВА.
Оставить комментарий