Программалар уңышлы эшләй

Программалар уңышлы эшләй
Районға эш сәфәре менән Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта килде.
Ул Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә “Металлург” стадионында барған ремонт эштәре менән танышып:
- Белорет районы республикала спортты үҫтереүҙә тѳп роль уйнаған тѳбәк. Бында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең йыйылма командаларына спортсылар әҙерләнә, иң юғары күрһәткестәргә ирешкән Олимпия уйындары чемпиондары бар. Шунлыҡтан тап был районда спорт үҫешен тәьмин итеүгә ныҡлы иғтибар бүленергә тейеш.

Бѳгѳн был юҫыҡтағы үҙәк объектты реконструкциялау эше менән таныштым, унда саңғыроллер, йүгереү трассаһы, футбол майҙаны, спорт залы, ғѳмүмән, яҡшы стадион барлыҡҡа киләсәк. Уның быйыл файҙаланыуға тапшырылыуы, спортсылар, тренерҙар ѳсѳн бигерәк тә ҙур ҡыуаныс, - тине ул.
Тирлән ауылында тѳҙѳлѳп ятҡан Районға эш сәфәре менән Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта килде. спорт-һауыҡтырыу комплексы Андрей Ивановичтың эш сәфәренең киләһе нѳктәһе булып торҙо. Ике ҡатлы бинала әлеге ваҡытта эске биҙәү эштәре, һыу үткәреү, канализация торбалары һалыу бара. Электр менән тәьмин ителгән. Киләһе аҙнанан биләмәнең тирә-яғын тѳҙѳкләндереү эштәре башланасаҡ.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов әйтеүенсә, спорт-һауыҡтырыу комплексы урыны юҡҡа һайланмаған. Уның биләмәһендәге мәҙәни парк “Ҡала мѳхите” программаһына ярашлы реконструкциялана башланы. Шулай уҡ Бѳйѳк Ватан һуғышында һәләк булғандарға арналған, дүрт Советтар Союзы Геройының фоторәсеме менән биҙәлгән һәйкәл тѳҙѳкләндереп бѳтѳү ѳҫтѳндә. Тирләндә быйыл сентябрь айынан мәктәпкә капиталь ремонт эштәре лә башланасаҡ. Әлеге ваҡытта подрядсылар менән һѳйләшеү бара. Йәнә, киләһе йылда социаль-мәҙәни үҙәк булдырыу мәсьәләһе лә ҡарала.
“Бѳгѳнгѳ кѳндә Тирлән ауылына ҙур иғтибар бүленә. “Ҡала мѳхите”, “Урындағы инициативаларҙы яҡлау”, “Реаль эштәр” программалары мѳмкин булған тиклем файҙаланыла. Күҙалланған барлыҡ объекттар, ваҡытында тѳҙѳлѳп бѳтѳп, тулы ҡеүәттә эшләй башлаһа, тирләндәргә, ҡунаҡтарға һәм беҙгә был тик шатлыҡ ҡына буласаҡ. Киләсәктә Ломовка ауылында ла спортһауыҡтырыу комплексын тѳҙѳүгә заявка бирергә әҙерләнәбеҙ,” - тине Владислав Геннадьевич.
Районда йәш быуындың сәләмәт тормош алып барыуы, яҡшы шарттарҙа белем алыуын тәьмин итеү ѳсѳн күп эштәр эшләнә. Яңы ғына барлыҡҡа килгән һәм тѳҙѳлѳү ѳҫтѳндә булған комплекстарға йѳрѳүселәр, спорт яратыусыларҙың да йылдан-йыл күберәк булыуын теләге килә.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий