Ҡарҙар ирей, һыу таша...

Һуңғы ваҡытта мул ҡарлы ҡыштарҙы онотоп та бара инек. Бына, ниһайәт, быйыл беҙгә ҡыш үҙенең кемлеген күрһәтә. Мартта ҡарҙың күп яуыуы яҙҙың да бик зәһәр булыуына ишара яһай. Шуға ла хәҙерҙән үк халыҡтың йорт-ҡуралары һыу аҫтында ҡалмаһын ѳсѳн саралар күреү талап итә.
Муниципаль район хаки-миәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр органы идаралығы етәксеһе Андрей Трифонов яҙғы ташҡынға әҙерлек барышы менән таныштырҙы:
- Район хакимиәте баш-лығы бойороғона ярашлы, ташҡынға әҙерлек эштәре бара. Етәкселәр араһында эштең һәр йүнәлеше буйынса яуаплылар тәғәйенләнгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса оператив тѳркѳмдәр булдырылған. Мәктәптәрҙә уҡытыусылар хәүеф-һеҙлек ҡағиҙәләре буйынса әңгәмәләр үткәрә. Ашығыс эштәр һәм боҙҙо шартлатыу ихтималлығы булған урындар билдәләнде. Мартта предприятие һәм ойошмаларҙа граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр ойошмаларының әҙерлеге тикшерелә.
Практик йәһәттән дә эш алып барыла. Сермәндә Йәндек йылғаһында тығын барлыҡҡа килмәһен ѳсѳн боҙҙо быстылар. Металлургия комбинаты белгестәре Гумен шишмәһендә ошондай уҡ эш башҡарҙы. Районда Ағиҙел йылғаһының ярҙан сыҡҡан урындарға, Инйәр йылғаһында боҙ тығыны барлыҡҡа килеүе ихтимал булған ерҙәргә иғтибарҙы кѳсәйтәбеҙ. Хакимиәт башлыҡтары үҙ бурыстарын белә һәм алдан оператив тѳркѳмдѳ әҙерләй башлай.
Быйыл яуым-тѳшѳм күп. Кѳндәр ҡапыл йылытмаһа, ташҡын да яйлап китәсәк. Әммә йылғаға яҡын йәшәүселәргә һыу быуылмаһын ѳсѳн шишмә-гѳрләүек үҙәндәрен таҙартырға, торба һәм автомобиль юлдарын сүп-сар менән ҡыйламаҫҡа, һәм, әлбиттә, мал-мѳлкәтен страховкалау сараһын күрергә кәрәк.
Ташҡын тураһында мәғлүмәт буйынса тәүлек әйләнәһе эшләгән телефондарға - 01 һәм 4-19-69 шылтыратырға мѳмкин.
Белгестәр белдереүенсә, ҡарҙа һыу запасы 50 проценттан артҡан. Боҙ ҡалынлығы һәм ерҙең туңыу тәрәнлеге норманан юғары. Ағиҙелдең ѳҫкѳ ағымындағы киң ерҙәрҙә боҙ ҡалынлығы урыны менән 1 метрға етә. Тәбиғи быуа барлыҡҡа килеүе сәбәпле, Белорет һыу һаҡлағысына һыу килеүе кәмегән.
Һауа торошо нисек булыуы билдәһеҙ, шуға ла уяулыҡты юғалтмаҫҡа, һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк.
Р. Мусина.
Оставить комментарий