Бар яҡлап алдынғылар

Бар яҡлап алдынғылар
Республикала ғына түгел, илебеҙҙәге иң ҙур метиз предприятиеларының береһе - "Белорет металлургия комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшселәре Венер Мансур улы ҒАЗЗАЛОВ (алғы планда) быйылғы район һабантуйында "Иң яҡшы сым һуҙыусы", Хәсән Булат улы ЮЛЫШЕВ "Иң яҡшы канат ишеү буйынса машинист" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был наградаларҙы хөрмәтле металлургтар намыҫлы, тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн алды.
Сермән егете Венер Ғаззалов бына 11 йыл инде 16-сы ҡорос сым цехында сым һуҙыусы булып эшләй. Сым һуҙыусы һөнәрен һайлағансы ла йәш металлург туған комбинатында 8 йыл һаҡ хеҙмәтендә эшләп ала. Әхмәрҙән Хәсән Юлышев та ҡаланың 25-се һөнәрселек училищеһын тамамлау менән комбинатҡа эшкә килә. 25 йыл комбинаттың 17- се ҡорос сым цехында канат ишеү машинисы булып эшләгән Хәсән Булат улы күптән бай тәжрибә туплаған.
Был тырыш ауыл егеттәре - алдынғы металлургтар һөнәри байрамдарын күтәренке кәйеф, яулаған уңыштары менән лайыҡлы ҡаршылай. Үҙҙәренә тәғәйен пландарын һәр ваҡыт аттырып үтәгән металлургтарҙы комбинат етәкселеге, хеҙмәттәштәре лә хөрмәт итә.
Венер Ғаззалов һәм Хәсән Юлышевтар үҙ һөнәрен яҡшы белгән эшселәр генә түгел, ата-әсәләренең һөйөклө улдары, тырыш, ярҙамсыл ғаилә башлыҡтары, балаларының яратҡан атайҙары ла. Коллективта ла, ғаиләһендә лә абруй ҡаҙанған егеттәр теттереп донъяһын да көтә, ял итә лә белә.
Металлургтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Ауыр һәм маҡтаулы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий