Ғаиләнән уңған - бәхеткә тулған

Күп балалы ғаиләләрҙе ниңәлер умарта ҡорттары менән сағыштырғы килә. Һәр ғаиләнең үҙ эше, үҙ бурысы, үҙ бәхете, үҙ яҙмышы. Иманлы, бәрәкәтле нигеҙҙә генә изгелектең, мәрхәмәтлектең шытып сығыуы ихтимал. Ә инде быларҙың барыһы ла беҙҙең олатай, өләсәйҙәребеҙҙән күсә.
Егәҙе ауылында йәшәгән Рауил Солтан улы Ғилмановтың күңеленә лә матур сифаттарҙы олатай, өләсәһе һалған. Баҡый ауылында тыуып үҫкән егеттең юғары маҡсаттар менән тулы яҙмышты һайлауы ла юҡтан ғына түгел. Баҡыйҙан элек-электән юғары аңлы, көслө рухлы, маҡсатлы кешеләр сыҡҡан. Геройыбыҙҙың урмансы һөнәрен һайлауы ла юҡтан ғына түгел. Мәңгелек урман уны илһамландыра, рухландыра, дәртләндерә, яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәй. Шуға ла ул бөтә хис-тойғоларын гармун телдәренә күсерә, ә инде яратҡан урманына барып индеме - моңло ла, дәртле лә йырҙарын һуҙа.
Рауил Солтан улының йәшәлгән ғүмерен ике өлөшкә бүлергә була. Береһендә ул Көйөк ауылы ҡыҙы Минзилә Тимербай ҡыҙы менән 20 йылдан ашыу матур донъя көтөп, бына тигән 4 бала тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына оҙата. Дөрөҫөрәге, икәүһе мәктәптә генә уҡып йөрөгән була әле Рауил Солтан улы пар ҡанатын юғалтҡан саҡта. Ике улдары менән ике ҡыҙҙары ла хәҙер инде үҙҙәре атай-әсәй булып, матур, татыу донъя көтәләр, тыуған нигеҙҙәрен дә онотмайҙар. Бында уларҙы һәр саҡ яҡты йөҙ, асыҡ сырай менән ҡаршы алалар.
Тормош юғалтыуҙарһыҙ ғына булмай шул. Балаларҙы үҫтереп, матур итеп кенә йәшәп ятҡанда мәрхәмәтһеҙ сир Минзилә Тимербай ҡыҙын бик иртә гүр ҡуйынына алып китә. Әммә көслө рухлы Рауил Солтан улы бөгөлөп төшмәй, балалар хаҡына үҙендә артабан йәшәүгә көс таба. Яңғыҙы бер ул тәрбиәләгән Эльвира Рәшит ҡыҙына өйләнә. Яҙмыш уға был юлы ла яҡты йөҙ менән борола. Икенсе ҡатыны ла донъя көтөргә сос, уңған, бала йәнле булып сыға. Сөнки Эльвира үҙе лә күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Бына 12-се йыл инде бер-береһен бер һүҙҙән аңлап, гөрләтеп донъя көтәләр, мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, бал ҡорто ла тоталар. Хәҙер инде Рауил Солтан улы яңынан 7 балаға, йәғни бөтәһе 11 балаға хәстәрлекле атай һәм 9 ейәнсәргә өҙөлөп торған олатай. Быйыл хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, дәртләнеп эшләп йөрөй. Ә инде Эльвира Рәшит ҡыҙы балалар менән өйҙә ултыра, сөнки иң өлкәне IX класҡа күсһә, иң кесеһенә әле йәш тә 9 ай ғына. Өйҙә ултырыу тиеүе генә анһат, уларҙың һәр береһен мәктәпкә әҙерләргә, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә кәрәк. Мәҫәлән, иң өлкәне Айгиз футбол, музыка менән шөғөлләнә, йырлай, хоккей, саңғы ярыштарында ла ҡатнаша. IV класҡа күскән Нәркәс тә музыка, бейеү менән шөғөлләнә, баскетбол, волейбол секцияларына йөрөй. I класты тамамлаған Сабина ла апайынан һис кенә ҡалышырға теләмәй, бейеү серҙәренә төшөнә.
Азалия быйыл тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инәсәк, ә Самира менән Руфина балалар баҡсаһына йөрөй. Ике йәшен тултырасаҡ Рамзан да ағай-апайҙарының һәр һүҙен, һәр хәрәкәтен ҡабатларға тырыша.
Күп бала тәрбиәләү ауырға төшәлер инде, тигән һорау бирәбеҙ хужабикәгә.
- Юҡ, бер ҙә ауыр түгел. Сирләп китһәләр генә ҡыйыныраҡ инде, ә былай улар бер-береһен хәстәрләп, бер-беренә терәк-таяныс булып үҫәләр. Тормош иптәшемдән уңдым, хәстәрлекле, йүнсел, уңған кешегә тап булыуыма яҙмышыма рәхмәттәр уҡып йәшәйем. Минзилә Тимербай ҡыҙы менән үҫтергән балалары ла шул тиклем һәйбәттәр, берҙәмдәр, татыуҙар. Балалары менән килеп йөрөйҙәр, төрлө эштәрҙә ярҙам итеп китәләр. Атай абруйының шул тиклем юғары булыуына һоҡланам. Оҙаҡ йылдар Егәҙе урмансылығын етәкләү менән бергә ауыл Советы депутаты вазифаһын да еренә еткереп атҡара. Бер генә сара ла уның ҡатнашлығынан тыш уҙмай. Тап шуға ла ауылдаштары ла, күрше ауылдар халҡы ла уны ихтирам итә. Тырыш хеҙмәте күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланды. Ошондай тормош иптәше, атай, олатай менән нисек ғорурланмайһың инде! - ти Эльвира Рәшит ҡыҙы.
Эйе, балалар киләсәген ҡайғыртып йәшәгән, бер йүнәлештә атлаған ғаилә башлыҡтарының һәр көнөн, һәр сәғәтен ҡаһарманлыҡҡа тиңләргә булыр ине, сөнки улар илебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәгенә тос өлөш индерәләр. Бындай ғаиләләргә миҙал ғына түгел, орден бирһәң дә йәл түгел. Үҙенең булдыҡлылығын һүҙ менән түгел, эше, ҡылыҡтары менән раҫлаған Рауил Солтан улы кеүек ир-егеттәрҙе ил ағаһы тип атайҙар ҙа инде.
Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән, тигәндәй, Рауил Солтан улының балалары Әлмират, Фидаил, Гөлдәр, Алһыу ҙа хәҙер тормош иптәштәре менән бына тигән балалар үҫтереп, йорттар һалып донъя көтәләр, уларҙың булдыҡлылығына, тырышлығына, оҫта ҡуллы булыуҙарына хайран ҡалырлыҡ. Ғаилә, балалар, эш бәхетенән дә артығыраҡ нимә бар һуң был яҡты донъяла!? Иң ҙур байлыҡ та, йәшәү мәғәнәһе лә бит улар.
Зѳлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий