Әҙәм күрке – әҙәплектә

Тыныс ҡына, ҡабаланмай-ҡарһаланмай, бер кемгә лә мәшәҡәт тыуҙырмай, үҙ эшен мѳкиббән китеп яратып башҡарған кешеләр күпкә ѳлгәшә. Үткәл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гүзәл Зиннур ҡыҙы Шәғәлина шундайҙарҙан. Тыумыштан бирелгән тырышлыҡ, аҡыл һәм зирәклек, үтә лә тыйнаҡ һәм әҙәпле булыуы уға ҡарата хѳрмәт уята. Мәҙәниәт йортоноң нисәмә йылдар алдынғылар рәтендә йѳрѳүендә лә Гүзәл Зиннур ҡыҙының ѳлѳшѳ баһалап бѳткѳһѳҙ.
Ул һүҙе менән түгел, эше менән алдыра. Башлаған эшен бер ваҡытта ла аҙағына еткермәй ҡуймай.
Шығайҙа тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән бейергә ярата. Маҡсатлы, тырыш ҡыҙ үҙе бейергә ѳйрәнә, Әммә бейеүсе булырға насип булмай. Педучилищены тамамлап мәктәптә, балалар баҡсаһында эшләп алғандан һуң Үткәл мәҙәниәт йортона эшкә урынлаша. Һәм бына ике тиҫтә йылға яҡын Гүзәл Зиннур ҡыҙы ошонда балаларҙы бейеү серҙәренә ѳйрәтә. Районыбыҙҙың ғына түгел, Башҡортостандың сағыу йондоҙсоғона әйләнгән Розалия Шәғәлинаны кем генә белмәй икән. Финанс иҡтисад колледжында уҡып йѳрѳгән Розалия хәҙер Ѳфѳ тамашасыларын бейеүҙәре менән һоҡландыра. Шәғәлиндарҙың улдары Илмир ҙа бәләкәйҙән сәхнәләрҙә бейеп йѳрѳй, уның 3 йәшлек Гѳлназ ҡыҙы ла ҡоштай талпынып бейергә ѳйрәнә. Тимәк, бейеү уларҙың ҡанынан килә.
- Розалия, Илмир мәктәпте тамамлап сығып киткәстәр, тәүҙә нисектер күңелгә ҡыйын булып, тѳшѳнкѳлѳккә бирелеп киткән кеүек булдым. Һуңынан үҙемде ҡулға алып, яңы кѳс-дәрт менән 7 йәштән 14 йәшкә тиклемге балаларҙы йыйып, бейеүгә ѳйрәтә башланым. Бына шулай «Сулпан» фольклор ансамбленә ҡараған «Сулпылар» бейеү ансамбле барлыҡҡа килде. Әлеге кѳндә 10 ҡыҙға костюм тектерергә йѳрѳйѳм. Үҙебеҙ аҡса эшләргә тырышабыҙ. Ғѳмүмән, беҙ эште миңә, һиңә, уға бүлмәйбеҙ. Мәҙәниәт йорто директоры Мәҙинә Айытбай ҡыҙы Йомағужина, тормош иптәшем Иршат һәм башҡалар менән бер һүҙҙән булып, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренә һәр саҡ дәртләндереп, ярҙам ҡулы һуҙып торғандары ѳсѳн айырыуса рәхмәтлебеҙ.
Үҙемде бик бәхетле кеше тип иҫәпләйем, сѳнки яратҡан тормош иптәшем, балаларым, ейәнсәрем һәм эшем бар. Миңә, ниңә үҙең бейемәйһең, тип әйткәндәре бар. Әммә мин бѳтә һәләтемде балаларға биргем, уларҙы бейеүгә ѳйрәткем килә. Уларҙың уңыштары мине яңы үрҙәргә әйҙәй, йәшәү кѳсѳ бирә, - ти Гүзәл.
Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы була, тигәндәй, Гүзәл һәм Иршат Шәғәлиндар тѳрлѳ музыка ҡоралдары менән генә түгел, тѳрлѳ хужалыҡ инструменттары менән дә бик оҫта эш итәләр. Уларҙың эстән дә, тыштан да матур булыуҙарын әллә ҡайҙан балҡып ултырған матур йорттары ла иҫбатлай.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм һѳҙѳмтәле хеҙмәте ѳсѳн Гүзәл Зиннур ҡыҙы Рәхмәт хаттарына, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған. Ә ғаилә йылында улар «Иң яҡшы ижади ғаилә» номинацияһына лайыҡ булалар.
Ѳлгѳлѳ хеҙмәткәр һәм ѳлгѳлѳ хужабикә булыу, ауылдарға концерттар менән йѳрѳү еңелдән түгел. Әммә Гүзәл Зиннур ҡыҙы бер ваҡытта ла зарланмай, сѳнки уның эше - илһам сығанағы, күңел осошо, йәшәү рәүеше.
Беҙ бѳтә мәҙәниәт хеҙмәт-кәрҙәрен һѳнәри байрамдары менән ҡотлап, уңыштар, яңынан-яңы ижади үрҙәргә күтәрелеүҙәрен теләйбеҙ.
З.Сѳләймәнова.
Оставить комментарий