Күпер яңыртылды

Күпер яңыртылды
Ломовка юлындағы Нура йылғаһы аша һалынған күпер яңыртылды. Яңы күперҙе Ѳфѳ ҡалаһының “Инженер системалары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тәжрибәле эшселәре төҙөнө. Ҡала һәм Металлургтар байрамы алдынан ул эксплуатациялауға тапшырылды. Күпер асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов сығыш яһап:
- Күперҙе тѳҙѳү былтыр башланғайны һәм киләһе йылда ғына тапшырылырға тейеш ине. Подрядсылар эштәренә намыҫлы ҡарауҙары һәм тырышлыҡтары һѳҙѳмтәһендә, ул ваҡытынан алда тѳҙѳп бѳтѳлдѳ. Уларға ҙур рәхмәт. Проектҡа республика һәм район бюджетынан 19 млн. һум аҡса бүленде. Киләһе йылдарҙа Ломовканың юлдары яңыртыласаҡ. Быға республика, йәки район бюджетынан финанслау буласаҡ тип ышандыра алам, - тине һәм барыһын да ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы. Шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков, Ломовка ауыл хакимиәте башлығы Сергей Федоров күпер тѳҙѳүселәргә рәхмәт белдерҙе. Элекке күпер 7 метр киңлектә генә булыуы менән уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине, хәҙер ул ике тороҡло, уларҙың һәр ҡайһыһы 12 метр оҙонлоҡта, машина йѳрѳй торған урыны 1 метрға киңерәк. Ломовка халҡы, маршут такси водителдәре, ғѳмүмән, был юлдан йѳрѳгән һәр кем ѳсѳн яңы күпер яңы шатлыҡ ѳҫтәне.
Рәсимә Сәлихова.
Оставить комментарий