Аҡ сәскәле бәхет сәхрәлә

Аҡ сәскәле бәхет сәхрәлә
Донъяның шау сәскәгә күмелгән, тәлгәшләнеп хуш еҫле еләктәре бешкән йәнле-йәмле сағында, Бѳтә Рәсәй Ғаилә, мѳхәббәт һәм тоғролоҡ кѳнѳ уңайынан төйәгебеҙҙә йәнә бер ҡат “Аҡ сәскәле бәхет” аталмышлы бай йѳкмәткеле сара үтте.
Инйәр район мәҙәниәт йорто тарафынан инде өсөнсө йыл рәттән ойошторолған байрамды халыҡ быйыл да оло түҙемһеҙлек менән көтөп алғандыр, моғайын. Инйәр, Уҫманғәле ауылдарының урта тошонда урынлашҡан гүзәл аҡлан ни аралалыр күңелле ауаздар, дәртле йыр-моң, тәмле еҫтәр менән тулған! Өлкәндәр тамаша көтөп сәхнә тирәһенә ыңғайлаһа, атай-әсәйҙәре етәгендә сырсыу килгән бала-сағаның иғтибарын шунда уҡ сағыу батут-ҡоролмалар, кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән үҙйөрөшлө автомобилдәр, карусель, бассейн өҫтөндә йөҙгән ирмәк шар, өрөп тултырмалы гөбөргәйел-кәмә ылыҡтырҙы. Йәш-елкенсәк иһә волейбол селтәре, тир янына йыйылды.
“Даръя” бейеү ансамбленең дәртле тыпырлатыуы менән асылып киткән сара Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдиновтың, шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар - муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Рауил улы Иҫәнғужиндың, “Ғаилә” Көнсығыш район-ара үҙәге директоры Владимир Николаевич Храмцовтың, уның урынбаҫары Юлия Валерьевна Казанцеваның барса халыҡты ихлас тәбрикләүҙәре, изге теләктәре менән дауам ҡылды. Форсаттан файҙаланып, Ғайса Ғәбделхаҡ улы 50 йыл һәм унан да күберәк бер ҡыйыҡ аҫтында татыу ғүмер һөргән юбиляр парҙарҙы ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Быйылғы байрамдың яңылығы - Инйәр ауыл хакимиәте тарафынан иғлан ителгән “Иң яҡшы ауыл ихатаһы” конкурсы ла үҙ еңеүселәрен табып, “Алтын ҡулдар”, “Ерҙәге хужабикә”, “Ландшафт дизайны”, “Йәштәр ихатаһы”, “Күп ҡатлы йорттоң иң шәп подъезы” номинацияларында билдәләнде.
Иң тәмле ярыш - “Дуҫ ғаилә” бәлештәр конкурсынан да ситтә ҡалманы халыҡ. Ана бит, өҫтәлдәрҙә төрлө эслектәр менән күпереп-ҡыҙарып әллә күпме ҡамыр аштары теҙелгән. Биш кешенән торған баһалама комиссияһы ризыҡтарҙы сифаты, тәме буйынса, шулай уҡ эстетик йәһәттән нарыҡлап, үҙ ҡарарын түбәндәгесә сығарҙы: I урын Уҫманғәле ауылынан Шохрух Кенжаевҡа, II урын - “Инйәр” кафеһына, III урын иһә Шығайҙан Сәғирә Ғәлиуллинаға бирелде.
Һәммәһенең дә көтөп алған “Күңелле ғаилә” костюмдар ярышы ла үткән йылдарҙағынан һис тә ҡайтыш булманы. Күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһын һалып тегелгән үҙенсәлекле кейем өлгөләре арабыҙҙа һәләтле, ҡул эштәренә маһир ҡатынҡыҙҙарыбыҙҙың күплегенә тағы бер инандырҙы. Был конкурста ҡош костюмдары менән Шығай ауылынан Сәйфуллиндар ғаиләһе еңеп сыҡты. II дәрәжәле дипломға Уҫманғәленән Исламовтар лайыҡлы тип табылһа, III урынды Ғәлләмовтар ( Инйәр) менән Зәкировтар (Йөйәк) бүлеште.
Инйәр район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары, төйәгебеҙҙең үҙешмәкәр артистары тарафынан әҙерләнгән ғәжәп матур байрам концерты ла бер кемде битараф ҡалдырманы. Елена Утекаева, Рәмил Йыһаншин, Арыҫлан Муллағәләмов, Фәүзиә Асҡарова, Мөхәмәтдин Абдулкәримов һәм башҡа яңғыҙ башҡарыусыларҙың дәртле-моңло йырҙары, “Россияночка”, “Тау шишмәһе”, “Забава”, “Тайран” халыҡ вокаль ансамблдәренең сығыштары, Азалия Мырҙабаеваның - “Оҙон сәс”, Диана Яманғолованың үзбәк халыҡ бейеүҙәре, “Ынйы”, “Даръя” бейеү ансамблдәренең осҡон сәсрәтеп оҫта баҫыуҙары, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Ауаз” ҡумыҙсылар, Инйәр район мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр инструменталь ансамблдәре башҡарған башҡорт халыҡ көйҙәре, Айбулат Оморҙаҡовтың һыҙҙырып ҡурай тартыуы йыр-моң яратыусыларға оло кинәнес килтерҙе.
Байрам символы - аҡ сәскәнән таж үреп өйрәнергә теләүселәргә аҡландың күләгәле урынында оҫталыҡ дәрестәре лә үтте. Фейсарт тигән сәнғәт төрө менән ҡыҙыҡһынғандар иһә рәссамдарҙан биттәренә үҙенсәлекле һүрәт-биҙәктәр төшөрттө. Шуҡлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан малай-ҡыҙҙар ҙур теләк менән “Олимп” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторған ҡыҙыҡлы ярышконкурстарҙа әүҙемлек күрһәтеп, бына тигән шәп приздар ҙа оторға өлгөрҙө.
Бала-сағалы күркәм ғаиләләрҙе бер урынға йыйып, сәғәҙәтле вә ҡыуаныслы мәлдәр бүләк иткән “Аҡ сәскәле бәхет” һәр күңелдә онотолмаҫ хәтирәләр булып уйылды...
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.





Оставить комментарий