Нурға күмелде Отнурок

Нурға күмелде Отнурок
Ҡалаға яҡын урынлашҡан Отнурок ауылы ла, ниһайәт, утлы булды. Ауылға электр уты үткәрелде. Быға тиклем ауыл халҡы генератор, шәмдәр ярҙамында көн күрһә, хәҙер улар ҙа заман уңайлыҡтары менән файҙалана. Алты саҡрымлыҡ линия быйыл төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ярҙамы менән сафҡа индерелде.
Ауыл старостаһы Виктор Пелисов район хакимиәте менән һөйләшкәндән һуң, төбәк етәксеһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. 2016 йылдың ноябрендә Рөстәм Зәки улы старостаны һәм урындағы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Маргарита Миняеваны шәхсән ҡабул итә. Осрашыу барышында Рөстәм Зәки улы Хөкүмәткә һәм район хакимиәтенә ауылға электр уты үткәреүҙе финанслау мәсьәләһен ҡарарға ҡуша.
- Эштәр барышы менән Рөстәм Зәки улы шылтыратып ҡыҙыҡһынды. Ауылға электр уты үтеүен белгәс кенә, мәсьәләне шәхси иғтибарҙан аласағын әйтте. Халыҡ та рәхмәтле, - тине Нура ауыл хакимиәте башлығы Надежда Фәйрүзова.
Отнурокта 20 кеше йәшәй. Бынан тыш, ауылда күп кенә дача участкалары иҫәпләнә. Улар ҙа электр линияларына тоташа ала. Электр уты булмау сәбәпле, ауылда сауҙа нөктәләре юҡ. Һөт фермаһы ла тулы ҡеүәткә эшләмәй ине. Ауылға ут үткәреү менән күп мәсьәләләр хәл ителде. Халыҡ та ҡыуанып бөтә алмай, күпләп көнкүреш техникаһы һатып ала. Быға тиклем хужалыҡта иң кәрәкле техника - генераторҙарҙы электр уты алыштырҙы. Бензинға хаҡ артҡан мәлдә ауыл халҡы еңел тын аласаҡ, әлбиттә.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.

Оставить комментарий