Үҙ һѳнәренең оҫталары

Белорет ҡулланыусылар йәмғиәтенең Уҫманғәле бүлегендә халыҡтыи үҙ эшенә яуаплы ҡараған һатыусылар хеҙмәтләндерә. Миңниса Фәйзрахман ҡыҙы Ағзамова сауҙала 35 йыл эшләй инде.
Ул элек орста ла эшләгән. Әйткәндәй, уның ҡәйнәһе менән ҡайныһы ла маҡтаулы сауҙа хеҙмәткәрҙәре булған. Миңниса Фәйзрахман ҡыҙы намыҫлы хеҙмәте ѳсѳн Почет грамоталары менән бүләкләнгән, ваҡытында фоторәсеме Почет таҡтаһында ла тора. Тормош иптәше Хәлим Хәйҙәр улы Ағзамов менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ѳлгѳлѳ ғаилә бына тигән йорт һалып, баҡса үҫтереп, мал, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәй. Миңниса Ағзамова үҙе менән бергә эшләгән Луиза Сибәғәт ҡыҙы Ҡотлогилдина менән «Әхирәттәр» ансамблендә лә сығыш яһай. Миңниса Фәйзрахман ҡыҙы йырлай, Луиза Сибәғәт ҡыҙы бейей. Бәйләү, тегеү эшенә лә оҫта хужабикәләр еләк-емеш йыйып эшкәртергә лә ѳлгѳрә.

Луиза Сибәғәт ҡыҙы Ҡотлогилдина Уҫманғәлелә 10 йыл эшләй. Аҙналы ҡыҙы бында килен булып тѳшкән. Тормош иптәше Ришат Рафаэль улы менән ул үҫтергәндәр. Хәҙер инде ейәнсәр шатлығы кисерә улар. Шулай уҡ мал аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса үҫтереп, күптәргә ѳлгѳ булып йәшәйҙәр.
Бер һүҙҙән булып эшләгәс, эштең ҡыйынлығын да күрмәйбеҙ, - ти уңған һатыусылар.
Беҙ уларҙы һәм бѳтә кооперация хеҙмәткәрҙәрен һѳнәри байрамдары менән ҡотлап, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
З. Сѳләймәнова.
Һүрәттә: Миңниса Фәйзрахман ҡыҙы Ағзамова менән Луиза Сибәғәт ҡыҙы Ҡотлогилдина.
Э. Мѳхәмәҙиева фотоһы.
Оставить комментарий