Матурлыҡ тыуҙырған ҡулдар

Матурлыҡ тыуҙырған ҡулдар
Һәр кешенең күңеленә ятҡан эше бар. Яратҡан шѳғѳлѳңдѳң килем сығанағы булып тороуы ла үҙе бер бәхеттер, моғайын. Уңған, тырыш, маҡсатҡа ынтылған йәштәребеҙҙең береһе - Зилә ӘҠСӘНОВА тап шундай сифатҡа эйә лә инде.
Зилә Рауил ҡыҙы Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетының «Сервис һәм туризм» бүлегенә уҡырға инә. Тап шул осорҙа парикмахер курсын тамамлай һәм «Я» салонына һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Дүрт йыл эшләү дауамында белемен камиллаштырыуҙан туҡтамай, йәнә лә «Һатыу буйынса менеджер», «Эш башҡарыусы» курстарын тамамлай.
Бөгөнгө көндә парикмахер-визажист Зилә Әҡсәнова матурлыҡ яратыусыларға прическалар эшләү, сәс ҡырҡыу, буяу менән бер рәттән макияж һала, тырнаҡтарға дизайн эшләй һәм керпектәр үҫтерә. Бөтә булмышын эргәтирәләгеләрҙең гүзәл булыуына арнаған ҡыҙҙың эшенән клиенттары һәр ваҡыт ҡәнәғәт һәм уға теләп йөрөй. Тик унда ғына сәстәрен ҡырҡырға ышаныс белдергән ханымдар бихисап.
Клиенттарының шылтыратыуҙарына итәғәтле яуап биргән, һәр минуттың ҡәҙерен белгән Зилә Әҡсәнова тормош иптәше Евгений менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ете йәшлек Доминика быйыл I класҡа уҡырға барһа, биш йәшлек Эвелина әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәстәр икеһе лә һынлы сәнғәт түңәрәгендә һәм бассейнда шѳғѳлләнә.
Тормошта кәрәкле эш эйәләре - Парикмахерҙар көнө уңайынан Зилә һылыуҙан, һөнәрҙәштәреңә теләктәрең бармы, тип һорағас: «Эшеңде яратып башҡарғанда ғына уңышҡа ирешеп була. Клиенттарыма яғымлы, ипле булырға, уларҙың теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә тырышам. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ парикмахерҙарҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Эштәренең уң барыуын, һөнәри үҫештә туҡтап ҡалмауҙарын теләйем», - тине.
Әйткәндәй, Зилә Рауил ҡыҙы мәрхәмәтлек менән дә шөғөлләнә. Ул социаль приютҡа барып балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең сәсен ҡырҡа, ҡыҙҙарҙыҡын толомлап үрә. Хеҙмәттәшлек иткәне өсөн "Ғаилә" көнсығыш район-ара үҙәге уны Рәхмәт хаты менән бүләкләгән.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Оставить комментарий