“Ҡартайырға ваҡыт юҡ, тиеп…”

“Ҡартайырға ваҡыт юҡ, тиеп…”
“Әлдә ошо радио бар. Иртәнән кискә тиклем күңелде күтәрә. Ҡайһылай матур йыр. Нимә ти әле? Ғүмер үтә, тиеп көймәгеҙ… Балаларҙы күтәрешеп, оноҡтарҙы үҫтерешеп… Шулай шул, дөрөҫ. Йәшәргә лә әле, йәшәргә”.
Ғәлиә апай, шулай йыр тыңлап ултыра торғас, ҡапыл баяғы башлаған бәйләменә күҙ һалды. Бөрйәнгә барғанда туғандары ултырғысҡа тип матур түшәмес бүләк иткәйне. Семәр-биҙәктәре ят ҡына, үҙенсәлекле, ҡатмарлы. Бындай төрҙө тәүгә күреүе. Шуны өйрәнеп маташа. Килеп сыҡмай ҙа ҡуясы. Бөгөн әллә ошо күңелле йыр тәьҫирендә, әллә көндәр арыуланып, ҡояш нурҙары йылыта башлағанға, кинәт кенә теге ят нағыш күҙ алдына килде лә баҫты. Шуға шатланып, бәйләменә ултыра һалды. Бына бит, ҡулдан килмәгән эш бармы ни.
Бирҙеғол ауылынан Ғәлиә Зиннур ҡыҙы Мөхәррәмова ана шулай, ҡартайырға ваҡыт юҡ тип, ҡулдарынан гөл тамыҙа: төрлө-төрлө йөндәрҙән диван, ултырғыс япмалары, шәлдәр, яулыҡтар, аш-һыу бүлмәһе өсөн кәрәк-яраҡ, ойоҡбаш, тәпешкәләр бәйләй. Уның үҙенә генә хас һыр-биҙәктәре, бәйләү рәүеше күҙгә ташлана.
Апайҙың бәйләгән бер түшәмесен Әхмәр ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Зилә Хәким ҡыҙында күреп, һоҡланып торғайным.
- Был кәртинкәнең авторы кем? Болон сәскәләре араһында ултыраммы ни. Бәйләүсеһен күрһәң ни? - тип һорағайным ҡыҙыҡһынып.
- Ә һин уның шәлдәрен иңеңә һалһаң, үҙе бер матурлыҡ! Таныштырам мин һине уның менән, - тигәйне Зилә Хәким ҡыҙы.
Ниһайәт, Бирҙеғол ауылы уңғанын барып күрергә насип булды. Баяғы йыр тәьҫирендә килеп сыҡҡан биҙәктәрен бәйләп ултыра ине ул беҙ ишек шаҡығанда.
- Зилә арттырып маҡтап ебәргән. Әлләсе, барыһы ла ҡәҙимге генәсе. Минең кеүек бәйләүселәр беҙҙә өй һайын ул, - ти апай күҙ яуын алып торған әйберҙәрен алдыбыҙға йәйеп һалып.
- Ысынлап та, һәр ауылда ла хәҙер милли кейем тегеүсе, һаҡал, заманса түшелдерек, селтәрҙәр, ҡашмау, түбәтәй эшләүселәр бар. Йәштәр ҙә ылығып алды. Ҡулдары нур уйната, гөл-сәскә яһай, тиҙәр ундайҙар хаҡында.
- Әйтәм бит, магазиндарҙа ептәрҙең, мәрйендәрҙең ниндәйе генә юҡ, теләгән кешегә бөтә нәмә лә етәрлек, - ти ағинәй.
Ғәлиә апай япмаларын түшәп ебәргәйне, әйтерһең, былай ҙа яҡты өйөнә яландың аллы-гөллө сәскәләре килеп тулдымы ни. Ҡул йылыһы, күпме күҙ нурҙары түгелгән. Һәр береһен ихласлап, биҙәктәрен нисегерәк уйлап тапҡанын, ҡайҙан күсергәнен, кемдән күреп отоп алғанын аңлата.
- Балаларға, туғандарға бүләк итәм, - ти ул. - Шөкөр, ҡыҙҙарым үҙҙәре лә тегеү-бәйләүгә маһир.
Ете бала тәрбиәләп үҫтергән Ғәлиә апай. Улар тураһында ғорурланып һөйләй, бигерәк тә Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре Минзилә ҡыҙы, Рәсәйҙең почетлы метизнигы Илшат улының уңыштарына һөйөнә. Илгиз улы токарь, Ғамир улы егерь, Фәнгизә ҡыҙы ла комбинатта алдынғы эшсе булған, Себерҙә йәшәгән Әлфинуры ла хеҙмәте менән маҡтаулы.
Ҡайғылар ҙа кисерергә тура килгән апайға. Алтмыш йыл бергә ғүмер иткән ире Мөсәләм ағай, бер улы вафат булып ҡалған.
- Ҡайғы-хәсрәттәремде шул бәйләмдәрем менән баҫҡанмындыр. Онотолоп китеп бәйләйһең. Балалар һәр саҡ эргәмдә, ярҙам итәләр. Шөкөр, ейәндәрем, ейәнсәрем бар. Шулар өсөн һөйөнөп йәшәйем. Оло кеше өсөн тағы нимә кәрәк. Үҙем атам-әсәмдең берҙән-бер балаһы инем. Шуға микән, туғандар тип янып-көйөп торам. Һәр береһенә барырға, хәл-әхүәл белешергә тырышам. Оҫталыҡ сере нимәлә тиһегеҙме? Һәр саҡ яҡты сырай, яҡты уйҙар менән тотонаһың инде эшеңә, шуға күңел ятҡан биҙәк килеп сығалыр, - тип һөйләй Ғәлиә апай.
Бирҙеғол ауылы ҡул эштәре оҫтаһы Ғәлиә апай йортонан беҙ ҙә күңел йылыһы, матурлыҡ өлгөләре алып ҡайттыҡ. Ихлас әңгәмәсе, ҡунаҡсыл хужабикә булдырған сағыу биҙәктәр оҙаҡ күҙ алдынан китмәҫ. Күптән түгел генә 80 йәшлек юбилейын билдәләгән оло кешенең күңеленә ятҡан шөғөлө булып, тормошонан йәм табып, балаларын һөйөндөрөп йәшәүе үҙе үк бәхет түгелме? Тағы ла әллә күпме матур-матур әйберҙәр бәйләп, яҡындарын һоҡландырыр әле ул.
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.

Оставить комментарий