Бәхет - балаларыбыҙҙың һаулығы!

Бәхет - балаларыбыҙҙың һаулығы!
Рәсәйҙә 1000 ҡатын-ҡыҙға уртаса 860-870 ир тура килә. Башҡортостанда ла шул уҡ хәл. Ә бына Сосновка ауылында йәшәүсе Снежана һәм Айгиз Ғәлимйәновтарҙың ғаиләһендә был статистиканы бар тип тә белмәйҙәр. Уларҙың үҙ бише биш! Сөнки был йәш, татыу ғаиләлә биш ир кешегә бер генә ҡатынҡыҙ тура килә.
Ғаилә башлығы Айгизгә быйыл 8 сентябрҙә 35 йәш тулды. Ул тыумышы менән Сосновка ауылынан. Айгиз тыуғанда атаһы Инсаф Истамғол улы Ҡаҙағстандың Ҡарағанда өлкәһе Молодежный ҡасабаһындағы күмер карьерында ауыр “БелАЗ” машинаһында шофер булып эшләй. Айгизгә 3 ай ғына сағында атаһы ғаиләһен эшләгән еренә күсереп алып китә. Ҡаҙағстанда 11 йыл йәшәү осоронда Сәлимә һәм Инсаф Ғәлимйәновтарҙың 1986, 1988, 1991 йылдарҙа тағы өс балалары - Рита, Марат һәм Эльвина тыуа. Ғаилә кире Сосновкаға күсеп ҡайтҡас, Айгиз VI класҡа уҡырға бара һәм уны 2000 йылда тамамлай.

- Бала саҡта мин һалдат булырға хыялландым, - тип хәтерләй Айгиз, - ә мәктәпте тамамлағас, шофер булып йыраҡ рейстарға йөрөргә, бөтә Рәсәйҙе урап сығырға, башҡа кешеләрҙең тормошон күрергә теләнем...
Тик Айгиз был ике хыялын да кисектереп тора һәм физкультура уҡытыусыһы булырға теләп, Башҡорт дәүләт университетының Сибай ҡалаһы филиалына документтарын тапшыра. Әммә, имтихандарҙы бирһә лә, конкурс балы етеңкерәмәй...
Бына шунда Айгиздең һалдат булырға теләгән бала саҡ хыялы тормошҡа аша ла инде. Әсәһе уны, бәлки, хәрби хеҙмәткә алмаҫтар тиептерме, медицина училищеһына уҡырға инергә өгөтләп тә ҡарай, тик егет 2001 йылда әрмегә китә. Тыуған ил алдындағы изге бурысын тәүҙә Алыҫ Көнсығышта, Райчихинск ҡалаһында, сержант мәктәбендә үтәй башлай. Уны тамамлағас, Рәсәйҙең бер осонан икенсе осона самолетта 11 сәғәт осҡас, Владикавказ ҡалаһында ил сиге ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итә.
Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, һау, типһә тимер өҙөрҙәй егетте ФСБ-ға ла, милицияға ла эшкә саҡырып ҡарайҙар, тик ул Белорет металлургия комбинатына һаҡсы булып урынлаша. Ә 2008 йылда “БашкирЭнерго”ның Сосновка бүлексәһендә һаҡсы һөнәре буйынса эшен дауам итә. 2014 йылдың мартында водитель булып күсә һәм әлеге көндә лә “БашкирЭнерго”ла эшләй.
Айгиздең икенсе хыялы ла шулай тормошҡа аша. Тик шофер булып йыраҡ рейстар менән бөтә Рәсәйҙе урап сығырға тура килмәһә лә, һөнәрен яратҡан егет, ауыр булһа ла, үҙ эшенән ҡәнәғәт!
- Көнмө - төнмө, ҡармы - ямғырмы, берәй ерҙә авария була ҡалһа, юлға сығырға кәрәк. Башҡаса булмай, сөнки электриктарҙы ваҡиға урынына ваҡытында илтеү мотлаҡ, - ти Айгиз эшлекле тонда, һис тә зарланмайынса.
Ғәлимйәновтарҙың ҡураһы тулы мал, ҡош-ҡорт.
- Хәҙерге заманда ишле ғаиләгә итһеҙ бер нисек тә йәшәп булмай, - ти Снежана. - Балаларға төрлө химия ҡушылған аҙыҡ-түлекте ашатмаҫҡа тырышабыҙ. Барлыҡ йәшелсә, емеш-еләкте лә үҙ баҡсабыҙҙа үҫтерәбеҙ. Магазиндан он, шәкәр, сәй, үҫемлек майы һәм төрлө ярмалар ғына һатып алабыҙ. Беҙҙең өсөн балаларыбыҙҙың һау-сәләмәт булып үҫеүе иң мѳһиме.
Был йәш ғаиләлә дүрт бала, барыһы ла малайҙар. Иң өлкәндәре Рамзанға 10 йәш. Тик “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡыған Алмазға - 9 йәш. I класта уҡығанында Бөтә Рәсәй математика олимпиадаһында I урын яулай ул! Таймаҫҡа - 7 йәш. Быйыл I класҡа барҙы. Иң кеселәре Имранға өсөнсө йәш. Ул балалар баҡсаһына йөрөй.
Снежана ла Сосновка ауылында Фидая Ғәбделбаян ҡыҙы менән Ислам Уйылдан улы Йәнгәрәевтар ғаиләһендә тыуа. Ул иң кесеһе. Уның Венер һәм Искәндәр исемле ағайҙары бар. Снежана Сермән мәктәбендә уҡый, интернатта йәшәй, сөнки Йәнгәрәевтар ғаиләһе ул ваҡытта Новобельский ауылына күскән була. Мәктәпте 2001 йылда тамамлай. Бала сағында әсәһе, өләсәһе кеүек бухгалтер булырға хыялланһа ла, 2001-2003 йылдарҙа Белорет ҡалаһының 26-сы һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштерә.
- Айгиз менән 2005 йылда, мин - мәктәптә, ул - ауыл хакимиәтендә эшләгән ваҡытта таныштыҡ. Бер йылдан һуң өйләнештек, - ти Снежана.
Йәш ғаилә бына инде ун ике йыл күптәргә өлгө булып, йорт төҙөп, балалар үҫтереп, татыу тормош көтә. Ике йыл элек йорттарына ҙур итеп төкѳтмә эшләтеп ҡуйҙылар, быйыл йәй өй эсенә һыу үткәреү менән мәш килделәр.
Ғәлимйәновтар матур тәбиғәт ҡосағында бергәләп ял итергә ярата. Йәй көнө һыу инергә, балыҡ тоторға йөрөйҙәр. Урманда емешеләк, бәшмәк йыйырға ла өлгөрәләр. Ҡышҡыһын тауҙан саңғыла, тюбингта, боҙҙа конькиҙа шыуалар. Балаларын бәләкәйҙән эш һөйөргә өйрәтә улар. Өлкән улдары баҡсала түтәлдәрҙе утау, һыу һибеү менән бер рәттән бесәндә лә ата-әсәһенә ярҙам итә. Алмаз эҫкерт башында бик оҫта тора икән. Иң кеселәре Имранды ҡарашыуҙа ла әсәһенең беренсе ярҙамсыһы. Рамзан иҙән, һауыт-һаба йыуыша, һыуға йөрөй, ҡош-ҡортто ашата. Таймаҫ иһә атаһының уң ҡулы.
- Бер тапҡыр, - ти Айгиз, - ике килограмм сөй һатып алғайным. Утын яра башлаһам, түмәрем тотошлай сөйләнеп бөткән. Һурып торманым инде, түмәрҙе ташларға тура килде. Ярҙамсым Таймаҫ шулай тырышҡан... Алмазға ике йәш ине, кәртә эсендә юҡ булды ла ҡуйҙы. Ҡапҡа бикле, сығып китерлек түгел. Эҙләй торғас, эт ояһынан табып алдыҡ. Эт менән шым ғына беҙҙе күҙәтеп ултыра. Иҫләһәң, ҡыҙыҡ хәлдәр күп булды балалар менән.
- Рамзан менән Алмаз бәләкәйҙәр ине әле, - ти Снежана, - иҙәнде йыуып ҡына сыҡҡайным, инеүемә кухняны манный ярмаһы менән тултырғандар. Көлөргәме, көйөргәме, әллә иларғамы ла белмәнем...
Бына шулай шаян, ярҙамсыл, эшһөйәр, үҫкәс инде ил һаҡсылары, атайҙары кеүек шофер йәки башҡа һөнәр эйәләре булырҙай улдар тәрбиәләй Снежана менән Айгиз Ғәлимйәновтар!
Хәҙерге ҡатмарлы осорҙа (ауыр тип әйтмәйем, сөнки тормош көтөү бер ваҡытта ла еңел булмай) ялҡауланмаһаң, эш, аҡса юҡ, тип зарланмаһаң, балалар ҙа табып-үҫтерергә, матур донъя көтөргә лә була. Ғәлимйәновтар ғаиләһе быны асыҡ дәлилләй!
- “Эшләмәгән - ашамай!” тигән мәҡәлде онотоп, күптәр тир түкмәй генә аҡса эшләргә уйлай. Шунан үҙҙәренең ялҡаулыҡтарын танырға теләмәй, тормошҡа зарланалар. Улай булмай бит ул. Беҙҙең ваҡытта иң мөһиме - һаулыҡ һәм эш һөйөү. Атайәсәйҙең, балаларҙың һаулығы - ҙур бәхет! Аллаға шөкөр, үҙемде бәхетле һанайым! - ти Айгиз Инсаф улы.
Хаҡ һүҙҙәр! Бәхет, тәү сиратта, һаулыҡта. Ғәлимйәновтар дүрт улдары: Рамзан, Алмаз, Таймаҫ һәм кескәй Имрандың һау, тормошҡа кәрәкле, яраҡлы шәхестәр итеп үҫтереүҙә барыһын да эшләйҙәр.
Был йәш, татыу ғаиләгә шуны ғына теләргә ҡала: биш ир-егеткә бер ҡатын-ҡыҙ ғаилә статистикаһын әҙерәк төҙәтеп, инде ҡыҙ ҙа табырға...
Мәүлит КӘРИМОВ.
Сосновка ауылы.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий