Йәшел ҡалҡаныбыҙ улар ҡулында

Йәшел ҡалҡаныбыҙ улар ҡулында
- Матур ҙа инде тыуған яғым тәбиғәте, мөһабәт Елмерҙәк, Олоғор һырттары, Бәштин тауы, һыуы тешкә үтерлек һалҡын да, тәмле лә йылғашишмәләре үҙенә тартып торғандай. Урман-тауҙарында әллә күпме йөрөһәң дә, күңел барыбер шул яҡтарға тартыла. Исхаҡ олатайым да бит һуғышҡа тиклем урмансы булып эшләгән. Ул да мин үткән һуҡмаҡтарҙан йөрөгәндер, шишмәләрҙең һыуын эскәндер. Әгәр ҙә яу яланында башын һалмаһа, оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт итер ине әле, - тигән уйҙар менән сираттағы хеҙмәт көнөн тултырып ҡайтты “Әүжән урмансылығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһына ҡараған Егәҙе бүлексәһе урмансыһы Марат Яҡуб улы ҠОТЛОБАЕВ.
Ботай егете Марат Ҡотлобаев мәктәпте тамамлап, Белорет металлургия техникумына уҡырға инә. Студент тормошонан һуң, ике йыл һалдат һурпаһын татый. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, бар ғүмерен уҡытыусылыҡҡа бағышлаған атаһы Яҡуб Исхаҡ улы Мараттың атаһы кеүек урмансы булыуын теләй. Атай һүҙе бер була тигәндәй, оло кешенең һүҙен йыҡмай, 1991 йылда Әүжән урман хужалығының Егәҙе урмансылығына эшкә урынлаша. 2016 йылға тиклем урмансылыҡтың дәүләт контролендә урман һаҡлау буйынса инспекторы булып хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта Егәҙе бүлексәһендә урмансы.
Егәҙе урман бүлексәһенә 73 838 гектар урман ҡарай. Участка Ишембай, Ғафури райондары, Инйәр, Туҡан урман хужалыҡтары менән сиктәш. Коллегалары менән дә тиңгә-тиң, бергәләп эшләй Марат Яҡуб улы. Урмансылар - тәбиғәтебеҙ һаҡсылары. Уларҙың эшмәкәрлеге ике тѳп йүнәлеште үҙ эсенә ала. Беренсеһе - урмандарҙы һаҡлау һәм хужаларса файҙаланыу, икенсеһе - уларҙың сифатын яҡшыртыу, яңыртыу.
- Төп эшебеҙ - урман байлығын һаҡлау, тергеҙеү, дөрөҫ файҙаланыу, янғындан ҡурсалау, рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан һаҡлап, уның һөҙөмтәлелеген күтәреү, - ти тәжрибәле урмансы.
Егәҙе, Ботай, Хәйбулла, Өмөтбай, Тара ауылы халҡына утынға, төҙөлөшкә ағас бүлеп биреү, яҙлы-көҙлө үҫентеләр ултыртыу, диләнкәләргә аукциондар үткәреү ҙә Егәҙе урмансыһы Марат Яҡуб улының иңенә төшә. Урман янғыны ла айырым күҙ уңында тотола, ҡуртымға бирелгән диләнкәләр тикшерелә. Халыҡҡа диләнкә бирелә икән, улар ағасты ҡырҡҡандан һуң таҙартырға бурыслы.
Тәжрибәле урмансы элекке урман эше системаһының яҡшыраҡ булыуын да йәшермәй. Эйе, замана менән закондар ҙа, талаптар ҙа үҙгәрә шул. Нисек кенә булмаһын, урманды һаҡларға, уны ҡурсаларға кәрәклеген халыҡ онотмаһын өсөн кешеләргә һәр ваҡыт мәғлүмәт биреп барырға кәрәк.
Марат Яҡуб улына көнөнә әллә күпме саҡрым ер үтергә тура килә. Миҙгелдең ниндәй генә көнөнә ҡарамай, йәйәү, һыбай, саңғыла булһынмы, үҙенә ышанып тапшырылған участканы ҡарап, тәртиптә тотоп, ҡайһы саҡта браконьерҙар менән дә көрәшергә тура килә уға. Был турала уның күп һанлы Грамота, Рәхмәт хаттары ла һөйләй.
Урмандан арып-талып ҡайтып ингәндә, уға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тормош иптәше бар. Гөлдәр Мәғәдис ҡыҙы Егәҙе мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ҡотлобаевтар ғаиләһе ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Миләүшә Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, тормош ҡороп, Өфөлә төпләнгән. Улдары Самат та Өфө дәүләт авиация университетының IV курс студенты. Ата-әсә өсөн балаларының үҙ тормош юлын табып, лайыҡлы кешеләр булып үҫеүенән дә яҡшыһы юҡтыр. Өлгөлө ғаилә матур донъя ҡороп, ҡош-ҡорт, малын аҫрап, йәшелсәемеш үҫтереп кенә ҡалмай, ауылдың йәмәғәт тормошонда да әүҙем ҡатнаша.
Бына шундай урман, тыуған ер тип көйгән ир-аттар иңенә йәшел ҡалҡаныбыҙ ышанып тапшырылған да инде. Әммә оноторға ярамай: урман - ул беҙҙең дѳйѳм байлығыбыҙ. Уны бергәләп һаҡларға, ҡурсаларға бурыслыбыҙ.
Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы бөтә урмансыларға ауыр эштәрендә уңыштар, һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!
Эльвира ХӘМЗИНА.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Оставить комментарий