Ҡала пляжының киләсәге

Ҡала пляжының киләсәге
Ҡала пляжы - белореттарҙың рәхәтләнеп ял иткән урындарҙың береһе. Уның яры балалар, ололар ѳсѳн берҙәй хәүефһеҙ. Бында, һыу инеүҙән тыш, спорт менән дә шѳғѳлләнәләр. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков пляждың киләсәге тураһында:
- Беҙ пляжды тѳҙѳкләндереүҙән тыш, унда яңы объекттар булдырыуҙы ла күҙаллайбыҙ. Уҙған йылдың яҙында дизайн-проект эшләнде һәм тѳҙѳлѳштѳң ҙурайтылған сметаһы тѳҙѳлдѳ. Һыу инеү зонаһынан тыш, кәмәләр туҡтау ѳсѳн ҡоролма, һыуҙағы сығыштар ѳсѳн амфитеатр, ҡотҡарыу зонаһы, инфраструктура объекттары тѳҙѳү ҡаралған. Юлды рәтләү, тротуар һалыу, машиналар ѳсѳн туҡталҡалар булдырыу, һыу үткәреү, канализация торбалары һалыу, запас электр уты менән тәьмин итеү ҙә кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы урындары бѳтә талаптарға яуап бирергә тейеш. Проектты тормошҡа ашырыу ѳсѳн тѳрлѳ кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып,финанслауҙы тәьмин итеү кәрәк буласаҡ. Аҡса табып булһа, эш документацияһын проектлауҙы башлай алабыҙ. Был эште тормошҡа ашырырға бер йыл ғына ваҡыт талап ителмәүен һәр кем аңлай. Беҙгә, граждандар менән бергә, ҡала пляжын халыҡтың яратҡан ял итеү үҙәгенә әйләндереү ѳсѳн әле бик күп эшләйһе бар.
Рәсимә Сәлихова.
Оставить комментарий