Туғандарҙың мәңгелек йортон тәрбиәләү - изге бурыс

Туғандарҙың мәңгелек йортон тәрбиәләү - изге бурыс
Сермән ауылында һуңғы йылдарҙа күҙгә күренерлек, күңелдәрҙе ҡыуандырырлыҡ ғәмәлдәр атҡарылды. Йыл башында етәкселек халыҡ менән йыйылыш үткәргәндә ауыл кешеләре үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы күтәреп сыҡҡайны. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе - ауыл уртаһында урынлашҡан зыяратты кәртәләү бурысы ҡуйылды. Ауыл активы сермәндәрҙе борсоған мәсьәлә менән муниципаль район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итеп ҡараны. “Бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ” тигән яуаптан һуң, ауыл халҡы зыяратты үҙ көсө менән кәртәләргә хәл итте.
Әруахтарға хөрмәт бөтһә, тереләргә лә һан ҡалмай, тигән боронғолар. Ошо әйтемде иҫтә тотоп, сермәндәр 7 апрель көнө дөйөм йыйылыш үткәреп, ауыл өсөн янып-көйөп йөрөгән хөрмәтле кешеләренән - ауыл аҡһаҡалы Солтан Сиражитдинов, староста Хәкимйән Хәйретдинов, депутат Әмир Мағазов, Яныбай Хамматов исемендәге Сермән модель китапханаһы мөдире Зилә Фәхрисламоваларҙан торған төркөм төҙөп, изге эште башлап та ебәрәләр. 912 метр ҙурлыҡтағы зыяратты кәртәләү өсөн, әлбиттә, күп кенә сығымдар ҙа талап ителә. Сермәндәр, тыуған ауылдарынан ситтә йәшәүселәр изге эште дәррәү күтәреп алып, эшкә берҙәм тотона. Иғлан эленеү менән, ауылдаштар матди ярҙам күрһәтә лә башлай. Зыяраттың бағаналарын тимерҙән, профнастилдән (күренгән ерен) һәм ҡырҡылған таҡталарҙан кәртәләргә тигән дөйөм ҡарарға киләләр.
Кем дә кем изгелек ҡыла, Аллаһ Тәғәлә үҙенә икеләтә ҡайтарыр, тигән Мөхәмәт ғәләйһиссәләм. Бында аҡса ғына түгел, ә тел, фекер, ҡул ярҙамы ла күҙ уңында тотола. Шөкөр, был йәһәттән ауыл халҡы зыяратты кәртәләүҙә актив ҡатнаша. Аҡса йыйылыу менән ауыл депутаты Әмир Үзбәк улы Мағазов материал артынан йөрөй башлай. Кәрәк-ярағы тупланғандан һуң, 11 майҙа сермәндәр тәүге өмәгә сыға. Беренсе өмәлә 31 кеше ҡатнаша, ҡалғандарына ла һәр кем сығып, үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Әруахтар төйәген кәртәләү буйынса 11 рәсми өмә үткәрелә. Бынан тыш та, материалдар булыу менән халыҡ сығып, изге эште тамамлау йәһәтен ҡарай. Зыяратҡа ике ҡапҡа ҡуйыла. Тәүгеһе өсөн эшҡыуар Азат Вилдановҡа рәхмәтле сермәндәр, икенсеһен Әмир Мағазов ҡуйҙырта. Ҡапҡаларҙы иһә Ишморат Мағазов эшләй. Ауыл эшҡыуары Юлай Татлыбаев та изге эштә тос өлөш индерә: материалдар, таҡта биреү менән туҡтап ҡалмай, өмәселәрҙе генератор, иретеп-йәбештереү апАуыл активистары. параты менән тәьмин итә. Өс ай эсендә тимерҙән, таҡтанан матур итеп кәртәләп, бер өлөшөн буяп та ҡуя ауылдаштар. Һуңғы этап, 500 метр аралыҡты буяп ҡына ҡуяһы ҡалған уларға.
- Ҡасандыр барыбыҙ ҙа килер, әле ата-бабаларыбыҙ ятҡан изге урынды тәртипкә килтереүҙә айырыуса маҡтап телгә алыр ир-егеттәр - Ғәзим Ғәлин, Айҙар Тәҡиуллин, Салауат Мирғәлин, Рәис Әүбәкиров, Фидан Мөхәмәтдинов, Венер һәм Ғизетдин Ғаззаловтар, Ринат Ишморатов, Ғәлләм Абдрахманов, депутаттар Әмир Мағазов һәм Вәхит Ғәлимшиндарҙың ҡабат-ҡабат килеп өмәләрҙә ҡатнашыуҙары һоҡланыу тойғоһо ғына уята, - тине ауыл старостаһы Хәкимйән Ғилметдин улы. - Ғаиләләре менән матди ярҙам күрһәткән, өмәләрҙә даими ҡатнашҡан Мағазовтар, Ғәлимшиндар, Ғаззаловтар, Ибраһимовтар, Ислам Ғәлин, Ғәней Задин, Ғәфүр Ғәлимов, Рәшит Йәнгиров, Әсхәт Хәйернуров һәм башҡа ауылдаштарға, ситтә йәшәүселәргә рәхмәтлебеҙ. Бигерәк тә Урта Сермән халҡы берҙәм булды. Аҡсаны йыйыу буйынса улар һәр ваҡыт алда барҙы, өмәләрҙә ҡатнашырға ла ваҡыттарын йәлләмәне. Йәштәр һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышты.
Хәкимйән Ғилметдин улына Әмир Үзбәк улы ҡушылып: “Ауыл халҡы эштең етдилеген аңлап, бар яҡлап та ярҙам итергә торҙо, берҙәм булды. Барыбыҙ ҙа шунда буласаҡбыҙ. Унда ятҡан туғандарыбыҙға мөнәсәбәт ниндәй, беҙгә лә шулай буласаҡ”, - тине.
Күмәк көс менән 268 мең һум аҡса йыйыла. Ауылдаштар ғына түгел, төрлө төбәк-ҡалаларҙа йәшәгән яҡташтар ҙа матди ярҙам күрһәтә. 314 кеше үҙ өлөшөн индерә, 2-3- шәр тапҡыр килеп биреүселәр ҙә була. Харрасовтар ғаиләләре, Рәис Сөләймәнов, ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, аҡса ебәрә. Матди ярҙам рәсми теркәлеп, үҙ өлөшөн индереүселәрҙең исем-шәрифтәре даими баҫылып бара. “Солтан Мөжәүир улы, Хәкимйән Ғилметдин улы, Әмир Үзбәк улы кеүек актив, ауылы өсөн янып-көйгән ир-уҙамандарыбыҙ булмаһа, был изге эште атҡарып сығып булмаҫ та ине. Ауыл халҡы уларға тик рәхмәттәрен генә еткерә. Ауылдаштар ҙа хәленән килгәнсе ярҙам итергә тырышты. Китапхана хеҙмәткәрҙәренә, Урта Сермәндең актив ҡатын-ҡыҙҙарына, айырыуса Әнүзә Ғәлимоваға рәхмәтлебеҙ. Улар ҙа халыҡ араһында әүҙем эш алып барҙы”, - тине Зилә Истамғол ҡыҙы.
Сермәндә ике зыярат, ҡалған икәүһе ситтәрәк урынлашҡан. Ауыл уртаһында урынлашҡан зыярат күмәк көс менән кәртәләнеп алынды. Ҡалғандарын, ата-бабаларының ҡәберҙәрен дә, иптә тоторға тырыша сермәндәр. Хәҙер кәртәләнгән зыяратта ла тәртип урынлаштырылды. Быға тиклем изге урында ауылдың малы йөрөһә, хәҙер иһә халыҡ бысраҡлыҡтан ҡурҡмай ғына зыярат ҡыла ала. Ә бының өсөн ауыл алдынғыларына күп көс һалырға тура килде, әлбиттә. Сауаплы эшкә тел менән генә булһа ла аяҡ салыусылар булманы түгел булды, ә шулай ҙа халыҡтың күпселек өлөшө ауыл активына рәхмәттәрен уҡый.
Сермән ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Вил ҡыҙы Сибәғәтова ауыл активистарына рәхмәтле. “Әүҙем ауылдаштарыбыҙ ярҙамы менән әллә күпме эштәр атҡарҙыҡ һәм артабан да башҡарасаҡбыҙ әле. Эштәр бар, уйҙар күп. Барыһы ла ауылдаштарыбыҙҙан тора, әлбиттә. Ата-бабаларыбыҙҙың ятҡан урындарын артабан да рәткә килтереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Теләк һәм мөмкинлек кенә булһын”, - тине ул.
Хаҡ һүҙҙәр. Зыярат тәртиптә, ҡаралған булһа, шунда мәрхүм-мәрхүмәләрҙең рухы шатланыр, ә уларҙың балалары йән тыныслығы, сауап алыр ине. Сермән ауылының бар яҡтан да актив оло ағайҙарының башланғысын башҡа ауылдарҙың халҡы дәррәү күтәреп алыр һәм үҙҙәрендә ошондай изге эштәр башҡарырына өмөт ҙур.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий