Балаларҙа - киләсәк

Балаларҙа - киләсәк
Яңы уҡыу йылын инйәрҙәр икеләтә ҡыуаныс менән ҡаршы алды. Тәүге һөйөнөс яңы биҫтәлә балалар майҙансығы асылыуға, икенсеһе 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башлауға бәйле.
Һауа шарҙары, сағыу стена гәзите менән биҙәлгән, тәм-томло өҫтәлдәр теҙелгән балалар майҙансығы Инйәр ауылына килеп инеү ыңғайы әллә ҡайҙан уҡ йәйғор төҫтәре менән күҙгә салына. Балаларҙың шат ауаздары, бәхетле йөҙҙәре, әсәй-атайҙарҙың, өләсәйҙәрҙең үтә ҡәнәғәт йылмайыуы был ваҡиғаның ни ҡәҙәрем көтөп алынғанлығы, мөһимлеге тураһында һөйләй. Ғәйнетдиновтарҙың, Бәхтийәровтарҙың, Мораҙымовтарҙың, Чарыевтарҙың, Йәнбирҙиндәрҙең, Шафиҡовтарҙың, Хәйруллиндарҙың, Исмәғилевтәрҙең, Сәғитовтарҙың йәнә лә изге күңелле бәғзе бер ауылдаштарҙың матди һәм ҡул көсө менән ун көн эсендә пәйҙә булған уйын майҙаны һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул: төрлө баҙыҡ төҫтәргә буялған “күңелле” рәшәткәләр, йәпле эскәмйәләр, покрышкаларҙан яһалған көләс айыу... Ҡатын-ҡыҙ татлы күстәнәстәр әҙерләгән арала балаларҙың кемеһелер сыр-сыу килеп ҡомда уйнай, малай-шалай алтын ҡулдар эшләгән автомобиль янында өйөрөлә, ҡыҙыҡайҙарҙың кеме бәүелсәктә, кеме һүрәт төшөрә, берәүҙәр, ана, тырышып-тырмашып һабын ҡыуыҡтары өрә...
Рияз Бәхтийәровтың ҡурай моңдары, Сәлимә Бәхтийәрованың күңелле йырҙары, Айҙар Ғәйнетдиновтың шиғри күстәнәсе менән башланып киткән майҙансыҡты асыу тантанаһында Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдинов та яңы биҫтәнең шатлығын уртаҡлашты. Ул изге башланғысты хуплап, йәштәрҙең янып-дәртләнеп тормош көтөүҙәренә һоҡланды, урындағы хакимиәттең һәр саҡ ярҙамға әҙер тороуын белдерҙе.
Ейән-ейәнсәрҙәре янына Бөрйән районынан ҡунаҡҡа килгән Уриә апай Мөхәмәтйәрова ла Инйәр ауылы йәштәренең берҙәмлегенә, тырышлығына, егәрлелегенә хайран ҡалған икән. “Бер кемдән дә ярҙам көтөп тормай, үҙ-ара йәһәт кенә кәңәшләшеп, тиҙ арала аҡса йыйып, аҙна-ун көн эсендә бына тигән майҙансыҡ төҙөп ҡуйҙылар. Өсөнсөгә атай булырға торған кейәүем Марат Бәхтийәров иһә аҙна буйы таҡта йышты, ҡаҡты. Хатта төндәрен дә фонарь яҡтыһында эштәр гөрләп торҙо бында”, - ти ул ҡыуанып та, ғәжәпләнеп тә. Атай-әсәйҙәрҙең һүҙҙәренсә, эш бының менән генә туҡтап ҡалмаясаҡ, алдағы көндәрҙә матур, иркен урында волейбол селтәре һәм башҡа уйын-спорт ҡорамалдары төҙөү планлаштырыла.
Инйәр халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәнә бер ваҡиға - балалар баҡсаһы төҙөләсәк урынға тәүге ҡаҙыҡтарҙың ҡағылыуы ла был көнгә йәм өҫтәне. “Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект” республика программаһы сиктәрендәге проектты башлау өсөн районыбыҙға подрядсы ойошманың етәкселәре, геодезистар килде. Төҙөлөш өсөн республика бюджетынан 105,6 млн. һум аҡса бүленгән. Ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов әйтеүенсә, әле Инйәрҙә ике балалар баҡсаһы бар, әммә ауылдың йылдам үҫеүе, йәш ғаиләләрҙең күбәйеүе, балалар һаны ишәйеүе мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһына мохтажлыҡты арттыра. Төҙөлөштө 2019 йылдың ноябрь айында тамамлау күҙаллана. Тимәк, яҡын киләсәктә, инйәрҙәр тағы бер мөһим объекттың ишектәрен асыу бәхетен татыясаҡ.
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий