Татыу ғаиләләр тормошто биҙәй

Татыу ғаиләләр тормошто биҙәй
Өләсәйемдең «Бабай куда - әбей туда» тигәне хәтеремдә. Тағы: «Ир менән ҡатын бар эште лә бергә башҡарырға, бербереһенә ярҙам итергә тейеш», - тип әйтә торғайны. Рысыҡай ауылынан Лилиә һәм Рәил ӘФЛӘТУНОВТАР тап шулай бар эште лә бергә атҡарып, тырышып төҙөгән йорттарында бәхетле балалар үҫтереп, бербереһенә терәк булып, ярты һүҙҙән аңлашып, тормоштан йәм табып йәшәгән парҙарҙың береһе.
Был татыу, эшһөйәр ғаиләнең емеш ағастары уратып алған, сәскәләргә күмелгән, һәр нәмә урынында торған йыйнаҡ, төрлө техника, мал, ҡош-ҡорт менән тулған ихатаһы күптәргә үрнәк булырлыҡ. Өйҙәренә ингәс тә, бөхтәлек, тәртип күҙгә ташлана. Бөтә нәмә лә зауыҡ менән урынлаштырылған. Гөлдәре лә айырым бер гүзәллек биреп тора.
Уңған хужабикә әҙерләгән йәшелсәемеш, ҡайнатма-компоттары оҙон ҡышҡа етә. Сағыу, матур, килешле кофта, башлыҡтар, ойоҡтар бәйләй, төрлө әйберҙәр тегә.
Лилиә менән Рәил Әфләтуновтар өс бала тәрбиәләй. Ике юғары белемле Бөрйән һылыуы Лилиә ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Рәил дә шул уҡ мәктәптә һаҡ хеҙмәтендә.
Мине иң тәүҙә йөҙҙәренән дә, үҙҙәренән дә нур бөркөлөп торған был икәүҙе яҙмыш ҡайҙа һәм нисек осраштырған икәнлеге ҡыҙыҡһындырҙы. Әңгәмәне хужа башланы.
- Межгорье ҡалаһында эшләй инем. 2003 йылдың авгусында Бөрйәнгә күпер төҙөргә командировкаға китеп барғанда, Лилиә юлда автобус көтөп тора ине, ултыртып алдым. Һөйкөмлөлөгөнә, ихласлығына шундуҡ иғтибар иттем. Ана шунда беренсе тапҡыр күрҙем. Бер йыл үткәс, тағы күрештек, - тип һөйләй Рәил Рәмил улы. - Ул ваҡытта Лилиә Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында уҡыта ине.
Яҙмыш осраштырҙы тигәне шул инде. Бер йылдан һуң тағы осрашып, дуҫлыҡты нығытып ҡуйҙыҡ. Ярты йыл үткәс, никах уҡыттыҡ. Ата-әсәйҙәр менән кәңәшләштек тә, туйҙы ике яҡта ла үткәрергә ҡарар иттек.
- Ҡайны-ҡәйнәләр менән танышыу нисегерәк үтте, йыраҡҡа ебәрмәйбеҙ тип тартҡылашманылармы?
- Биҙа ла яҡшы. Лилиәнең ата-әсәһен алдан уҡ белә инем. Барып йөрөй торғайным уларға. Әле лә мин уларҙы яҡын күреп, «апай», «ағай» тип өндәшәм. Бөрйәнгә йышыраҡ барып торорға, ярҙам итергә тырышабыҙ.
- Рәилде нисек оҡшатмайһың инде (көлә), бигерәк алсаҡ бит ул, ярҙамсыл да, - тип һүҙгә ҡушыла Лилиә Муса ҡыҙы. - Кеше менән матур итеп һөйләшә. Шуға ла минең атай-әсәйемдәр уны бер күреүҙән үҙ итте. Ҡайтһаҡ, «кейәү ҙә, кейәү», тип өлтөрәшеп торалар.
- Лилиә, ҡәйнәң дә уҡытыусы булғас, аралашып китеүе ҡыйын булмағандыр?
- Аллаға шөкөр, ҡәйнәм менән әхирәттәр кеүекбеҙ. «Инәй» тип өндәшәм уға. Өйләнешкәс, бер йыл бергә татыу йәшәнек. Күп нәмәгә өйрәтте. Тик рәхмәттәр генә әйтә алам ҡәйнәмә. Кәрәк саҡта ярҙамға килеп етә. Әлдә яҡын йәшәйбеҙ.
- Һеҙҙең өс бала: Рәдис, Раушания, Рәлинә. Лилиә, ә һин үҙең киленеңдең ниндәй булырын теләр инең?
- Иң мөһиме - улымды яратһын.
- Лилиәгә оҡшаған кәләш тапһа, улым өсөн бик ҡыуаныр инем, - ти ғаилә башлығы.
- Балаларығыҙҙың ҡайҙа йәшәүен теләр инегеҙ? Ауылдамы, ҡалаламы?
- Ҡайҙа ғына йәшәйем тиһәләр ҙә, ҡаршы тормаясаҡбыҙ. Бәхетле генә булһындар. Тырыш, эш яратҡан егәрле кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ.
Шул арала кескәй Раушания килеп атаһын ҡосаҡлап алды. - Беләһегеҙме, - ти ул, миңә ҡарап, - минең атайым донъяла иң һәйбәте. Ул беҙҙең менән уйнай, ярҙам итә. (Атаһын ифрат яраталар, хатта күҙҙәренән йәштәр килеп сыҡты ҡыҙыҡайҙың).
Баланың иң юғары баһаһынан һуң башҡаска һүҙ ҙә юҡ...
- Йортоғоҙҙа кем иң төп һүҙҙе әйтә, хужаһы кем тимәксемен?
- Кәңәшләшеп йәшәйбеҙ. Ашарға әҙерләгәндә лә, йорт эштәрен башҡарғанда ла бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ә өйҙә хужа - Рәил тип уйлайым.
Иптәшем ныҡ тырыш, ҡулынан килмәгән эше юҡ, балалар өсөн үлеп бара, - тип шат йылмая Лилиә. - Мине яратып, аңлап торһа - шул. Беҙгә, ҡатындарға күп кәрәкме ни - бер йылмайып йылы һүҙ әйтһә, дәртләнеп китәһең. Гел комплименттар әйтеп ҡыуандырып, күңелемде күтәреп тора.
- Беҙ Лилиә менән гел бергә. Нимә эшләһәк тә, ҡайҙа ғына барһаҡ та, хатта диләнкәгә лә бергә йөрөйбөҙ. Һыйыр һауған мәлендә лә шунда торам. Унһыҙ миңә күңелһеҙ. Гел эргәмдә булырға тейеш кеүек. Берберебеҙҙе маҡташып алайыҡ әле. Минең Лилиәм мотоциклда ла, трактор, ГАЗелендә лә оҫта йөрөй ул.
- Өйләнмәгән йәки яңы ғына ғаилә ҡорған йәштәргә ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?
- Беҙ парлы булып йәшәү өсөн яратылғанбыҙ. Һәр кем үҙенең яртыһын тапһын тигән теләктәмен. Сөнки берҙәм, татыу ғаиләң булыу - ҙур бәхет ул. Көнө буйы эшләп, арып ҡайтҡандан һуң йылы, таҙа, тәмле аш еҫтәре сығып торған өйгә инеү - үҙе бер шатлыҡ. Бары тик өйөңдә, ғаиләң менән бергә булғанда ғына рәхәтләнеп ял итеп була бит.
- Тегендә-бында туҙып ятҡан ойоҡ, кейем, йыуылмай ултырып ҡалған сынаяҡ һәм башҡа ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр - иреш-талаш сығарыр өсөн сәбәп түгел. Ирҙәр ҙә бит бала кеүек, аҡырып торғансы, юхалап ҡына өндәшһәң, тау аҡтарырға әҙер улар, - ти Лилиә.
- Ауылда беҙҙең кеүек йәштәр күп ул. Матур итеп йорттар һалалар, һәр өйҙә әллә нисәмә техника, утын-бесән әҙерләүе лә еңел. Дәртең, теләгең, маяк кеүек татыу ғаиләң булһа, - рәхәтләнеп йәшә лә ят. Бына шундай фекерҙә Әфләтуновтар.
Эйе, ҡайһы бер ғаиләләр үҙ-ара мөнәсәбәттәре, бербереһенә оҡшашлығы, матурлыҡтары, бербереһе өсөн йәне-тәне менән борсолоп торған, уңыштарына ысын күңелдән шатланған, барлык эштәрҙе икәүләшеп башҡарып, бергәләшеп ял итеүҙе өҫтөн күреүҙәре менән һоҡландыра. Ундайҙарҙың хәләлдәренә ҡараштары ла хатта икенсе: йылылыҡ, һөйөү сатҡылары уйнай. Һөйләшкәндә лә ҡулдарын тотошоп, шаярышып, бер-береһен бүлдермәй тыңлай. Бындайҙарға ҡарап: «Бына бит, бар ул мөхәббәт, күпме йылдар үтһә лә һүнмәгән, һүрелмәгән, киреһенсә, йылдар үткән һайын нығына бара», - тип улар өсөн ҡыуанып, дәртләнеп китәһең. Әфләтуновтар, минеңсә, тап шундайҙарҙың береһе.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Оставить комментарий