Санаңды йәй әҙерлә

Кѳндәр йылыныу менән йылылыҡ селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәрен башлай. Ошо сәбәпле, ҡала халҡы ҡайһы бер урамдарҙа йылылыҡ селтәрҙәрендә барған капиталь ремонт эштәренә иғтибар иткәндер.
Быйыл ҡалалағы 14 участкала йылылыҡ селтәрҙәренә капиталь ремонт яһау планға индерелгән. Ошо участкаларҙың 4-5-әүһе эре территориялар һанала. Унда 1,5 млн. һумдан 3 млн. һумға тиклем ремонт эшләнәсәк. Дөйөм ремонт сығымдары 10 млн. һум тәшкил итә. Был сығымдарҙы компания үҙ өҫтөнә ала.
Ҡышҡы осорға йылы менән тәьмин итеү эштәренә әҙерлек предприятиеларҙа ла бара. Быйыл ҡала халҡын «Белорет рессора һәм пружиналар», «Йылылыҡ селтәрҙәре» һәм «Мечел-Энерго» кеүек өс эре берҙәм ойошма йылы менән тәьмин итәсәк. Сифатлы хеҙмәтләндереү ѳсѳн әлеге ваҡытта план буйынса ремонт эштәре бара. Шулай уҡ ҡала ла ситтә ҡалмай. Быйыл Мәжит Ғафури урамындағы 1-се ҡаҙанлыҡта эҫе һыу менән тәьмин итеүсе ҡорамал яңыһына алыштырыласаҡ. Бындағы ҡаҙанлыҡ күптән тѳҙѳлгәнлектән, ундағы ҡорамалдарҙың күбеһенең файҙаланыу ваҡыты сыҡҡан. Ремонт эштәре ѳсѳн 1 млн. һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ. Бөтә капиталь ремонт эштәре лә планға ярашлы башҡарыла һәм ул тѳп производство фондтарын техник хеҙмәтләндереү һәм тѳҙѳкләндереүҙе оптималь сығымдар менән эшкә яраҡлы итеп тотоуға йүнәлтелгән.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий