Ауыл ѳсѳн - бергәләп

Ауыл ѳсѳн - бергәләп
Ауылды маҡта ла, ҡалала тор, тиһәләр ҙә бѳгѳн ауыл тормошоноң күптәрҙе кѳнләштерерҙәй әллә күпме ыңғай яҡтарын миҫалға килтерергә була. Тик ауылда сифатлы тормош булдырыу ѳсѳн дә ете ҡат тиреңде сығарып, әллә күпме тупһаларҙы тапап, бихисап проблемаларҙы уртаҡ хәл итеп йәшәй белергә кәрәк. Был йәһәттән бигерәк тә ауыл хакимиәте башлыҡтарына әүҙемлек күрһәтергә, тѳрлѳ юлдар табырға, заман менән бергә атларға тура килә. Шуға күрә лә, йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу, ауыл халҡы араһында берҙәмлек булдырыу, эш урындары асыу бѳгѳнгѳ үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлегенең тѳп бурыстарының береһе итеп алынған да инде. Ауыл үҫһен, киләсәге ѳмѳтлѳ булһын ѳсѳн, тәү сиратта, урындағы социаль-иҡтисади хәлде үҫтереү мотлаҡ. Был йәһәттән Абҙаҡ ауыл хакимиәте лә әүҙемлек күрһәтә һәм үҙ биләмәһендә лайыҡлы тормош, йәшәү ѳсѳн уңайлы шарттар тыуҙырыу юлын эҙләй.
Бер нисә йыл элек Сермәндә яңы Иҙел ауылының барлыҡҡа килеүе республикала ғына түгел, бѳтә илдә уникаль күренеш булғайны. Әлеге ваҡытта Иҙел ауылында йорт төҙөү өсөн 135 урын бирелгән. Бөгөн 19 ғаилә әүҙем төҙөлөш алып бара, шуларҙың 5-әүһе йортон төҙөп бөткән дә инде. Был матур башланғысты абҙаҡтарҙың да күтәреп алыуы һәм Рәсәй тарихында барлыҡҡа киләсәк яңы ауылдың тағы ла беҙҙең районда булыуы Сермәндә башланған эштең матур дауамы тип әйтергә мѳмкин. 2017 йылда йәштәргә тѳҙѳлѳш ѳсѳн ер биреү маҡсатында яңы ауыл тѳҙѳү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Республиканың Урман хужалығы министрлығы “Спецпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән ауыл тѳҙѳүгә иҫәпләнгән 91 га. майҙанлыҡ участканың схемаһын раҫлап, сиктәрен билдәләне лә инде. Һуңғы 10-12 йылда үҙ йортон тѳҙѳргә теләгәндәрҙең артҡандан-арта барыуын, 220 ғаиләнең ер алыуға сиратта тороуын иҫәпкә алғанда, был барыһы ѳсѳн дә шатлыҡлы яңылыҡ булды. Буласаҡ ауылға исем биреү ѳсѳн ауылдаштар араһында конкурс иғлан ителәсәк. Был урын Абҙаҡтан 300 метр алыҫлыҡта, Ҡаҫмаҡты буйында урынлашасаҡ. Яңы ерҙә 350-гә яҡын йорт тѳҙѳләсәк, ә инде тәүге йортто туйлау 2020 йылда буласаҡ тип күҙаллана. Ауылда халыҡ ѳсѳн, тәү сиратта, кәрәкле социаль объекттар тѳҙѳү ҙә планлаштырыла. Бѳгѳн был пландарҙы тормошҡа ашырыу ѳсѳн Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Салауат улы Мѳхәмәҙиев тарафынан әүҙем һәм тығыҙ эш алып барыла.
Бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған шаулы заманда ауыл хакимиәте башлыҡтарына халыҡтың һаулығы, белем алыуы, ял итеүе кеүек мѳһим мәсьәләләр менән бергә медицина, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларын тотоу, халыҡты ут-һыу, газ менән тәьмин итеү, көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләләрен һәм шулай уҡ ауыл ерендә уңайлы, сифатлы йәшәү рәүеше булдырыуҙы ла хәл итергә тура килә. Быйыл абҙаҡтар ошо маҡсаттарға ирешеү, уртаҡ проблемаларҙы бергәләп хәл итеү ѳсѳн беренсе тапҡыр республика программаһында ҡатнашты һәм ҙур уңышҡа иреште. Ауыл халҡы дѳйѳм йыйылыш ойоштороп, берҙәм фекергә килде. Тѳрлѳ тәҡдимдәр араһынан хакимиәткә трактор һатып алыу иң отошлоһо тип хәл ителә һәм ауылдаштар ең һыҙғанып эшкә тотона.
Хәҙерге заманда ниндәйҙер эште атҡарып сығыу ѳсѳн, тәү сиратта, аҡса талап ителә тип уйлайбыҙ. Тик ҡайһы бер осраҡтарҙа татыулыҡ, һәр ваҡытта ла бер һүҙҙән булыу аҡсанан да ѳҫтѳнѳрәк тора. Абҙаҡтарға ла конкурста еңеп сығыу ѳсѳн ошо сифаттарға эйә булырға кәрәк ине. Шуныһы ҡыуаныслы, хакимиәт биләмәһенә ҡараған мѳхәмәттәр, абҙаҡтар, ҡаҫмаҡтылар, уралтауҙар, яңы абҙаҡтар был йәһәттән дә һынатмай, үҙҙәрен рухлы, аңлы кешеләр итеп күрһәтте. Тиҙ арала Хажмѳхәмәт Әхмәтов, Гѳлсирә Яласова, Әлфиә Вәлиева, Зѳлфиә Таһированан торған инициатив тѳркѳм халыҡтан аҡса йыйыу эшен башлай. Шулай итеп, халыҡ үҙ теләге менән 230 мең һум аҡса туплауға иреште. Был эштән бағыусылар ҙа ситтә ҡалманы, улар 270 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтһә, республика бюджетынан 1 млн. һум, район бюджетынан 200 мең һум аҡса бүленде. Күмәкләшеп, 1 млн. 700 мең һум аҡса йыйғас, “АгроАйчына” йәмғиәте менән контракт тѳҙѳлә. Ошо кѳндәрҙә тағылмалары менән МТЗ-82.1 тракторы ауылға ҡайтарыласаҡ.
Конкурста ҡатнашыу тәүге ҡоймаҡ булһа ла, тѳйѳрһѳҙ һәм уңышлы булды. Шуға күрә абҙаҡтар киләһе йылдарҙа ла тѳрлѳ дәүләт программаларында әүҙем ҡатнашып, башҡа проблемаларын да хәл итергә ниәтләй. Киләсәктә ошо программалар ярҙамында һыу үткәргестәргә капиталь ремонт яһау, уның документтарын тәртипкә килтереү күҙ уңында тотола.
Урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһы буйынса райондан 15 ауыл хакимиәте конкурста еңеп сыҡты. Быйыл уңышһыҙлыҡҡа осраған хакимиәттәр был эште киләһе йылда дауам итәсәк. Программаға ярашлы, Егәҙе менән Абҙаҡ хакимиәте трактор һатып алһа, Әзекәй, Асы, Тирлән, Шығай ауыл хакимиәттәре был аҡсаны спорт майҙансыҡтарын, инйәрҙәр балалар майҙансығын йыһазландырыуға тотонасаҡ. Шулай уҡ Үрге Әүжән ауыл хакимиәте Исмаҡай ауылының зыяратын тѳҙѳкләндерә, йѳйәктәр мәктәп ҡыйығын яңырта, Николаевка ауыл хакимиәте Мәхмүт ауылының мәктәбенә капиталь ремонт яһай аласаҡ. Ә Ишле ауыл хакимиәте иһә электр линиялары, туҡандар һыу үткәреү системаһы буйынса эш башлаясаҡ.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий