Аҡса сарыф итмәйенсә матур булыу мѳмкинме?

Аҡса сарыф итмәйенсә матур булыу мѳмкинме?
Матурлыҡ индустрияһы йылдам сәскә атҡан, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына түгел, ир-егеттәрҙе лә үҙ ҡанун-ҡағиҙәләре буйынса йәшәргә мәжбүр итеп, хатта ки ҡол халәтенә дусар ҡылған заманда тәбиғи гүзәллек, самимилыҡ ҡайҙалыр үткәндәрҙә тороп ҡалған төҫлө. Һынһыпатыңды күркәмерәк, килбәтлерәк итергә, ҡартайыу процесын кирегә борорға, һәр төрлө кәмселектәрҙән тиҙ арала арындырырға вәғәҙәләгән матурлыҡ үҙәктәре, бәләкәй ҡалаларҙа ла аҙым һайын тиерлек урынлашҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ салондар, кибет кәштәләрендә күҙҙе ҡыҙҙырып йылтырашҡан һәр төрлө косметик саралар булғанда, тәбиғилек тураһында һүҙ булыуы, төрлө вәсүәсәгә бирешмәй уны һаҡлап ҡалыуы, ай-һай, мөмкинме икән ул? Ә бына бар булмышынан сафлыҡ, паклыҡ бөркөлгән, ғәжәп нурлы, һөйкөмлө яҡташыбыҙ - Интернет селтәрендә ҡатынҡыҙҙың тәбиғи матурлығына һәм сәләмәтлегенә арналған “Матурлыҡ” проектының авторы Рита ВӘЛИӘХМӘТОВА (Интернет селтәрендә Рита Матурлыҡ) иһә был турала бөтөнләй икенсе фекерҙә. Уның менән тәҡдим итәсәк әңгәмә һеҙҙең донъяға, атап әйткәндә, “яһалма матурлыҡ бумы”на ҡарашығыҙҙы үҙгәртер, бәлки.
► Рита, иң элек “Матурлыҡ” проекты һәм уның нимәнән ғибарәт булыуын төшөндөрөп үтһәңсе...
- Бала саҡтан уҡ башкөллө тәбиғәткә, ул биргән шифалы байлыҡтарға, тәбиғилеккә ғашиҡмын. Ҡасандыр йөрьәт итеп, ғаиләбеҙ менән Иркутск өлкәһенән атайымдың тыуған ауылы Шығайға күсеп ҡайтыу, Зифа өләсәйем менән урман-ҡырҙар буйлап дарыу үләндәре, емеш-еләк йыйыу, кипкән үләндәр өсөн ситсанан тоҡсайҙар теккән арала өләсәйемдең һәр үҫемлектең дауаһы, нимәгә килешеүе тураһында тәфсирләп һөйләүе лә быға булышлыҡ иткәндер, күрәһең. Әйткәндәй, атайымдың әсәһе ғүмере буйы кешеләрҙе имләне. Арпа сығып йонсотамы, быуын ултыртырға кәрәкме, мейе төшкәнме, күҙ тейгәнме йә булмаһа ҡатын кеше балаға уҙа алмаймы - ярҙамға мохтаждар ҡай тарафтарҙан ғына килмәй торғайны! Мин иһә һәр саҡ өләсәйем янында булдым, унан күргән-өйрәнгәндәремде яйлап ҡына башыма һала барҙым. Үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһыныуым шундай көслө ине, хатта билдәле башҡорт үләнсетабибы Рим Әхмәтовтың уҡылмаған бер китабы ҡалманы.
X-XI кластарҙа шифалы үләндәрҙән шампунь, битлектәр, сәс сайҡатыу өсөн төнәтмәләр эшләргә маһирланғайным. Студент ваҡыттарҙа иһә был шөғөлөм онотола төшөп, бүтәндәр кеүек мин дә магазиндан алынған косметик сараларға күстем... Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне: быға тиклем бер ниндәй мәшәҡәт тыуҙырмаған тире майланды, күҙәнәктәр киңәйҙе, ҡыҙарыуҙар, һытҡылар пәйҙә булды. Зәңгәр экрандар аша әйләнгән һайын маҡтап телгә алынған “мөғжизәле” шампунь-бәлзәмдәрҙең, битлек, теш пасталарының да бер ниндәй файҙаһы тойолманы... Система аналитигы булараҡ, биҙәнеү әйберҙәре баҙарын анализлап, шундай һығымтаға килдем: матурлыҡ индустрияһы тәҡдим иткән сараларҙы ҡулланып ҡына йәш, матур ҡалыу мөмкин түгел! Шик юҡ, 30 йәштән һуң мин көҙгөлә һау-сәләмәт, шыма тиреле, балҡып торған ҡатынды күрмәйәсәкмен! Тире төҙөлөшөн, косметик сараларҙың составын өйрәнгәндән һуң, байтаҡ аҡса сарыф ителгән йөмлә химия - лосьон, йыуыныу саралары, тональ крем һәм пудра сүп-сар биҙрәһенә осто. Ә улар урынына үҙ ҡулдарым менән эшләгән тәбиғи саралар ҡалды. Шөкөр, 30-ға етһәм дә, үҙемдән ҡәнәғәтмен, ошо ваҡытта гүзәл заттарҙы хафаландыра башлаған ҡартайыу, һулыу эҙҙәрен бөтөнләй тоймайым.
Проектҡа килгәндә инде, мин уны ҡатын-ҡыҙҙарҙың тышҡы ғына түгел, эстән сағылған матурлығына арнаным. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең заманда был төшөнсә бары тышҡы яһалмалыҡҡа ғына ҡайтып ҡала. Матурлыҡ, минеңсә, аҡыллылыҡ, сәләмәтлек, тәбиғилек ул. Матурлыҡ индустрияһы ҡатынҡыҙҙарҙа үҙ-үҙенә ышанмаусанлыҡ тыуҙыра, камил булмауҙарына ишаралап, кәмселек тойғоһон үҫтерә. Хатта бәғзе һылыуҙарыбыҙ биттәренә тональ крем, пудра яҡмай, керпектәрен тушь менән буямай урамға сығыуҙы күҙ алдына ла килтермәй. Проекттың маҡсаты - ҡатын-ҡыҙҙарҙа үҙ-үҙенә ышаныс уятыу, тәбиғилек, нәфислек, нәзәкәтлек кеүек онотола башлаған сифаттарҙы ҡайтанан модаға индереү, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын мәғәнәһеҙ “матурлыҡ бумы”нан йолоу, аҡса сарыф итмәйсә Ер-әсәбеҙ биргән шифаны ҡулланып, һәр саҡ сибәр, йәш ҡалыу. Ә беҙҙәге тәбиғәт байлыҡтары менән был бик тә мөмкин. Башҡорт балын, дарыу үләндәрен, саф шишмә һыуҙарын, һулап туймаҫлыҡ урман-тауҙар һауаһын бер ниндәй химия менән алыштырырлыҡ түгел. Үҫемлектәр - аналогтары булмаған юғары сифатлы фитоэлементтарҙы синтезлаған кескәй генә заводтар ул. Ғалимдар улар етештергән бер генә матдәне лә барлыҡҡа килтерә алмай.
► Рита, үҙеңдең матурлыҡ серҙәрең менән дә бүлешеп китерһең, бәлки...
- Һәр иртәмде лимон һуты тамыҙылған һыу эсеүҙән башлайым. Туҡланыу рационымда йәшелсә-емеш, етен орлоҡтары, үләндәрҙән яһалған шифалы сәй бар. Әйткәндәй, етенде тарттырып ашҡа, бутҡаға, салаттарға өҫтәргә мөмкин. Был мөғжизәле орлоҡто ҡулланған өсөн тирегеҙ тик рәхмәт кенә әйтер. Киске 5-6-нан һуң ауыр ризыҡтар ашамайым. Артыҡ ҡаты итмәй генә боланут (иван-чай) һәм башҡа үләндәрҙән яһалған сәйҙәр, һыу эсәм. Әйткәндәй, кибеттәрҙә һатылған ҡара-йәшел ҡытай, цейлон, һинд сәйҙәрен бөтөнләй өнәмәйем. Беҙҙең өсөн урман-ҡырҙарҙа үҫкән болануттан да файҙалыраҡ сәй юҡ. Ул ҡан яңырыуына, тамырҙарҙың нығыныуына, тәндән ағыу һәм радиацияны сығарыуға, яраларҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итә, көс-ҡеүәтте арттыра. Файҙалы матдәләре ҡанға ыңғай тәьҫир яһай. Ирҙәрҙең сәләмәтлегенә лә бик килешә.
Бер ҡасан да өтәләнеп, ярһып йөрөмәйем - һәр нәмәгә фәлсәфәүи күҙлектән ҡарап фекер йөрөтәм. Саф һауа, күңелгә ятҡан ижади эш, киске сәғәт 10-11-ҙән дә ҡалмай йоҡларға ятыу, иртә тороп, артыҡ сәбәләнмәй генә эш-көштәреңде теүәлләү, яҡындарыңа тик мөхәббәтле, изгелекле мөнәсәбәт - бына ул ҡатын-ҡыҙҙың йәшлеге, нәзәкәтлеге, матурлығы.
► Ниндәй дарыу үләндәрен йыйырға кәңәш итерһең?
- Һәр ҡайһыбыҙға бала саҡтан яҡшы таныш аҡ сәскә, календула, мәтрүшкә, кейәү үләне (чабрец), еҙтөймә (пижма), һары мәтрүшкә, урман йә баҫыу ҡырҡбыуыны (хвощ), бөтнөк, ҡурай еләге, ҡарағат, ҡайын еләге япраҡтары, мелисса, һырғанаҡ япраҡтары һәм башҡа үләндәр. Был үҫемлектәрҙе, әлбиттә, дарыуханала ла һатып алырға мөмкин, әммә үҙең йыйып киптереүең отошлораҡ.
► Тиреңде нисек тәрбиәләйһең?
- Бит-ҡулымды үҙем эшләгән убтан менән йыуам. Убтан - бит һәм тән тиреһен таҙартыр, тәрбиәләр өсөн үләндәрҙән, он төрҙәренән, балсыҡтан эшләнгән тәбиғи косметик сара ул. Интернетты асып, үҙегеҙҙең тире төрөнә тап килгән убтан рецебын табып, эшләп ҡарай алаһығыҙ. Мәҫәлән, ҡул йыуыу өсөн тәғәйенләнгән убтанды яһар өсөн 10 ҙур ҡалаҡ арыш оно, 3 ҙур ҡалаҡ гәрсис, 4 ҙур ҡалаҡ киптерелгән һөт йәки етен оно, 1 ҙур ҡалаҡ куркума талап ителә. Ингредиенттарҙы ентекле болғап, ҡоро һауытҡа һалырға кәрәк. Йыуыныр алдынан 0,5-1 сәй ҡалағы самаһы убтанды усҡа һалып, саҡ ҡына һыу тамыҙып, ҡәҙимге һабын менән йыуған кеүек ҡулдарҙы ышҡыйһың. Уның менән көн оҙоно ҡулланырға мөмкин.
Сәс өсөн шампунем дә үлән онтағы рәүешендә; сайҡатыу өсөн һыу йә үлән төнәтмәһе ҡатыштырылған алма һеркәһе ҡулланам. Дезодорант та үҙемдеке. Бит тиремде шулай уҡ үҙем яһаған гидролаттар (сәскә һыуы) менән тәрбиәләйем.
► Рита, гәзит уҡыусы гүзәл заттарыбыҙ өсөн үҙең ҡулланған бер нисә матурлыҡ рецепты менән бүлешеп китерһең, бәлки...
- Әлбиттә. Тик был рецептарҙың үҙегеҙҙең тире төрөнә тап килеүкилмәүен, аллергия тыуҙырмауын күҙ уңында тотоғоҙ.
Бит һәм муйын тиреһе өсөн битлек. 1 ҡап (25г) төҫһөҙ ҡына (хна), 3 ҙур ҡалаҡ етен оно, 1 ҙур ҡалаҡ арыш оно, 4-5 ҙур ҡалаҡ ваҡ ҡына итеп иҙелгән дарыу үләне, мәҫәлән, меңъяпраҡ, мәтрүшкә, ҡарағат һәм башҡаһы. Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып, онтаҡты быяла һауытта һаҡларға мөмкин. Битлек эшләргә булһам, етерлек миҡдарға йылы һыу ҡатыштырам. Ҡаймаҡ ҡуйылығындай массаны таҙа тирегә яғып, 10 минуттай тотам. Битлектән һуң крем һөртмәҫкә лә мөмкин. Аҡ сәскә тонигы. 2 ҙур ҡалаҡ ромашка сәскәләренә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыуынғансы тотам һәм иртәле-кисле бит тиремә һөртәм. Был төнәтмәне 1,5-2 көн тирәһе һыуытҡыста һаҡлай алаһығыҙ. Т
ырнаҡтарығыҙ сәләмәт, матур булһын тиһәгеҙ, аҙнаһына бер тапҡыр уларҙы ҡәҙимге йод менән буяп тороғоҙ. Курс мәле - 5 аҙна. 3 аҙна ял иткәндән һуң процедураны яңынан ҡабатлайһың.
Тештәргә килгәндә, миңә тиҙҙән 32 йәш тула һәм ошо йәшемә етеп бер ҡасан да теш дауалатҡаным юҡ. Ни өсөнмө? Сөнки мин ҡасандыр теш пасталарынан баш тартып, өләсәйем өйрәткән рецепт буйынса эшләнгән теш онтағы менән генә ҡулланам. Теш щеткаһының тик йомшаҡ шыртлыһын ғына һайлайым.
Үҙем эшләгән теш онтағы рецептары былайыраҡ: ҡәһүә тарттырғыста аир тамырын (аптекаларҙа һатыла) онтаҡ хәленә еткереп, 2 ҙур ҡалаҡты ваҡ ҡына иләк аша үткәрергә һәм уға 4-5 ҙур ҡалаҡтай “Особый” тип аталған теш порошогын ҡатыштырырға. Бер нисә айға етерлек теш онтағы әҙер. Икенсе рецепта иһә берешәр ҙур ҡалаҡ ваҡ ҡына итеп иҙелгән һары мәтрүшкә, меңъяпраҡ, бөтнөк, еҙтөймә, аҡ сәскә, шалфей, ҡарағай ылыҫы, иртамыр онтаҡтарын ҡушып болғарға кәрәк. Үләндәрҙе һайлағанда, уларҙың барыу-бармауын күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Теш сайҡатыу өсөн төнәтмә: 2 ҙур ҡалаҡ меңъяпраҡ өҫтөнә 0,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп һыуытырға һәм ашағандан һуң ошо төнәтмә менән ауыҙҙы сайҡарға. Тәбиғи саралар ярҙамында теш тәрбиәләү һәм башҡа файҙалы мәғлүмәттәр менән минең “Бәйләнештә” сайтындағы йә ютуб каналындағы “Матурлыҡ” проекты аша таныша алаһығыҙ.
► Рита, һинеңсә ысын ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш?
- Юҡҡа ғына беҙҙе гүзәл зат тип атамағандар, тимәк, ҡатын-ҡыҙ һәр йәһәттән матур булырға тейеш - уйҙары, хыял-маҡсаттары, эш-ҡылыҡтары, һөйләгән һүҙе, ҡиәфәте менән. Мин - хужабикә, хәләл ефетем эштән ҡайтҡансы бер ваҡытта ла күңелһеҙләнеп ултырмайым. Үҙен хөрмәт иткән, яратҡан ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ үҫеш-камиллашыу юлында. Үҙемә килгәндә, көндәлек эштәр менән бер рәттән “Матурлыҡ” проектында яңы курстар өҫтөндә тир түгәм, китап яҙам, битлектәр, шампундәр менән тәжрибәләр үткәрәм, төплөрәк итеп башҡорт, инглиз телдәрен өйрәнәм, арып киткән саҡтарымда ҡумыҙҙа уйнайым, башҡорт тематикаһын яҡтыртҡан рәсемдәр төшөрәм, тәбиғәт ҡосағына сығам.
► Башҡорт һылыуҙарына ниндәй теләктәрең булыр?
- Иң мөһиме, тәбиғилектән, үҙ матурлыҡтарынан ҡурҡмаһындар, тышҡы ҡиәфәтенән кәмселектәр эҙләмәһендәр ине. Сәләмәтлегебеҙ, йәшлегебеҙ бары үҙебеҙҙең ҡулда. Һәм ул, тәбиғәт шифаһын ҡулланғанда, артыҡ аҡса ла талап итмәй. Әгәр тәбиғи матурлыҡ темаһы күңелегеҙгә яҡын икән, һис икеләнеүһеҙ минең проектыма ҡушылығыҙ - бергәләп гүзәллек, сәләмәтлек серҙәренә төшөнөрбөҙ, яңы рецептар менән бүлешербеҙ!
► Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Рита һылыу! Изге эшең артабан да уңышлы дауам итһен!
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий